ҺАУЛЫҠ
торған Һөйөнөс менән курешеп һаулашты ла атты туғара башланы. Ғ. Дәүләтшин. Шул ваҡыт өйҙә иҫәнләшкән, һаулашҡан тауыштар ишетелде. Д. Юлтый.
ҺАУЛЫҠ (һаулығы) (Р.: здоровье; И.: health; T.: sağlık) и.
Ауырыуы, сире булмаған, һау булған хәл. □ Здоровье. Яҡшы һаулыҡ. ■ Хеҙмәт ҡанды тарата — һаулыҡ хеҙмәт ярата, — ти бит халыҡ. И. Ғиззәтуллин. Әухәҙи барыбер ҙә мантый алманы, уның һаулығы көндән-көн насарайҙы. Р. Өмөтбаев. Атайым бар ваҡытын, көсөн, һаулығын эшенә бирҙе. Ш. Хажиәхмәтов. • Ауырыу курмәгән һаулыҡтың ҡәҙерен белмәҫ. Әйтем. Һаулыҡ — байлыҡ. Әйтем.
♦ һаулыҡҡа туймау сырхау, сирле булып ыҙа сигеү, һәр саҡ ауырыу. □ Нехватка здоровья. ■ Яланбикәнең Исмәғиле һаулыҡҡа туймай, тапманан йөҙәй. һ. Дәүләтшина.
ҺАУЛЫҠ АЛЫУ (һаулыҡ ал ) (Р.: поздороваться; И.: greet, say hello; T.: selam vermek) ҡ.
һаулыҡ һорап өндәшкән кешегә яуап биреү. □ Поздороваться, ответить на приветствие. ■ Быяла артындағы ҡупшы ҡыҙға: «һаумыһығыҙ!» — тинем, һаулыҡты алманы. Р. Сәғитов.
ҺАУЛЫҠ ҠУШЫУ (һаулыҡ ҡуш-) ҡ. ҡар. һаулашыу. ■ Уйылдан өйгә инеп һаулыҡ ҡушҡас та Миңлегөлгә куҙ һалды. Н. Мусин. Эргәмдәге көләс кеше тағы уҙ телендә һаулыҡ ҡуша. Г. Яҡупова.
ҺАУЛЫҠ ҺОРАШЫУ (һаулыҡ һораш-) ҡ. ҡар. һаулашыу. ■ Айбулат бик иркен итеп һаулыҡ һорашты, бөтәһе менән ҡуш ҡуллап курешә башланы. Һ. Дәүләтшина.
ҺАУМАЙ и. диал. ҡар. һамай I. Һаумай сәсе. Һаумайым һулҡылдай.
ҺАУМАЛ (Р.: свежее кобылье молоко; И.: fresh mare’s milk; T.: savmal kımız) и. этн.
Яңы һауылған бейә һөтө. □ Свежее кобылье молоко. ■ Хужаның ҡулы һабаға урелде һәм ул, уҙ ҡулы менән ҡойоп, Кинйәгә тағы бер сеуәтә һаумал бирҙе. Ғ. Ибраһимов. Йәйҙең эҫе көнө, туплауҙа бейә һауалар, лапаҫ аҫтында һаумал һалып ҡымыҙ бешәләр,
ҡымыҙҙың уткер еҫе танауҙы ярып килә, ауыҙҙан шайыҡты килтерә. 3. Ураҡсин. • Һаумал эсһәң, һимертә, ҡымыҙ эсһәң, иҫертә. Әйтем. Һаумал эсһәң, ҡымыҙ юҡ; байтал менһәң, ҡолон юҡ. Әйтем.
ҺАУМАЛ ҠЫМЫҘ (Р.: свежий кумыс; И.: fresh fermented mare’s milk; T.: savmal kımız) и. этн.
Яңы ғына әҙер булған йәш ҡымыҙ. □ Свежий кумыс. ■ Башҡорт элегерәк иҫергәнсе эсеп йөрөмәгән, ҡунаҡсыллыҡ йөҙөнән ана шулай һаумал ҡымыҙын көрәгә менән генә табынға ҡуйған. Н. Мусин. Тирә-яҡҡа мәрәкә һуҙ менән һаумал ҡымыҙ еҫе бөркөлә. Р. Бикбаев.
ҺАУРЫ I (Р .: холка; И.: withers; T.: atın omuz başı) и. ҡар. мунда.
Йылҡы малының муйын менән бил араһындағы ҡалҡып торған өлөшө. □ Холка. Бейек һауры. М Атҡа менһәң, һикереп мен, ат һаурыһы һелкенһен. Халыҡ йырынан.
ҺАУРЫ II (Р .: кожа из коровьей шкуры; И.: red coloured leather; T.: kırmızı deri) и.
Һыйыр малы тиреһенән ҡыҙылға буяп эшләнгән күн. □ Кожа из коровьей шкуры, покрашенная в красный цвет, һауры ситек.
■ Һауры итек кеймәҫ наҙ инем, ҡыптыр итек кейеп йөрөймөн. «Маҡтымһылыу».
ҺАУ-СӘЛӘМӘТ (Р.: живой и невредимый; И.: safe and sound, live-safe; T.: sağ salim) с. йыйн.
Һау һәм сәләмәт; имен, иҫән-һау. □ Живой и невредимый. I [Рифаттың ата-әсәһе] икеһе лә иллене утеп барған һау-сәләмәт, хатта уҫалыраҡ, уҙ һуҙлерәк кешеләр. Р. Байбулатов. Ут позицияһында хәҙер һау-сәләмәт дуртәу генә ҡалды: Сәлим, Мәҙинә, Фәруҡша, Мәхмут. С. Поварисов.
ҺАУҺАҠ (Р.: здоровый; И.: strong; healthy; T.: sağ) с.
Ауырыуҙы, сирҙе белмәгән, һаулығы ныҡ, шәп. □ Здоровый, крепкий, һауһаҡ бала.
■ Ул арала Ғәзизәгә лә ике йәш тула һалып, уҙе һауһаҡ, атлап та, йугереп тә, бейеп тә бушамаҫ, сығыр-сыҡмаҫ теле менән утә лә тәтелдәк бер бала булып уҫеп тә өлгөрҙө! Т. Сәғитов.
512