ҺЕМҺЕНЕҮ
әйтмәһәң дә, уҙе белеп эшләргә ғәҙәтләнгән. Н. Мусин.
ҺЕМҺЕНЕҮ (һемһен-) (Р.: соблазняться; И.: be tempted; T.: tamah etmek) ҡ. диал. ҡар. ымһыныу.
Үҙеңдеке итеү теләге менән күңелдән ынтылыу, ашҡыныу. □ Соблазняться, прельщаться, сильно хотеть, желать, һемһенеп йөрөу. Һемһенеп тороу. Кеше әйберенә һем-һенеу.
ҺЕМӘЙЕҮ (һемәй-) (Р.: быть одураченным; И.: be nicely left; T.: aldatılmak) ҡ.
Нимәнелер ҡулдан ыскындырыу, буш ҡалыу. □ Быть одураченным, остаться с носом. ■ Ринат математиканан телдән буласаҡ имтиханға, һемәйеп ҡалмаҫ өсөн, сәмләнеп-сәмләнеп әҙерләнде. Р. Байбулатов. Оҙайлы сәфәренән Хәйруш һемәйеп буш ҡул да ҡайтҡылай. Ә. Хәкимов.
ҺЕМӘЙТЕҮ (һемәйт-) (Р.: одурачить; И.: fool; T.: aldatmak) ҡ.
Кешене ниндәйҙер өмөтөнән, ышанысынан буш ҡалдырыу йәки бөлдөрөү. □ Одурачить, оставить с носом; разорить. ■ Ҡасҡын Һамаров ике волосҡа старшина итеп ҡуйылған Йәукәевте тамъяндан һемәйтергә тырыша. Ғ. Ибраһимов. Куҙең асыҡ, ҡолағың тишек булып та, был донъя һемәйтергә әҙер ул әҙәм балаһын. Г. Яҡупова. [Ғата] Алтын-ғужинды нисегерәк һемәйтеу тураһында усле пландар ҡорҙо. Ә. Хәкимов.
ҺЕМӘК I (һемәге) (Р.: кран; И.: tap; T.: musluk) и.
Төрлө нәмәләрҙең бороп, шыйыҡлыҡ ағыҙа торған мороно. □ Кран, краник; носик. ■ Самауыр һыуынып бөткән, һыуы һемәктән сей һыу тауышы сығарып шыбырлап аға ине. Һ. Дәүләтшина. Ҡарт, аяҡ осонда торған еҙ сәйнукте алып, ундағы сәйҙе һемәгенән генә эсте лә ҡалғанын ергә тукте. В. Исхаҡов. Сепарат һемәгенән сөпөрләп кенә аҡҡан йылымыс ҡаймаҡты яларға ярата бит бәләкәй Аҫылғужа! Ш. Янбаев.
ҺЕМӘК II (һемәге) (Р.: дымарь; И.: fumigator; T.: tütsüleme aleti) и. диал. ҡар. төтәткес.
Умарта ҡарағанда ҡорттарға төтөн өрҙөрә торған нәмә. □ Дымарь, окуриватель. һемәк менән ҡорттарҙы ҡарау. Тимер һемәк.
ҺЕМӘЛӘЙ (Р.: здоровенный; И.: hefty; T.: kocaman) с. диал.
Кәүҙәгә ҙур, әзмәүерҙәй, уҫлаптай. □ Здоровенный, крупный. ■ Ҡарт-ҡоролар һыҙырып эшләгәндә, тау-таш емерерлек һемәләй ир өйҙә ултырһын, имеш. А. Игебаев.
ҺЕН (Р.: чувство; И.: feeling; T.: duyum) и.
1. Кешенең ысынбарлыҡты төшөнөү, белеү, фекер итеү һәләте; иҫ, аң. □ Чувство, сознание. Үҙ һенеңдә булыу, һен юғалыу. Үҙ һенеңә килеу.
2. Кешенең эске донъяһы, уй-фекере, кисереше, тойғоһо; йән. □ Душа. Һен тейеу. Һенем һөймәй шул кешене.
♦ һен ағас хәрәкәтһеҙ, ҡатып ҡалған нәмәгә әйтелә. □ Как истукан. Болоттар һен ағас булып ҡатып тора. һен китеү (йәки ҡатыу) 1) иҫтән яҙыу. □ Терять сознание. Һене китеп йығылды. Һене ҡатҡансы иланы; 2) тын ала алмаҫтай булыу. □ Захватывать дух. ■ Роман һене ҡатып көлдө, хатта куҙенән йәштәре атылып сыҡты. Н. Мусин. Зөфәр тауышын сығармаҫҡа тырышып һене ҡатып көлдө. Д. Бүләков, һен ҡороу аптыраныу, иҫ китеү. □ Чувствовать себя в затруднительном положении, һен тейеү (йәки һөйөү) күңелгә ятыу, оҡшау. □ Понравиться, приходиться по душе. ■ Башта уға [егеткә] ниңәлер һенем теймәне, әллә нимәһенә һөйкөмһөҙ куренде. Р. Солтангәрәев.
ҺЕҢ (Р .: сеть; И.: net; T.: ağ) и. диал. ҡар. йылым.
Балыҡ тота торған селтәрле ау. □ Сеть, невод. Һең ҡуйыу. Һеңгә аулау. Һеңгә эләккән балыҡ. ■ Атаҡайымдың аттары һең алғанда сыҡҡан балыҡтай. Сеңләүҙән.
ҺЕҢГӘҘӘТЕҮ (һеңгәҙәт-) (Р.: оглушить; И.: stun; T.: sersemletmek) ҡ.
Кемделер иҫтән, хәлдән яҙҙырыу. □ Оглушить; довести до потери сознания, һеңгәҙәтә һуғып осороу. Был хәбәр мине һеңгәҙәтте.
ҺЕҢГӘҘӘҮ (һеңгәҙә-) (Р.: быть оглушённым; И.: be stunned; T.: bayıtılmış olmak) ҡ.
522