Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 515 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАҺЫЛДАУ
ничье снаряжение для ловли зверей. Һауытҡа төлкө аулау. Һауыт ҡороу. Һауытҡа эләгеү. Һауытҡа төшөү.
ҺАУЫТ-ҺАБА (Р.: посуда; И.: ware; dishes; T.: kaplar) и. йыйн.
Аш-Һыу әҙерләү, һаҡлау һ. б. өсөн ҡулланылған төрлө һауыт; ҡашығаяҡ. □ Посуда.
■ Ҡыҙҙар һауыт-һаба йыуып, өйҙө йыйыштыра ине. Р. Байбулатов. Аш бүлмәһендәге өҫтәлдәргә тауҙай итеп бысраҡ һауыт-һаба өйөлгән. Р. Вәлиев. Ғәли, бик ыҫпайланып-ҡупшыланып, һауыт-һаба кибетендә үҙенә кәрәкле нәмәләрҙе һайлап алып йөрөй ине. М. Ғафури.
ҺАУЫТ-ҺАБА ЙЫУЫУСЫ (Р.: посудомойщица; И.: dishwasher; T.: bulaşıkçı) и.
Дөйөм туҡланыу урындарында һауыт-һаба таҙартыу эше менән шөғөлләнгән кеше. □ Посудомойщица, судомойка. Кафеға һауыт-һаба йыуыусылар талап ителә.
■ Әсәйем ашханала һауыт-һаба йыуыусы, аҙаҡ ашнаҡсы булды. «Юшатыр», 21 июнь 2014.
ҺАУЫТ-ҺАЙМАН и. диал. ҡар. һауыт-һаба. ■ Татлыбай .. ыҫлаған тиренән төрлө аяҡ кейеме, һаба, ботлоҡ, .. турһыҡ кеүек һауыт-һаймандар .. яһарға өйрәнде. Ш. Шәһәр.
ҺАУЫУ (һау-) (Р.: доить; И.: milk; Т.: sağmak) ҡ.
1. Имсәкте ҡыҫып, елендәге һөттө ағыҙып сығарыу. □ Доить. // Дойка. Аппарат менән һауыу. Ҡул менән һауыу. Имеҙеп һауыу.
■ Хужабикәләр биҙрәләрен күңелле итеп сылтырата-сылтырата һыйыр һауырға сығалар. И. Абдуллин. Ғәтифә берҙән-бер улын эйәртте лә Яманташ буйҙарында йәйләү ҡороп йәшәгән байҙарға бейә һауырға китте. Ғ. Аллаяров. Байҙар йылҡыларын яландан ҡайтарып, елендәргә ҡолондарын ҡуйып, бейәләрен бәйләргә, һөт-ҡымыҙҙарын һауырға тотондолар. Д. Юлтый.
2. күсм. һөйл. Кешене йәки берәр ойошманы һ. б. табыш сығанағы итеп файҙаланыу. □ Доить. // Дойка. ■ Ун биш балаға утыҙ хеҙмәткәр, әҙәм көлкөһө, — тип башланы сығышын мәғариф бүлеге мөдире. — Был хәл
күрәләтә хөкүмәттең аҡсаһын һауып ятыу тип атала. К. Фазлый.
3. Буйҙан-буй яйлап тартыу, һуҙып, тартып алыу. □ Тянуть, вытягивать, һуйған малдың эсәген һауыу. Ауҙы һыуҙан һауып сығарыу.
♦ Ҡан һауыу ауыр кисерештән ныҡ әрнеү. □ соотв. Сердце кровью обливается. ■ [Аҡйондоҙ:] Уғата әрнеүҙәргә төштөм, уғата һағыштарға һабыштым, эс-бауырҙарыма ҡара ҡандар һауып, яна-яна ҡара күмерҙәргә ҡалды. М. Кәрим.
ҺАУЫУ АППАРАТЫ (Р.: доильный аппарат; И.: milking machine; T.: sağma makinesi) и.
Һыйырҙы механик рәүештә һауа торған ҡоролма. □ Доильный аппарат. ■ Бына Гөльямал һауыу аппаратын эшкә ебәрҙе. Н. Ҡотдосов. Ҡыҙҙарҙың халаттары ҡарҙай аҡ, һөт феләктәре, күнәк-биҙрәләр, һыйыр һауыу аппараттары ялт итеп тора. Ә. Хәкимов.
ҺАУЫШЫУ (һауыш-) ҡ. урт. ҡар. һауыу 1. взаимн. от һауыу 1. ■ Мин шул иртә-кисле һыйырҙарҙы һауышам, көндөҙ ҡырҙа эшләйем. М. Садиҡова.
ҺА-ҺА, һа-һа-һа (Р.: ха-ха; И.: һа-һа; T.: kahkaha) ымл.
Маһайып йәки мыҫҡыл итеп көлгәнде белдерә. □ Ха-ха, га-га (выражает уничижительный, презрительный смех). ■ ha-ha, — Шәмиғолов ҡалын тауыш менән көлөп ҡуйҙы. Ә. Вәли. Кәләште йәнәш ултыртып еләһе генә ҡалды, һа-һа-һа!.. — Буранбай ҙа уйсан ҡара күҙҙәрен йылтыратып көлөп ебәрҙе. И. Ғиззәтуллин.
һ Аһ Аһ АЙ Л АУ ( һаһаһайла-) ҡ. ҡар. һаһылдау. ■ Йоҙроҡтарын төйгән Сафуан һаһаһайлап көлөп Ғәйзуллаға ҡарай атланы. Я. Хамматов.
ҺАҺЫЛДАУ (һаһылда-) (Р.: хохотать;
И.: gaffaw; laugh; T.: kahkaha atmak) ҡ.
Ҡысҡырып көлөү. □ Хохотать, гоготать.// Хохот, гогот. ■ Әзмәүер ир бар тауышына һаһылдап көлә. Д. Бүләков. Ҡаҙаяҡ буйын дер һелкетеп, йыйылған халыҡ һаһылдап көлә башланы. Ә. Хәкимов.
515