ҺЕЛТЕРӘҮ
şapça ҡыҫҡа итеп ҡырҡылған ерән сәстәрен һелкеп алға төшөрҙө. 3. Биишева. Юлдыбаев шат йөҙ менән Сабирҙың ҡулын ҡапыл ғына ике ҡуллап тотто ла һелкә башланы. Ә. Вәли. Батыев Бикташевтың яғаһынан эләктереп алып, бар көсөнә һелкте. Яр. Вәлиев.
2. Сүп, туҙан һ. б. төшөрөү өсөн нимәнелер киҫкен хәрәкәт менән һелтәп, ҡапыл ҡуҙғатыу, ҡағып ебәреү. □ Махать, смахнуть; вытряхивать, отряхивать. Балаҫты һелкеү. Һелкеп ташлау. Һелкеп төшөрөү. ■ Мәүлет байҙың ҡар һырыған төлкө тунын Нәзифә алып һелкте. Ғ. Дәүләтшин. Дәүләткирәй, керләнгән кисетын әйләндереп, уның саңын янып ятҡан ут өҫтөнә һелкте. Р. Өмөтбаев.
ҺЕЛКЕШЕҮ (һелкеш-) ҡ.
1. урт. ҡар. һелкеү. взаимн. от һелкеү. Ҡулдан тотоп һелкешеү. Балаҫ һелкешеү. Бер-береһен һелкешеү.
2. диал. Бер-береңде еңергә теләп яғанан һелкеү, яғалашыу. □ Схватиться за грудки; бороться. Ике егет һелкеште. Һелкешеп китеү. Һелкешә башлау. М Һелкешеп ҡарарбыҙ, ағай, йәнә бер нисә йылдан!.. — Батыр, мутлашып, күҙ ҡыҫа, беләктәрен һыҙғанған. Ф. Күзбәков. Ике бандит ике ҡулынан тотоп, тартҡылашып, һелкешеп, ниҙер әйтеп яуаплашҡан Айбулатты һөйрәкләп алып баралар ине. Һ. Дәүләтшина.
ҺЕЛКӘҮ I (һелкә-) ҡ. диал. ҡар. һелкеү. Ҡул һелкәү. Аяҡ һелкәү. Һелкәп тороу.
ҺЕЛКӘҮ II (Р.: ленивый; И.: lazy; T.: tembel) с. диал. ҡар. ялкау.
Эш һөймәҫ. □ Ленивый. Һелкәү кешене яратмайҙар. Эшкә бигерәк һелкәү.
ҺЕЛКӘҮ III с. диал. ҡар. сей I, 2. Һелкәү бәлеш.
ҺЕЛКӘҮЕС (Р.: широкое, продолговатое корыто; И.: elongated trough; T.: uzunca yalak) и.
1. Төйгән ярманы һелкеп, кәбәген айыра торған йәйпәк ялғаш. □ Широкое, продолговатое корыто (для просеивания крупы, зерна и т. п.). И Ҡылыс танаулы, ҙур күк күҙле Хисами ҙур һелкәүес, ике силәк, тағы кер йыуа торған ялғаш күтәреп килгән. А. Таһиров. [Ҡөнбағышты] ҡояшта һурыҡ
тыраһың, кипкәс, һелкәүестә елгәрәһең, тағы бөртөкләп таҙартаһың. Г. Яҡупова.
2. Он иләй торған киң ағас һауыт.
□ Долблёный лоток (для просеивания муки). Ондо һелкәүескә һалып иләү. Яңы һелкәүес. Киң һелкәүес.
ҺЕЛПЕ (Р.: пушистый; И.: light; flufly; T.: gevrek) с. диал. ҡар. өрпәк.
Йомшаҡ, осоҡ ҡына булып ҡабарып ятҡан (ҡар йәки шундай нәмәгә ҡарата).
□ Пушистый, һелпе ҡар. һелпе ҡауырһын. Һелпе мендәр.
ҺЕЛТЕ (Р.: щёлочь; И.: alkali; T.: alkali) и.
1. хим. Тоҙ менән кислота ҡушылғандан барлыҡҡа килгән һыуҙа ирей торған матдә.
□ Щёлочь. Зәһәр һелтеләр, һелте иретмәһе. Һелте барлыҡҡа килтереүсе металдар.
2. Көлдө ҡайнатып яһаған тоноҡ; көл тоноғо. □ Щёлок, отзол. М Ҡартәсәйем дә кәлгә эҫе һыу ҡойоп, һелте әҙерләй, таҫтамал йыуырға тота. Г. Яҡупова. Әсәй һелте һыуында кер йыуыу менән мәшғүл. М. Садиҡова.
ҺЕЛТЕЛЕ (Р.: щелочной; И.: alkaline; T.: alkali) с.
Һелте ҡушылған. □ Щелочной, с щёлочью. Һелтеле һыу. Я Бибеш ҡаҙан-ҡаҙан һелтеле һыу эҫетеп, өҫтәл өҫтөнә ултырғыстар ҡуйып баҫып, иң элек түбә таҡтаһын йыуып төшөрҙө. 3. Биишева.
ҺЕЛТЕЛӘҮ (һелтелә-) (Р.: щелочить; И.: leach; T.: süzmek) ҡ.
Нимәгәлер һелте ҡушыу йәки һелте менән эшкәртеү. □ Щелочить. Алтынды һелтеләү. Көмөштө һелтеләү. Һелтеләп ҡуйыу. Тығыҙ һелтеләү ысулы.
ҺЕЛТЕРӘҮ (һелтер-) (Р.: дрожать; И.: tremble, shake; T.: titremek) ҡ. диал. ҡар. ҡалтырау.
1. Киҫкен итеп ҡуҙғалыу, дерелдәү. □ Дрожать, трястись, һелтерәп ҡуйыу. Ҡапыл һелтерәү. Ҡурҡыштан һелтерәү.
2. Үтә ныҡ йонсоу, әлһерәү. □ Изнуриться. Һелтерәп бөтөү. Эштән һелтерәү. Эҫенән һелтерәү. һелтерәп йығылыу.
519