ҺАРҠЫУ
арып, ҡара тир булып ҡайтты, һ. Дәүләтшина.
ҺАРҠЫУ IV (Р.: наклон; И.: inclination; T.: eğiklik) и.
Түбәнгә табан киткән ер йәки тараф.
□ Наклон, уклон, скат. Һарҡыуға етеу. Һарҡыуҙан төшөу. ■ Казарма уренә менеп еткәс, Куҡрауыҡҡа тиклем һигеҙ саҡрым ара гел һарҡыуға табан бара — елдерәһец генә. Н. Мусин. Ҡаҙы, ял, һимеҙ ит еҫтәре, ел тубәне ыңғайына боролдап, танауҙы ҡытыҡлап, ауыл урамының тубәнге һарҡыуына һирпелә. Һ. Дәүләтшина. Тау һарҡыуына төшкән юлдан яҡында ҡарайып ятҡан урманға табан бер һыбайлы елдерә. Б. Рафиҡов.
ҺАРҠЫУЛАУ (һарҡыула-) (Р.: идти под уклон; И.: discend; ramp; T.: kayarak inmek) ҡ.
Түбәнгә табан йүнәлеш алыу; һарҡыуға китеү. □ Идти под уклон. Юл һарҡыулап китте. Һарҡыулап ҡайтыу. Ҡояш һарҡыуланы. ■ Староста ҡайыш ҡамсыһы менән атына шартлатҡансы бер һуҡты ла арҡа юлы менән тутәгә китте: көн һарҡыулауға ул тиҙерәк ауылға ҡайтып етергә ашыҡты. Ж. Кейекбаев.
ҺАРҠЫУЛЫҠ (һарҡыулығы) и. ҡар. һарҡыу III. Һарҡыулыҡҡа етеу. Һарҡыулыҡтан тәгәрәу. ■ Бәләкәй генә бер һарҡыулыҡтан төшә башланыҡ. Б. Бикбай.
ҺАРҠЫУ ТОТОУ (һарҡыу тот-) (Р: придерживать, не давая накрениться; И.: hold; T: tutmak) ҡ.
Арба, сананы түбән төшкәндә үҙ ыңғайына ебәрмәй яй тотоп барыу (атҡа ҡарата).
□ Придерживать, не давая накрениться, переваливаться (о лошади). ■ Сабан аттың һәнәре шул инде уның, ургә табан тартмай, тубәнгә табан һарҡыу тотмай, — тип һуҡранды Иштуған. 3. Биишева.
ҺАРҠЫШ I и. диал. ҡар. һарҡыу III. Һарҡыштан тубән төшөу. Тау һарҡышы. Һарҡышҡа етеу.
ҺАРҠЫШ II (Р .: медленно; И.: slow(ly); T.: yavaş) р. диал. ҡар. яй.
Ғәҙәттәгенән әкрен, шәп түгел. □ Медленно, неторопливо. Эште һарҡыш эшләу. Һарҡыш йөрөу.
ҺАРЛЫҒЫУ (һарлыҡ-) ҡ. диал. ҡар. һарылыу. ■ Хәлиҙә .. ҡапыл Мәжиттең муйынынан ҡосаҡлап, уның тушенә һарлыҡты, һалҡынса шыма битен муйынына терәне. В. Исхаҡов. Илшатҡа иһә шул етә ҡалды, атаһының алдына юрмалап менде лә муйынына һарлыҡты. Н. Мусин.
ҺАРЛЫҠ (һарлығы) [монг. сарлаг] (Р.: як; И.: grunting ох; T.: yak) и. зоол. ҡар. як.
Үҙәк Азияның таулы ерҙәрендә йәшәгән ҡорһаҡ аҫты оҙон йөнлө, мөгөҙлө, имеҙеүсе көйшәр хайуан. □ Як (лат. Bos grunniens). Инә һарлыҡ. Һарлыҡ ите. Тибет һарлығы.
ҺАРМАҠ I (һармағы) (Р.: частушка; И.: ditty; T.: kısa türkü) и. фольк.
Еңел, етеҙ көйгә йырланған йыр; таҡмаҡ. □ Частушка. Һармаҡ әйтеу. Һармаҡ сығарыу. Һармаҡҡа бейеу.
ҺАРМАҠ II (һармағы) (Р.: дурак; И.: fool, stupid person; T.: aptal) и.
Алйот, йүләр. □ Дурак; чудак. ■ Дәуләткә асыҡтан-асыҡ ҡаршы барырға Искәндәр ҡарт һармаҡ тугел. Р. Вәлиев. [Даһи:] Һармаҡ һин, апай, ҡыуанырға кәрәк, ә һин бәлшәйәһең. Ш. Насыров.
ҺАРМАҠ III с. ҡар. һарҡаш I. Һармаҡ кеше. Бигерәк яй, һармаҡ бит ул.
ҺАРМАҠ IV (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Родовое подразделение башкир племени кыпчак. Һармаҡтар осо. Һармаҡ араһы шәжәрәһе. Һармаҡтар йыйыны.
ҺАРМАҠЛАНЫУ (һармаҡлан-) (Р.: чудить; И.: kink; T.: ahmaklaşmak) ҡ.
Аҡылһыҙланыу, һармаҡ булыу. □ Чудить.
■ Талха уҙ серен һаҡлай алмай, ҡыҙҙар араһында һармаҡланып йөрөнө. Ж. Кейекбаев.
ҺАРМАҠЛАУ (һармаҡла-) (Р.: петь частушки; И.: sing ditties; T.: kısık ve küçük şarkı söylemek) ҡ.
1. Еңел, етеҙ көй менән йырлап әйтеү; һармаҡ әйтеү; таҡмаҡлау. □ Петь частушки.
■ Әсәйем: «На-на, малҡай! Елдерт инде, малғынам!» — тип, телен белеп һөйләшкәндәй, һармаҡлай арғымаҡты. Й. Солтанов. Кыҙ илай-илай сулмәгенә һармаҡлай: «Сул-
496