Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 521 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЕМТӘНЛӘҮ
һеләгәйҙе ағыҙырлыҡ тәм аңҡый, һәр кем, хәлдән килгәнсә, таба ҡыҙҙыра. М. Кәрим. Был еҫтәр менән тәмдәр тәьҫиренән Буяндың ауыҙынан һеләгәйҙәр буленеп сыға. М. Ямалетдинов.
♦ һеләгәй ағыҙыу үҙеңдеке итергә теләп ныҡ ымһыныу, ҡыҙығыу. □ Распускать слюни. ■ [Йыһанур:] Егетме ул, әллә һеләгәйен ағыҙып йөрөгән берәй мәмәй ауыҙмы? Н. Ҡотдосов. Егет тә Миңлегөлгә тишә ҡарап, һеләгәйен ағыҙып ултырған һымаҡ ине. Н. Мусин, һеләгәйе кипмәгән һүҙ һөйләргә, фекер әйтергә йәш әле, тигән мәғәнәлә кәмһетеберәк әйтелә. □ соотв. Молоко на губах не обсохло. Һеләгәйең кипмәгән аҡыл өйрәтергә!
ҺЕЛӘГӘЙ II (Р .: вьюн; И.: loach; T.: çopra balığı) и. диал. ҡар. эт балығы.
Һаҙандар ғаиләһенә ҡараған, йыланға оҡшаш, оҙон тәнле, ваҡ тәңкәле балыҡ. □ Вьюн (лат. Misgumus). һеләгәй аулау. Һеләгәй балаһы. Һеләгәй ыуылдырығы.
ҺЕЛӘҮКӘЙ (Р .: червь; И.: worm; T.: solucan) и. диал. ҡар. селәүсен.
Йомро, оҙон, умыртҡаһыҙ ҡорт. □ Червь (лат. Vermes). Ямғырҙан һуң һеләукәйҙәр кубәйә.
ҺЕЛӘҮҺЕН (Р.: рысь; И.: lynx; T.: tırıs) и. зоол.
1. Бесәйҙәр ғаиләһенә ҡараған, һарғылт һоро төҫтәге, ҡолаҡ остарында ҡара суғы булған йыртҡыс йәнлек. □ Рысь (лат. Lynx lynx). Һеләуһен тиреһе. Һеләуһен һуғыу. Ата һеләуһен. Һеләуһен тотоу. ■ Ҡая таштар араһында йөрөгәндә ҡоралай һәм һеләуһен юлдарын осратаһың. Н. Мусин. Мөхәмәтша, яҡтыра төшөп, таш ҡыуыштан сыға башлағанда белде: мәмерйә ауыҙында, уның юлын быуып, бәләкәйерәк быҙау дәумәллек һеләуһен ултыра ине. И. Ноғманов. Секерәйгән бесәй куҙе, тештәре, ыржайған ҡанлы ауыҙы ярым асыҡ ҡатҡан, һеләуһен бит. Ғ. Хөсәйенов.
2. миф. Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, һаҡлау, ҡурсалау көсөнә эйә булған йәнлек. □ Рысь (в башкирской мифологии — зверь, имеющий обережную силу). Һеләуһен тырнағын тағыу, һеләуһен теше.
ҺЕМГЕРЕК (һемгереге) (Р.: высморканное выделение из носа; И.: snot; T.: sümük) и.
Танау эсенән һемгереп сығарылған лайлалы шыйыҡса. □ Высморканное выделение из носа; сопля, которую высморкали, һем-гереген ҡулъяулыҡҡа һөрттө. Ҡуйы һемге-рек. Ҡулдәгенә һемгереге ҡатҡан.
ҺЕМГЕРЕҮ (һемгер-) (Р.: сморкаться; И.: snot, blow one’s nose; T: sümkürmek) ҡ.
Танау эсендәге һауаны ҡапыл өрҙөрөп, танау эсенән лайлалы шыйыҡсаны сығарыу.
□ Сморкаться. М Факиһа, танауын мыш-мыш тартып, кулдәгенең итәгенә һемгерҙе. Ж. Кейекбаев. Хакимиәт башлығы,.. сығарған аҡ ҡулъяулығы менән битен ҡаплап, танауы аша ҡаты һемгереп ҡуйҙы. Р. Вәлиев.
ҺЕМЕРЕҮ (һемер-) (Р.: втянуть (ртом жидкость)', И.: take a sip; T.: çekmek) ҡ.
Шыйыҡ нәмәне тын менән ауыҙға һурыу.
□ Втянуть (ртом жидкость), выцедить; лакать; прихлебнуть; хлебать. ■ Яланғас өҫтәл тирәләп бер нисә егет икмәкһеҙ генә аш һемереп ултыра ине. А. Абдуллин. Ҡыҙырас ҡымыҙҙы, яратып, бер туҡтамай һемереп эсте. 3. Биишева. Сарсаған ер ямғыр һутын һемерә, һыуға туйынып, йылға шатланған. Р. Бикбаев.
ҺЕММ (Р.: хм; И.: huh; T.: hım) ымл.
Кем йәки нимә менәндер риза булыу, маһайыу йәки, киреһенсә, риза булмау, икеләнеү, аптырауҙы белдереп әйтелгән һүҙ.
□ Хм. ■ Был һуҙҙәр бабайҙың бик ныҡ хәтерен ҡалдырҙы, курәһең. Ул һемм тип аҫҡы иренен тешләне. И. Ғиззәтуллин. Һемм, — тине Томан, мәғәнәле генә итеп, — аҙашҡанда гел бер урында өйөрөлдөрә ул, һин шуны бел. Т. Килмөхәмәтов.
ҺЕМТЕЙМӘҪ с. диал. ҡар. һөмһөҙ. Һем-теймәҫ кеше. һемтеймәҫ бала. Һемтеймәҫ холоҡло.
ҺЕМТӘНЛӘҮ (һемтәнлә-) (Р.: слоняться без дела; И.: loaf; T.: sürtmek) ҡ.
Маҡсатһыҙ унда-бында ҡағылыу, йөрөү.
□ Слоняться, шататься без дела. ■ Берәй дуҫ осрамаҫмы тип һемтәнләй инек. Д. Бүләков. Кинйәбайы бер сәбәпһеҙ урамда һемтәнләп йөрөуҙе яратмай, өй тирәһендәге эште,
521