ҺАҺЫЛДАШЫУ
ҺАҺЫЛДАШЫУ (һаһылдаш-) ҡ. урт. ҡар. һаһылдау, взаимн. от һаһылдау. ■ Юҡ-барҙан мәрәкә табырға әҙер тороусы ҡыҙылармеецтар һаһылдашып көлөргә тотондо. Я. Хамматов.
ҺАШТАМА ҺАЛЫУ (һаштама һал-) ҡ. диал. ҡар. һораныу. Һаштама һалып йөрөу. Кешегә һаштама һалыу.
ҺАЪ-ҺАЪ (Р.: гоп-гоп; И.: hop-gop; Т.: һор! һор!) ымл.
Бейегәндә дәрт биреп әйтелгән һүҙ. □ Гоп-гоп (выражает воодушевление во время танца). ■ Егет орсоҡ шикелле өйрәлә. Бейеу араһында «әйт шуны, һаъ-һаъ» тигән һуҙҙәрҙе лә ҡушып ебәрә. Т. Хәйбуллин.
ҺАЯҠ (Р.: необъезженный; И.: unbridled; T.: torlak) с.
Менелмәй, егелмәй, өйөрҙән айырылып үҙ яйына яңғыҙ йөрөгән (йылҡы малына ҡарата). □ Необъезженный, вольный (о лошадях). ■ [Ҡаныш:] Таһыл менеп китте, ат эйәрләп, һанайым тип йылҡы һаяғын. X. Ғәбитов. • Йылҡының һаяғын алғансы, ҡуйсының таяғын ал. Әйтем.
ҺАЯУҺЫҘ с. диал. ҡар. һарауһыҙ 1. һаяуһыҙ кеше. һаяуһыҙ һорау, һаяуһыҙ холоҡ.
ҺЕ (Р.: гм; И.: ahem; T.: hım) ымл.
1. Аптырағанда әйтелә. □ Гм, хм, мда, ну; ну да! (выражает удивление). ■ Сәуәних уҙ алдына танауы менән генә «һе» тип көлөп алды. Р. Ғабдрахманов. [Вася:]Һе, бик ҡыҙыҡ икән, — тип һуҙҙы ла, ҡапыл, — ә һин, Айбулат, русса уҡый беләһеңме һуң? — тип һораны. Һ. Дәүләтшина. [Нурый:] Һе, улай икән, — тине, сана ләжәнкәһенә ултырҙы. А. Таһиров.
2. Кешенең һүҙенә, эш-ҡылығына кире мөнәсәбәт белдергәндә әйтелә. □ Ха, как же, хе (выражает неодобрительное отношение кчьим-л. словам, поступкам). ■ Һе, берэу-ҙәр прогулкаға йөрөй, имеш,— тип көлдө Хисамов, — беләбеҙ, дуҫҡай, ул прогулканың ниндәй икәнен. А. Мағазов. [Сәлим:]Һе, тапҡандар. Ҡаршыңа килгән биш-алты танкыны уптым илаһи селпәрәмә килтерһәң ине — бына ҡайҙа ул геройлыҡ! С. Поварисов.
ҺЕБӘ [ғәр. (Р.: подарок; И.: gift; T.: hediye) и. этн.
1. Яҡшы эште билдәләп йәки берәй нәмәгә арнап бирелгән бүләк. □ Подарок, приз. Һебә өләшеу. ■ Катын-ҡыҙ тирмәләре — уҙе бер мәжлес курке. Бер-береһенең аш-һыуын, һебә, йыуасаларын маҡташалар, һөйләшеп һуҙҙәре бөтмәй. Ғ. Хөсәйенов. Һебә — өр-яңы сарыҡ — тамъян уҫмеренә эләкте, яҡташтары уға шау-гөр килеп ҡул саптылар. И. Ноғманов.
2. Малдың бөйөрө янындағы ҡыҫҡа ҡабырғаһының ите. □ Мясо на ложных рёбрах. Һебә бешереу. Һебә ашау. Һебә һурпаһы.
■ Сәғилә әбей йәһәт кенә соланға сығып, ҡыҙы ҡайтыуына һаҡлаған ике киҫәк һарыҡ һебәһен индереп, ҡайнарға йыйынған өйрә эсенә һалып ебәрҙе. Р. Өмөтбаев.
3. Һабантуйҙа еңеүсегә бирелә торған малдың иң яҡшы ите. □ Приз в виде куска баранины (мясо на ложных рёбрах), вручаемый победителю на состязании, һебә алыу.
■ Иң ғәйрәтле, бил бирмәҫ батыр булып Әмин батыр һебә алды. Ғ. Хөсәйенов. [Әхмә-ҙи] һабан туйҙарында, йыйындарҙа көрәшеп, һебәләр .. алған. Ж. Кейекбаев.
4. Килен күренесенә ҡаршы әйтелгән бүләк. □ Ответный подарок на подарок невесты. Туй һебәһе. Һебә биреу. Һебә һалыу йолаһы.
ҺЕБӘ АЛЫП ҠАСЫУ (һебә алып ҡас-) (Р.: состязание гостей на свадьбе; И.: kind of Bashkir wedding ceremony; T.: düğünde yapılan bir yarışma) ҡ. этн.
Туйҙа ҡоҙаларҙы ҡаршы алғанда туй һебәһен алыу өсөн үткәрелгән ат сабыштырыу (кемдең аты шәп сапһа, шул һебәне ала ла ауылға беренсе булып килеп инә). □ Состязание гостей на свадьбе за право первым въехать на повозках в деревню.
ҺЕБӘ ЙҮГЕРТЕҮ (һебә йүгерт-) ҡ. этн. ҡар. һебә алып ҡасыу. ■ Вәлимәне йәшереу, һебә йугертеуҙәр, кейәу-килен куренештәре өләшеу — барыһы ла булды. С. Шәрипов.
ҺЕБӘ КӨРӘШЕ (Р.: обряд национальной борьбы; И.: sort of Bashkir rite; T.: düğün güreşi) и. этн.
Һабантуйҙа иң яҡшы киҫәк ит өсөн көрәшеү йолаһы. □ Обряд национальной борьбы (состязания) за лучший кусок баранины.
516