ҺЕЛТӘМ
ҺЕЛТӘМ (Р.: обхват; И.: coverage; T.: tırpanla biçilmiş ekin yığını) и.
Бесән сапҡанда һ. б. эштә ҡул һелтәп алған аралыҡ һәм шул аралыҡты күрһәткән үлсәм берәмеге; алым. □ Обхват, охват, захват; размах. Салғы һелтәме. Сыбыртҡы һелтәме. Бер һелтәм улән сабып алыу. Ике һелтәм ер. М Хәтфә болон эсендә бер һелтәм саба алманым. Ғ. Сәләм.
ҺЕЛТӘНЕҮ (һелтән-) (Р.: замахиваться; И.: threaten; swing about; T.: keskenmek) ҡ.
Нимәнелер тегеләй-былай һелтәү, киҙәнеү.
□ Замахиваться, размахиваться. ■ Харис саптар Нурҡайға сыбыртҡы менән һелтәнде. Д. Бүләков. Артыш таяғы менән яҡ-яҡҡа һелтәнеп, ҡайҙандыр Габдрахим мулла килеп сыҡты. Р. Ғабдрахманов.
ҺЕЛТӘҮ (һелтә-) (Р.: махать; И.: wave, swing; T.: sallamak) ҡ.
1. Төрлө яҡҡа төрлө хәрәкәт яһау, болғау.
□ Махать, размахивать. Ҡулды һелтәу. М Шакир Вилданович, секундомерына ҡарап флагын һелтәу менән, барыһы ла, ташҡын төҫлө, алға ынтылды. Р. Байбулатов. Егет берсә тыпырлап бейеп китә, берсә, аяҡтарын бөкләп, юғарыға һикерә, йә, атҡа ҡамсы менән һуҡҡан һымаҡ, ҡапыл ҡулын һелтәй. Ә. Бикчәнтәев. Башаҡ өҫтәп һалыуға, ҙур еленен һелкетеп, оҙон мөгөҙҙәрен ҡурҡыныс һелтәп ҡара ҡыҙыл һыйыр сыға. Д. Булатова.
2. Ҡоралды үткер яғы менән нимәгәлер сабыу. □ Кидать, метнуть. Балтаны һелтәу. Ҡылысты һелтәу. ■ [Сөнәғәт — Фатимаға:] Һин, бәлки, Хөсәйенде ҡурҡытырға була ғына бысаҡ һелтәгәнһеңдер ҙә, яңылыш барып тейгәндер, тип тә уйлайым. Ж. Кейекбаев. Тимербәк ҡынынан ҡылысын һурып ала ла һарай яғына ҡарай һелтәп ебәрә. М. Кәрим.
3. Киҙәнеп ырғытыу, бәреү. □ Кинуть, бросить, выбросить. Таш һелтәу. Таяҡ һелтәу. ■ Ғәлимә ҡулындағы табаһын ишек төбөнә һелтәне, уҙе ҡаҡ иҙәнгә стенаға һөйәлеп ултырып алды. Т. Ғарипова. Көрәшселәр майҙанға сығып торҙолар, береһен-береһе һелтәй торҙолар. И. Ғиззәтуллин.
4. Киҙәнеп һуғыу. □ Бить, ударить. Һелтәп ебәреу. ■ Һыйыр, көтмәгәндә генә һал
дат ҡайышы менән һелтәп ебәргән малайҙан зарланғандай, мөңрәп ебәрҙе. Ә. Бикчәнтәев. Арыҫлан, бер көтөу һарыҡ ҡыуып, Иҙел өҫтөнән китеп бара, оҙон сыбыртҡыһын һелтәй, шартлатмаҡсы була, тик тауышы сыҡмай. И. Абдуллин. Януар, яҫтыҡтай ҙур тәпәйе менән һелтәп, мине ҡайындан һуғып төшөрҙө. Р. Вәлиев.
5. кусм. һөйл. Ҡемдеңдер әйберен үҙләштереү, урлау. □ Красть, воровать. ■ Ғәбдрәшит ағайымдың .. иң матур һурәтен һелтәнем дә ысҡындым. Т. Килмөхәмәтов. Берәйһе куреп ҡалып, мин киткәс, йөҙөктө һелтәмәҫме? — тип шикләнергә лә урын юҡ. Ш. Бикҡол.
6. кусм. һөйл. Тиҙ, ҡапыл күтәреп эсеп ебәреү. □ Пить залпом. ■ Ҡунаҡтар тағы урындарына ултырыша, тағы берәрҙе һелтәйбеҙ. Й. Солтанов.
♦ Ҡул һелтәү ғәмһеҙ, битараф мөнәсәбәт күрһәтеү, иғтибар бирмәү. □ Махнуть рукой на кого, на что. ■ Сәлим инде был эштең уңышлы сығыу ына ҡулын һелтәгәйне, ахры. Р. Байбулатов. Хисам, был һуҙҙәрҙе етдигә һанамағанын белдереп, ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы. Б. Рафиҡов.
ҺЕЛӘ (Р.: солнечное сплетение; И.: solar plexus; T.: karın boşluğu sinir ağı) и. анат. ҡар. күкрәк ауыҙы.
Нервы шәлкемдәренең йыйылмаһы урынлашҡан күкрәктең аҫҡы өлөшө. □ Солнечное сплетение, подвздох, поддых. Кешенең һеләһенә һуҡһаң, тын ала алмай.
♦ һелә ҡатыу тын ҡыҫылғансы, арманһыҙ булып көлөү йәки илау. □ Закатываться от смеха или плача, һелә ҡатҡансы көлөу. һелә (йәки теңкә) ҡороу ни менәндер ныҡ йонсоу, маҙаһыҙланыу. □ Терять терпение. ■ Декабрь, ғинуар, февраль айҙары — уҙҙә-ренең йөрәккә утерлек һыуығы, ыҙғыр елдәре, ҡаты бурандары менән һеләне ҡорота торған айҙар. Ғ. Дәүләтшин, һеләһеҙ булыу тәҡәтһеҙ булыу. □ Выбиться из сил. һеләһеҙ булып көлөу.
ҺЕЛӘГӘЙ I (Р.: слюна; И.: saliva; Т.: salya) и.
Ауыҙ ҡыуышлығындағы лайлалы шыйыҡлыҡ, шайыҡ. □ Слюна. ■ Ауыл өҫтөндә
520