ҺАУЫМ
ҺАУ-ҺАУ, һау ҙа һау (Р.: гав-гав; И.: woof woof!; T.: hav hav) оҡш.
Эт өргән тауышты белдергән һүҙ. □ Гав-гав. ■ [Алтынбай] купме ятҡандыр, әммә битенә ҡояш төшөп ҡыҙҙыра башлағайны инде, һау-һау итеп абалаған эт тауышына һиҫкәнеп уянды. 3. Ураҡсин, һарбай уның [Әхмәттең] битен ялап алды, ҡойроғон болғаны һәм һау-һау тип ике тапҡыр өрҙө. Ғ. Хисамов.
ҺАУҺАУЛАУ (һауһаула-) ҡ.
1. ҡар. һаулау. ■ Ошо ваҡыт урамда, ишек алды яҡлап, һауһаулап эт өргән тауыш ишетелде. X. Зарипов. Эттәр ҙә, төтөнгә туҙмәй, өң алдынан китеп, алыҫтан ғына сөскөрә-бышҡыра, һауһаулайҙар ине. Р. Вәлиев.
2. кусм. Әрләшеү, талашыу. □ Ругаться, лаяться. М Ҡалын тауышың сығарып, һауһаулама, киленсәк. Сеңләүҙән.
ҺАУҺЫҘ (Р.: нездоровый; И.: unhealthy; T.: sağlıksız) с. ҡар. ауырыу.
Һаулығы насар; сырхау. □ Нездоровый, больной, болезненный, һауһыҙ кеше. ■ Емеште бығаса әсәһе, әллә уҙе һауһыҙ булғанға ҡыҙғанып, бик иркәләй, ҡәҙерләй, уҙенән башҡа бер ҡайҙа ла ебәрмәй. 3. Биишева.
ҺАУҺЫҘЛАНЫУ (һауһыҙлан-) (Р.: болеть; И.: be ill; T.: hasta olmak) ҡ.
һаулыҡҡа насарланыу, һаулыҡты юғалтыу; сырхауланыу. □ Болеть, стать болезненным. һауһыҙланып ҡалыу, һауһыҙланып китеу. Ҡарттар тамам һауһыҙланды.
ҺАУЫҒЫУ (һауыҡ-) (Р.: выздоравливать; И.: recover; T.: iyileşmek) ҡ.
Ауырыу, сирле хәлдән ҡотолоп һау булыу, йүнәлеү. □ Выздоравливать, поправляться. Һауыға башлау. Һауығып китеу. ■ Рәшиҙә һауығып эшкә сығыуға, бөтә донъя йәшәреп, уҙгәреп киткәйне. Ғ. Аллаяров. Рәшит бер аҙ ауырып алды, хәҙер һауығып сыҡты инде. Ә. Бикчәнтәев. • Ялҡаулыҡтан ауырырһың, тырышлыҡтан һауығырһың. Әйтем.
ҺАУЫҠТЫРЫУ (һауыҡтыр-) (Р.: лечить; И.: treat; cure; T.: iyileştirmek) ҡ.
Ауырыуҙы йүнәлтеү, һау итеү. □ Лечить, исцелять. // Лечение, исцеление. Я Ҡыҙын
йәһәтерәк һауыҡтырыу өсөн бер нәмәһен дә ҡыҙғанмаған Мәрхәбә апай. М. Садиҡова. Ҡояш егетте йылытты, иркәләне, һауыҡтырҙы. Ғ. Хисамов. [Рауза:] Мин төн йоҡламай дәреслектәр, лекциялар аҡтарам, нисек тә ярҙам итеу, һауыҡтырыу сараһын эҙләйем. Ш. Янбаев.
ҺАУЫЛДАУ (һауылда-) ҡ. ҡар. һаулау. Я Тәҙрәләрҙә быҙлап ҡына ут яна, урамда берәу ҙә юҡ, эттәр генә һауылдай. Ғ. Хисамов. Подъезда, яҡында ғына аяҡ тауыштары ишетелде, эт тә ишек төбөндә генә сенрәргә тотондо, ара-тирә һауылдап өрөп тә алды. X. Зарипов.
ҺАУЫЛЫУ (һауыл-) ҡ. төш. ҡар. һауыу 1. страд, от һауыу 1. Я Ҡояш байыны, һыйырҙар ҡояш байығансы уҡ һауылды. С. Агиш. Мәулиха ҡарсыҡ, өйө барҙың көйө бар, һыйырым һауылмай торалыр тип, ҡарһаланып ҡайтып китте. Т. Ғарипова. Һөт тә хәҙер һыйыр башына ҡыш уртаһына ҡарағанда бер килограмдан ашыуға куберәк һауыла. Б. Рафиҡов.
ҺАУЫМ I (Р.: удой; И.: yield of milk; T.: sağım) и.
1. һауын малдың һауылышы, һөт һауы-лыуы. □ Удой (доение). Һауым ваҡыты. Иртәнге һауым. Төшкө һауым. Ҡиске һауым. ■ Әсәйем инде иртәнге һауымдан ҡайтҡан. Н. Ҡотдосов. Фермала иртәнге һауым башланғайны инде. Ғ. Лоҡманов. Һауымы еткән һыйырҙар мөңрәп сығыр быҙауһыҙ. «Аҡбуҙат».
2. һауып алынған һөт күләме. □ Удой (количество молока). Ҡөнлөк һауым. Һауымды арттырыу. Тулайым һауым. Я Малға етерлек аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән, ҡуралар йылы, малсылар етерлек, ә ни өсөндөр һауым тубән, быҙауҙар улә. Т. Ғарипова. Ярты йыл эшләнеме-юҡмы, Таңһылыу колхоз идараһына ағза итеп һайланды, һыйырҙарҙың уға һөтлөрәге, мал аҙығының һутлырағы, туҡлыҡлыһы бирелә торған булды, һауымы артҡандан-артты. Ә. Хәкимов.
ҺАУЫМ II с. ҡар. һауын I, 1. Һауым бейә. Һауым һыйыр. Я Әуәл-әуәлдән беҙҙең ауылға һауым бейәләре тотҡан кешеләргә ҡымыҙ эсеп, ит ашап ятырға төрлө турәләр
513