ҺЕҢЕРЛЕ
һеңере. Балыҡ һеңере. ■ Бер төндө Хәлиулланың малдары янына әллә буреләрҙән, әллә һеләуһендән ысҡынған, арт аяғының һеңере өҙгөләнеп бөткән аҡһаҡ болан килеп керҙе. И. Ғиззәтуллин. Директорҙың яңғырауыҡ тауышы ишетелгән һайын капитандың битендәге бер һеңере тартышып-тар-тышып ҡуя. Ғ. Хисамов. Аттар һеңерҙәрен уйнатып, тарһылдатып саба. Ә. Хәкимов.
ҺЕҢЕРЛЕ (Р: жилистый; И.: wiry; T.: sinirli) с.
Һеңере күп, ярылы. □ Жилистый. Һеңерле ит. Ҡабарынҡы һеңерле ҡулдар. Я Ҡартҡа өлөштөң һеңерле ере эләкте, яртыһы һөйәктә ине. Р. Низамов.
ҺЕҢЕРТЕҮ (һеңерт-) ҡ. диал. ҡар. урлау. Кешенекен һеңертеу. Бейәләйемде һеңерт-кән. Куршем биҙрәмде һеңерткән.
ҺЕҢЕҮ (һең-) (Р.: впитываться; И.: soak in; T.: sinmek) ҡ.
1. Нимәнеңдер эсенә үтәнән-үтә тартылыу, үтеп инеү, һурылыу (шыйыҡ йәки газ хәлендәге нәмәгә ҡарата). □ Впитываться, поглощаться. ■ Хаммат ҡыуыҡһыҙ лампаның һөрөмө һеңгән ҡараңғы өйҙөң ишек төбөндә туҡтала биреп торҙо. 3. Биишева. Илғужаһының тир еҫе һеңгәйне кулдәккә. Д. Бүләков. Юл туҙаны һеңгән машина төнгө һалҡындан ышаныслы һаҡлаһа ла, саф һауаны, туғай еҫен уткәрмәне. Ш. Янбаев.
2. Ашаған, эскән аҙыҡ үҙләштерелеү.
□ Перевариваться, усваиваться. ■ Куңеле тыныс булғас [Фаризаның], ашаған ашы һеңә, башын мендәргә төрттөмө, рәхәтләнеп йоҡлап китә. Н. Мусин.
3. кусм. Күңелдә ныҡлап урынлашыу, иҫтә ныҡ ҡалыу. П Усваиваться, запоминаться. Куңелгә һеңеу. Йөрәккә һеңеу. Хәтергә һеңеу. ■ Ҡанына азатлыҡ рухы һеңгән крәҫтиәндәрҙең бөркөт ҡанаттары уҫеп сыҡты. Яр. Вәлиев. Ҡурай моңо куңеленә һеңеп ҡалған егеттең. Ә. Ғибәҙәтов. Куңеленә маяҡтар ҡаҙап, яҡты эҙ һалған был апаһының һәр бер һуҙе, шәкәр ҡомона тамған һут кеуек, Сәғиттең зиһененә һеңә барҙы. И. Ғиззәтуллин.
4. кусм. һөйл. Урланып үҙләштерелеү.
□ Присваиваться. М Мәсет-мәҙрәсә килем
дәре, хәйер-саҙаҡа уның [Әптелғәлимдең] кеҫәһенә инеп .. һеңә бара. Ф. Иҫәнғолов. Буштан килгән аҫыл малдар турәләргә һеңә, шуға һуҙе утә, ҡул ҡулды йыуа. Ғ. Хөсәйенов.
5. кусм. һөйл. Ялпаҡ булып аҫҡа батыу. □ Проваливаться, вдавливаться. V Янтайған сананан ҡолап ҡала яҙған Ихсанбай, бөтә көсөнә, санаға һеңерҙәй булып, тәртәгә йәбеште. Т. Ғарипова. Ергә һеңеп бөткән балсыҡ аласыҡтарҙың да ишектәре шар асыҡ. М. Кәрим. Хужаһыҙ ҡалған иҫке өйҙәр бер нисә йыл эсендә емерелеп ергә һеңде. Н. Мусин.
6. диал. Кемгәлер өйрәнеү, ылығыу. □ Привыкать. Ҡулға һеңде лә ҡуйҙы шул бала.
ҺЕҢЕШЕҮ (һеңеш ) ҡ. ҡар. һеңеү 1, 3,
5. ■ Марсель Ағиҙел буйында ергә һеңешкән иҫке генә йортта йәшәй. Р. Байбулатов. Һурәт яһау Фәһимдең ҡанына һеңеште. И. Ғиззәтуллин. Көндөҙ ҡойоп яуған ямғыр, әле булһа ергә һеңешә алмай, тәрән һаҙлыҡ яһаған. Й. Солтанов.
ҺЕҢЕШЛЕ (Р.: легкоусвояемый; И.: easily digestible; T.: sindirimi hafif) c.
Үҙләштереү өсөн еңел булған (аҙыҡҡа ҡарата). □ Легкоусвояемый (о пище). Һеңешле аҙыҡ. Тауыҡ ите — һеңешле ит. Һеңешле аш ашау.
ҺЕҢК (Р .: шлёп; И.: flop!; Т.: сир!) оҡш.
Ҡапыл һуғылғанда йәки ҡапыл ҡаҡлығып бәрелеп алыуҙы белдергән һүҙ. □ Шлёп, бух (подражание звуку, издаваемому при падении чего-л. тяжёлого на землю). Һеңк итеп ҡалыу. Һеңк итеп ҡолау. ■ Сураман Асылы буйы батырын йәлп итеп баш аша һелкеп ебәреуе була, теге батыр һеңк итеп ергә барып төшә. Ғ. Хөсәйенов.
ҺЕҢКЕЛДӘТЕҮ (һеңкелдәт-) (Р.: бухнуть; И.: plunk; T.: silkindirmek) ҡ.
Нимәнелер туҡтауһыҙ һелкетеү, һеңк иттереү. □ Бухнуть. Һеңкелдәткәнсә ергә алып бәреу. Һеңкелдәтә баҫыу. М Сергей йыраҡ барманы, ун-ун биш аҙым уткәс туҡтап, ҡурҡытыр өсөнмө, биленән штыгын алып мылтығына ултыртты ла һеңкелдәтеп ергә ҡаҙап ҡуйҙы. Р. Байымов.
ҺЕҢКЕЛДӘҮ (һеңкелдә-) (Р.: трястись; И.: shake; T.: silkinmek) ҡ.
524