Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 518 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЕЙҘЕК ҠЫУЫҒЫ
ҺЕЙҘЕК ҠЫУЫҒЫ и. ҡар. бәүел ҡыуығы. ■ Һейҙек уткәргесе көпшәһе бөйөр лаҡанын һейҙек ҡыуығы менән тоташтыра. В. Ғүмәров.
ҺЕЙҘЕК ТОТМАУ (Р недержание мочи; И.: incontience; T.: idrarını tutamama) и.
Бөйөр, ҡыуыҡ ауырыуҙары арҡаһында кесе ярауҙы тота алмау. □ Недержание мочи. ■ Диабеттың беренсе билдәләренә төнөн һейҙек тотмау, аппетит булғанда ла ябығыу инә. «Йәшлек», 7 февраль 2008. Көйәнтә аша атларға ярамай, һейҙек тотмау булыр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺЕЙҘЕК ЮЛЫ и. ҡар. бәүел юлы.
Һейҙек юлы шешеу.
ҺЕЙҘЕРЕҮ (һейҙер-) ҡ. эйһ. ф. ҡар. һейеү. безл. от һейеү. ■ Аптырағас, бағымсыға куренергә булдыҡ. Йыш һейҙерә. Курше-кулән «малайҙың эсе төшкәндер» тип фараз ҡылды. Р. Камал.
ҺЕЙҘЕРТКЕС (Р.: мочегонный; И.: diuretic; T.: müdrir) с.
Һейҙек бүленеүенә килтергән. □ Мочегонный. Һейҙерткес саралар, һейҙерткес дарыуҙар ҡулланыу. Һейҙерткес эсемлектәр.
ҺЕЙЕҮ I (һей-) (Р.: мочиться; И.: urinate; T.: işemek) ҡ.
Организмдан һейҙекте сығарыу, кесе ярау итеү; кес итеү. □ Мочиться, испускать мочу. Һейеп алыу. Һейеп бөтөу. Һейә башлау.
ҺЕЙЕҮ II (һей-) (Р.: жалить; И.: sting; T.: ısırmak) ҡ. диал. ҡар. сағыу.
Ҡағылған саҡта ағыулап әсеттереү, әрнетеү. □ Жалить. Кесерткән ҡулды һейгән.
ҺЕЛКЕНДЕРЕҮ (һелкендер-) ҡ. ҡар. һелкетеү 1. ■ Мәмбәтсура эйәк аҫтындағы май ҡатламын һелкендереп, тулы битен йәйрәтеп көлдө. Н. Мусин. Ер өҫтөн һелкендереп, тирә-яҡта дошмандың туптары ярыла башланы. Я. Хамматов.
ҺЕЛКЕНЕҮ (һелкен-) (Р.: колебаться; И.: shake; tremble; T.: silkinmek) ҡ.
1. Бер урында торған көйө тегеләй-былай ҡуҙғалыу, киҫкен ҡалтыраныу. □ Колебаться, шататься, шевелиться, трястись. Ж һалам башлы өйҙәрҙең ҡыйыҡтары аҙ ғына һелкенгән, ҡышты ҡабул итергә ҡарышҡан һымаҡ тойола. С. Агиш. Йәйпәк
япраҡтары өҫтөндә томбойоҡтар һелкенеп ҡуйҙылар. X. Ғиләжев. Ҡарттың яурындары өҙлөкһөҙ һелкенә, ҡалтырай ине. А. Карнай. • Ел иҫмәй тороп, ҡурай һелкенмәй. Мәҡәл. Эшләгәндә йөрәгең елкенһен, ашағанда ҡолағың һелкенһен. Әйтем.
2. кусм. һөйл. Бер аҙ ҡуҙғалып йәки бер тына нимәлер эшләп алыу. □ Поработать, пошевелиться. ■ Камил ҡайтыу яғына былай ҙа куңелле юртҡан атты ҡыуалап: — Һайт, уңғанды! Йылдамыраҡ һелкенеп ал әле, — тип һөйләнде. Ә. Вәли. [Кәбир:]Минең өсөн бер һелкенеп алырлыҡ ҡына бит бындағы эш, бер уйлап ҡараһаң. Яр. Вәлиев.
ҺЕЛКЕНЕШЕҮ (һелкенеш-) ҡ. урт. ҡар. һелкенеү, взаимн. от һелкенеү. М Ҡоштар елпенеп осоп киткәндә йәки ояларына ҡунғанда, ботаҡтар осонда дерелдәп торған нәфис һарғылт алҡалар куңелле генә һелкенешеп алалар ине. Ә. Байрамов. Арттаны-раҡ эркелешеп һыбайлылар килә, арбалар һелкенешә. Б. Рафиҡов.
ҺЕЛКЕТЕҮ (һелкет-) (Р.: шевелить; И.: stir; shake; tremble; T.: silkmek) ҡ.
1. Тыныс хәлдән хәрәкәткә килтереү, ҡуҙғатыу, ҡалтыратыу. □ Шевелить; качать; трясти, шатать, расшатывать, колебать. М Сәлих талығыуҙы һирпеп ташлау өсөн беләк мускулдарын һелкетеп ҡуйҙы. С. Агиш. Заводҡа табан елдергән трамвай, туң рельс баштарында даңғылдап, бауырҙарҙы һелкетә. Ә. Байрамов.
2. кусм. һөйл. Эш-хәрәкәткә көс, дәрт менән ҡуҙғатыу. □ Будоражить, всколыхнуть, встряхнуть; тревожить. Донъя һелке-теу. Н Бөтә ауыл өҫтөн дер һелкетеп киске уйын башлана. Д. Исламов. Кулға-ҡул, аҙымға-аҙым тура килтереп, йыр ыңғайына һелкетә баҫып тигеҙ сафта барған курсанттарҙың йөҙө ҡыйыу, етди. Я. Хамматов. Тормош быны ныҡ һелкеткән икән, тип уйланы Айбар Ғимран тураһында. Ғ. Хисамов.
ҺЕЛКЕҮ (һелк-) (Р.: трясти; И.: shake; T.: silkmek) ҡ.
1. Киҫкен итеп, тегеләй-былай ҡуҙғатыу. □ Трясти, качать, махать, встряхнуть, һелкеп тороу. Ҡулъяулыҡ һелкеу. М Шәмсиә малай-
518