ҺЕЙҘЕК
Һебә көрәшендә ҡатнашыу, һебә көрәшенең еңеүсеһе. Һебә көрәшен ойоштороу.
ҺЕБӘ ҠАБЫРҒАҺЫ (Р.: мясо с рёбер ной части туши лошади или барана; И.: meat with ribs; T.: kaburga eti) и. этн.
Күкрәк һөйәгенә тоташмаған йомшаҡ итле 11-12-се ҡабырғалар. □ Мясо с рёберной части туши лошади или барана. И Көрәштә йығыусы батырға — һебә ҡабырғаһы, йығылыусы батырға муйын һөйәге бүләк итеп бирелә. М. Буранғолов.
ҺЕБӘ ЙЫЙЫУ (Р.: сбор подарков; И.: gifts collecting; Т.: Sabantuy için hediye toplama) и. этн.
Ауылда өй беренсә йөрөп һабантуйға бүләк йыйыу. □ Сбор подарков по домам для награждения победителей на сабантуе.
■ «Нур» бейеү ансамблендә шөғөлләнеүсе бер төркөм балалар атҡа арба егеп, борондан килгән һебә йыйыу йолаһы буйынса, ауыл буйлап таҫтамал, яулыҡ йыйып сыҡты. «Юшатыр», 23 июнь 2015 йыл.
ҺЕБӘЛЕК (һебәлеге) и. ҡар. һебә 2.
■ Иң һимеҙ һарыҡтың тап һебәлек һәм арт боттары яртылаш ҡойроҡ майы менән ҡуша һалып бешерелгән. Т. Хәйбуллин.
ҺЕ-Е (Р.: хм; И.: huh; Т.: һаһ) ымл.
Аптырауҙы белдергәндә әйтелә. □ Хм (выражает удивление). М Нимәнән башларға ла белмәйем .. — һе-е... — тине Рәсим аптырап. Р. Камал. Илмырҙа .. һөйләнде: — Ярлымановмы? һе-е. Ҡайҙа булһын Ярлы-манов. Балыҡта. Ә. Вәли.
ҺЕҘ (һеҙҙең, һеҙгә, һеҙҙе, һеҙҙән, һеҙҙә) (Р.: вы; И.: you; T.: siz) зат а.
1. Бер нисә, күмәк кешегә өндәшкәндә ҡулланылыусы һүҙ. □ Вы. М [Нәүфәл:] Юҡ, егеттәр, һеҙ нисек уйлайһығыҙҙыр, әммә минең теләк — технология институтын тамамлау, — тип ҡуя. Ә. Байрамов. Бала саҡта беҙҙе ана шуны шүрәле көлә тип ҡурҡыта торғайнылар, хәҙер һеҙҙе ышандырырһың, ышандырмай ни, — ти Зөләйхә әбей уйсан ғына. 3. Биишева.
2. (баш хәреф менән) Әҙәплелек һүҙе булып бер кешегә өндәшкәндә ҡулланыла. □ Вы (вежливая форма обращения). М Һеҙҙе, ҡоҙа, — тине Төхфәт мулла, — ошо көндәрҙә кантонға эшкә китә, тип ишетеп ҡалдым.
С. Агиш. Ә беҙ, апай, Илдарҙы һеҙ ебәрмәй икән тип уйлағайныҡ, — тине Роза, уңайһыҙланып. Р. Байбулатов.
ҺЕЙ (Р.: хе!; И.: һеһ!; T.: tüh) ымл.
Кәмһетеүҙе, һанға һуҡмауҙы белдергәндә әйтелә. □ Хе, ха (выражает пренебрежение, досаду). ■ Элек беҙҙең яҡта борсаҡ сәсмәгән кешене кешегә лә һанамайҙар ине, — тине ул [Илмырҙа]. — «Һей уның кешелеге, борсаҡ та сәсмәй бит ул», тип кенә ебәрәләр ине. Ә. Вәли.
ҺЕЙГӘК (Р.: страдающий недержанием мочи; И.: saffering of incontience; T.: idrarını tutamayan) с. һөйл.
1. Йоҡлағанда һейеп ятҡан йәки һейҙеген тота алмаған, күп һейгән. □ Страдающий недержанием мочи. ■ Камилаһы илаҡ, етмәһә, — һейгәк. Г. Яҡупова.
2. күсм. Юҡҡа-барға илап, зарланып йөрөгән. □ Ноющий, недовольный, жалующийся. һейгәк ҡатын. ■ Һейгәк бисәләргә оҡшап, сарбайланма. Бар, ана һыйырыңды һау .. — Фәүзиә ашыҡмай ғына, килененә бойора-бойора, күтәрмәгә менде. Т. Ғарипова.
ҺЕЙГӘКЛӘҮ (һейгәклә-) (Р.: часто мочиться; И.: urinate frequently; T.: sıkça işemek) ҡ. һөйл.
1. Туҡтауһыҙ һейеү, кес итеү. □ Часто мочиться, һейгәкләп йөрөү. Туҡтауһыҙ һейгәкләү.
2. күсм. Юҡҡа-барға зарланып, кемделер насарлап, ризаһыҙлыҡ менән һөйләнеү.
□ Жаловаться, сетовать, роптать. М Уға [ҡоҙағыйға] тейер килен түгел, уға нигә һейгәкләй. Сеңләүҙән.
ҺЕЙҘЕК (һейҙеге) (Р.: моча; И.: urine; T.: idrar) и.
Матдәләр алмашыныу арҡаһында бөйөрҙән бүленеп сығарылып, организмдан кесе ярау менән сыға торған шыйыҡлыҡ; бәүел.
□ Моча, урина, һейҙек юлы. Һейҙек бүленеп сығыу. ■ [Миңнеямал:] Өләсәйең гелән ошолай эшләй торғайны, тиҙ уңалта, йомортҡа булмаһа, һейҙек ҡулланығыҙ, теләһә ниндәй яраға, шешкән, бешкән урындарға килешә ул, тип әйтә торғайны. «Ағиҙел», № 11, 2011.
517