Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 523 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЕҢЕР
1. Ҡаты бәрелеү, һуғылыуҙан иҫтән, хәлдән яҙып, ҡуҙғала алмаҫ хәлгә килеү. □ Быть оглушённым (от удара), потерять сознание. ■ Мөхәмәт стенаға башы менән бәрелеп, һеңгәҙәп ҡалғайны. Р. Байбулатов. Хажи иҙәндән һеңгәҙәп кенә тороп, кире урынына барып ултырҙы. Р. Өмөтбаев. Көрәге бер яҡҡа, кәпәсе икенсе яҡҡа осто. Үҙе [Тулыбай] һеңгәҙәп барып төшкәйне, күпмелер тора алмай ятты хатта. Д. Бүләков.
2. кусм. Ниндәйҙер ауыр хәлдән аптыранып, иҫһеҙ һымаҡ булыу. □ Быть оглушённым, быть в шоковом состоянии. М Башына күҫәк менән һуҡҡандай, төндө һеңгәҙәп ултырып сыҡҡайны ул саҡта Дәуләт. Н. Мусин. Һуңғы ваҡытта булған ваҡиғаларҙан Хөснөлхаҡ һеңгәҙәне. Ғ. Хисамов. Атаһының ошо көтөлмәгән һүҙҙәренән шаңҡып өнһөҙ ҡалған Биксәнтәй генә ни тиергә лә, ни ҡылырға ла белмәй һеңгәҙәп ултырҙы. И. Ноғманов.
ҺЕҢГӘК (Р.: топкий; И.: marshy; Т.: batak) с. диал. ҡар. батҡыл I, 1.
Бата торған, һаҙлы. □ Топкий, болотистый. Һеңгәк урын. Һеңгәк ергә эләгеү. Һеңгәк урман.
ҺЕҢДЕРЕЛЕҮ (һеңдерел-) ҡ. төш. ҡар. һеңдереү, страд, от һеңдереү. Төтөн еҫе һеңдерелгән. Ыҫмала һеңдерелгән бүрәнә.
ҺЕҢДЕРЕҮ (һеңдер-) (Р.: пропитывать; И.: impregnate; T.: sindirmek) ҡ.
1. Шыйыҡ, газ, нур һ. б. хәлендәге нәмәне үтәнән-үтә эскә тартыу; һурыу. □ Пропитывать, впитывать; поглощать. Нур һеңдереү. Төтөн еҫен һеңдереү. М Ерҙең үҙенең еҫен һеңдергән арыш һаламы яңы бешкән икмәкте хәтерләтеберәк танауҙы ҡытыҡлай. Д. Исламов. Таштар көндөҙ һеңдереп ҡалған ҡояш йылылығын һирпә ине. Н. Мусин.
2. Ашаған, эскән аҙыҡты үҙләштереү. □ Усваивать. ■ Маркуша ҡорһағы ҡабарып сыҡҡансы ашай ҙа аш һеңдерергә диванға ята. И. Абдуллин. Иртән Хәбибулла .. ҡымыҙ эсә, шунан ит ашай ҙа тәрән йоҡоға тала, аш һеңдерә. Т. Ғиниәтуллин.
3. күсм. Нимәнелер аңлап алыу, иҫтә ныҡ ҡалдырыу. □ Усваивать, запоминать. Аңға һеңдереү. Хәтергә һеңдереү. ■ Ишбулды, был
урындарҙы күңеленә һеңдерергә тырышҡандай, ҡая таштарға һоҡланып ҡарай. Ғ. Аллаяров. [Сәлимә апай:] Көҙгө урман һулышын, ялан төҫтәрен күреп, хәтерегеҙгә һеңдереп ҡайтырһығыҙ, аҙаҡ кәрәге булыр. Р. Байымов. Мәгәр аҡыллы мәктәп уҡытыусыһы мөхәббәт, дуҫлыҡ хаҡында, яйы тура килгән һайын, һүҙ шәрбәтен уҡыусы йөрәгенә һеңдерә бара. С. Поварисов.
4. күсм. һөйл. Йәшерен рәүештә үҙләштереү, урлау. □ Присваивать. ■ Шәңгәрәй ике-өс тапҡыр .. арзанлы тауарҙарҙы оҫта ғына һеңдерҙе. С. Агиш.
5. күсм. һөйл. Нимәгәлер ҡуша лапаштырыу, ялпаштырыу; батырыу. □ Вдавливать; потоплять, утоплять. ■ Ишбулды, ваҡ ҡына таштарҙы йомшаҡ ҡомға һеңдергәнсе батыра баҫып, алға атлай. Ғ. Аллаяров. Нәсимә лә ергә һеңдереп ҡаҡҡан ҡаҙаҡ һымаҡ тора ине. В. Исхаҡов. [Урал батыр:] Дейеүҙе мин ергә һеңдерә һуҡтым, — тигән. «Урал батыр».
♦ һеңдерә әйтеү ныҡ ҡаты әйтеү.
□ Сказать строго, внушительно. ■ Корпус командирының ҡыланышына асыуы ҡабарған Шайморатов был юлы яуапһыҙ ҡалырға теләмәне, һеңдерә әйтте. Я. Хамматов. Сит ерҙәрҙә күп йөрөһәң, һөйгән йәр ҙә ят була, тип ҡайһылай һеңдерә әйткән халыҡ. Ғ. Хисамов.
ҺЕҢДЕРЕҮСӘНЛЕК (һеңдереүсәнлеге) (Р.: поглощаемость; И.: absorbability; T.: emi-lebilme kapasitesi) и.
һеңдерә алыу һәләте. □ Поглощаемость. Тупраҡтың дым һеңдереүсәнлеге. Һыу һеңдереүсәнлеге. Һеңдереүсәнлек һәләте.
ҺЕҢЕЛ и. диал. ҡар. һеңле. ■ Белеп әйткәндәр: ир ҡатындың һау булғанын, ағай һеңелдең бай булғанын ярата, тип. Ф. Ча-нышева. [Зөһрә:] Иртәгә мин Алмалыға барып, әсәйемдәрҙе күреп, иптәшкә берәй һеңлемде алып килермен тигәйнем бит әле. И. Ғиззәтуллин.
ҺЕҢЕР (Р.: сухожилие; И.: sinew; Т.: sinir) и. анат.
Быуындарҙы тоташтырып торған һары төҫтәге лайлалы ныҡ туҡыма. □ Сухожилие. Кул һеңере, һеңер тартылыу. Бәкәл
523