Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 514 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАУЫМ
килә торған булған. М. Кәрим. • Байтал менһәң, ҡолон юҡ, һауым мал екһәң, ҡымыҙ юҡ. Әйтем.
ҺАУЫМ III (Р.: мера длины; И.: ell; T.: bir ölçü) и. этн.
Өс һаплам еп оҙонлоғондағы үлсәү берәмеге (ун һауым бер баҫма була). □ Мера длины (нитка на три вдевания в иголку). Бер һауым еп менән тегеү. Өс һауъсч оҙонлоғонда.
ҺАУЫМ КҮНӘГЕ (Р.: подойник; И.: milk pail; T.: süt kovası) и.
һөт haya торған күнәк. □ Подойник. һауым күнәген тултырғансы һауыу. ■ Ҡымыҙ, бал эселә, туҫтаҡтар сайҡала, көрәгәләр бөҫкәрә, һабалар бешеләләр, һауым күнәктәре бушатылалар. Т. Хәйбуллин.
ҺАУЫН I (Р.: дойный; И.: milking; Т.: sağmal) с.
1. һауҙырған, һөт биргән. □ Дойный.
■ Бына бер ваҡыт һауын бейәләр сырҡы-рашып еҙелеккә ҡайтты. Ғ. Ибраһимов. Артыҡ күп булмаһа ла, егерме биш баш һауын һыйыры бар Биксәнтәйҙең. И. Ноғманов. Өс һауын кәзәнән биш-алты бәрәс була. Ж. Кейекбаев.
2. Һөт һауыу менән бәйле. □ Доильный.
■ Мәктәптә уҡығанда, ҡыҙҙар һауын аппараттарының серенә төшөнөү дәрте менән мәж килделәр. М. Ғиләжев. Әсәйем, һауын биҙрәһен ситкә ҡуйып, табаҡтай ҙур еленле һыйырының бер имсәген ергә һауып ултыра ине. Яр. Вәлиев.
♦ һауын һыйыр нимәнелер туҡтауһыҙ буш алыу өсөн сығанаҡ итеп ҡаралған кеше йәки ойошма, һ. б. тураһында әйтелә. □ соотв. Дойная корова. ■ [Самат — крәҫтиәнгә:] Ҡаҙау булһа ла, ҡалай кәрәкһә лә, Зиннәт мырҙаңа киләһегеҙ, тапҡанһығыҙ һауын һыйыр. X. Ибраһимов. Насыр Йомағужаға ҡарап алды ла, уның йөҙөндә һөйләргә ниәтләнеү күренмәгәс: — Совет — ул һауын һыйыр түгел, Йәләй ағай,— тип һүҙ башланы. А. Таһиров.
ҺАУЫН II и. ҡар. һауым I. ■ Көтөүселәр малды һауынға ҡыуып килтергән. Т. Ғарипова. Фәнүзә ике көн рәттән киске һауынға һуңлап килде. Р. Кинйәбаев.
ҺАУЫН III (Р.: заёмщик; И.: obligator, ower; T.: borçlu) и. тар.
Йот йылында ярлы кешенең байҙан алып торған малы ҡырылып, бурыслы булып ҡалған кеше. □ Заёмщик, должник, һауынға мал алыу. Һауын булып ҡалыу.
ҺАУЫНСЫ (Р.: доярка; И.: milkmaid; T.: sağıcı kadın) и.
Һыйыр һауыусы. □ Доярка, дояр. ■ Йәмил белгәндән бирле атаһы тракторсы, әсәһе һауынсы булып эшләне. Р. Байбулатов. Исҡужин фермала йөрөп ҡайтҡас та Әфләту-новҡа һауынсы Нисаны саҡыртырға ҡушты. Ә. Вәли. Көн дә бер һауынсы шулай быҙаулау бүлегендә төнгөлөккә ҡала. Т. Ғарипова.
ҺАУЫР и. ҡар. һауры II. Һауыр ситек. Һауыр ҡумта. Һауыр ҡата.
ҺАУЫРЛАШЫУ (һауырлаш-) (Р.: садиться вдвоём на лошадь; И.: sit together on a horse; T.: iki kişi ata binmek) ҡ. диал. ҡар. менгәшеү.
Бер атҡа икәүләп атланыу. □ Садиться вдвоём на лошадь, һауырлашып алдылар. Атҡа һауырлашыу. һауырлашып менеү.
ҺАУЫТ! (Р .: посуда; И.: plates and dishes; T.: kap) и.
Эсенә нимәлер ҡойоп, һалып була торған нәмә. □ Посуда, посудина, сосуд. Икмәк һауыты. Һөт һауыты. Ҡара һауыты. Тоҙ һауыты. Төпсөк һауыты. ■ Ҙур һауыт менән килтергән ҡатыҡты ялт иттереп ҡуйҙыҡ. С. Агиш. Фатима еңгәһенең һауыттарын алды ла шаҡмаҡлы ҡыҙыл ашъяулыҡҡа төрөп ҡайтып китте. Б. Бикбай. Ҡәнзәфәр сепрәккә төрөлгән ҡара һауытын, ҡаурый ҡәләмен алды һәм шәм яҡтыһына яҡыныраҡ ултырҙы. М. Ғиләжев.
ҺАУЫТ II (Р.: кольчуга; И.: mail; T.: zırh) и. тар.
Ҡорос дүңгәләктәрҙән эшләнгән боронғо яу, һуғыш кейеме. □ Кольчуга, панцирь. Һауыт кейеү. ■ [Арыҫландың] түшендә — ҡорос һауыты, башына тимер торҡаһын кейгән, билендә — ҡылысы. Ғ. Ибраһимов.
ҺАУЫТ III (Р.: охотничье снаряжение; И.: hunting facility; T.: av malzemeleri) диал.
Йәнлек аулар өсөн башына үткер ҙур бысаҡ ҡуйып эшләнгән ҡоролма. □ Охот-
514