ҺАУЛАШЫУ
ҡалған еңгәһен яңғыҙлыҡтан ҡотҡарһа, Ал-дарбайға оло һауап булыр. Н. Мусин. Рәхмәт уға [Иван Сергеевичҡа], был изгелеге уҙенә ҙур һауап булып төшһөн, — тине Нурмыш бик ихлас. Ғ. Лоҡманов • Саҙаҡаһына курә һауабы, һуҙенә курә яуабы. Әйтем.
ҺАУАПЛЫ (Р.: благой; И.: good; benighn; T.: sevaplı) с. дини.
1. һауап килтерә торған (эш, хәлгә ҡарата). □ Благой, добрый, благочестивый.
■ [Мулла — Салихҡа:] Әсәйең вафат булып, фани донъянан киткәс, Ғирфан ағайың, һауаплы эш эшләп, һиңә ярҙам курһәтте. X. Мохтар.
2. Һауап килтерә торған эш эшләп, һауап алған (кешегә ҡарата). □ Вознаграждённый.
■ [Биби әбей:] Ғашиҡ булһағыҙ, бына мин һеҙҙе бер-берегеҙгә ҡушып, һауаплы булайым. М. Ғафури. • [Атаһы — балаһына:] Ситтә уҡытып йөрөгәнсе, уҙ ауылыбыҙҙың балаларын уҡытырһың, һауаплы ла булырһың. Ғ. Ғүмәр.
ҺАУАПҺЫҘ (Р.: недоброжелательный; И.: malevolent; T.: sevapsız) с.
Күңелендә изгелеге, яҡшылығы булмаған. □ Недоброжелательный, неблагочестивый. Һауапһыҙ кеше. һауапһыҙ эш. һауапһыҙ ҡылыҡ.
ҺАУБУЛЛАШЫУ (һаубуллаш-) ҡ. һөйл. ҡар. хушлашыу. ■ Дилмөхәмәт ағай ҡарттар менән һаубуллашты ла сығып китте. Р. Ғабдрахманов. Мурзин бөтәһе менән дә исемдәрен әйтеп һаубуллашты, һ. Дәүләтшина. Сумаҙандарҙы вагонға индереп ҡуйғас, Зөбәржәт, Нәзиф менән һаубуллашырға тип, тышҡа сыҡты. Ғ. Лоҡманов.
ҺАУГҮНӘК (һаугүнәге) и. диал. ҡар. һауым күнәге. Тимер һаугунәк. Һаугунәккә һауыу. Тулы һаугунәк.
ҺАУҒЫС и. һөйл. ҡар. һауыу аппараты. һауғыс алыу. Һауғыс менән һауыу. ■ Силәктәреңде алмаштырып ултыртып ҡына өлгөр, импульслы һауғыстар көтөп тормай. И. Ғиззәтуллин.
ҺАУҘЫҠ (һауҙығы) (Р.: самка; И.: female; T.: dişi) и. диал. ҡар. орғасы.
Инә енесле йәнлек. □ Самка, һауҙыҡ быҙау, һауҙыҡ бәрәс. Быйылғы быҙау һауҙыҡ булды.
ҺАУҘЫРЫУ (һауҙыр-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. һауыу, понуд. от һауыу. ■ Этҡол бейәләрҙе һауҙырып, ҡымыҙын мискәләргә ҡойоп туңдырып .. әҙерләтеп ҡуйҙы. Ғ. Дәүләтшин. Хәмәтдин ағай көн дә иртә менән һыйырҙарҙы уҙе ҡарап һауҙыра. Ф. Әсәнов. Хәҙер Тәнәйләнең һыйырҙарын кемдәндер һауҙырырға кәрәк ине. Н. Ҡотдосов.
2. Һауырға мөмкинлек биреү, ирек ҡуйыу йәки һөт биреүен дауам итеү, һыуалмау (һауын малға ҡарата). □ Доиться, давать молоко. ■ [Рабиға апай] тышап та ҡарай, бәйләп тә ҡуя, — барыбер һауҙырмай Алаҡай. Яр. Вәлиев. Ул кисте Бөйрәкәй һауҙырманы. Т. Ғарипова.
ҺАУИӘ [ғәр. <>>] (Р.: ад; И.: hell; T.: haviye) и. иҫк. ҡар. тамуҡ.
Гөнаһлы кешеләрҙең йәнен язалай торған утлы урын, йәһәннәм. □ Ад, преисподняя. Һауиә соҡоро, һауиәгә төшөу. Һауиә йотҡоро! ■ [Мулла — Ҡарлуғасҡа: ] Өндәшмә, тамуҡ киҫәуе! Урының һауиәнең иң турендә булыр! Б. Бикбай.
ҺАУҠЫ (Р.: желание; И.: desire; T.: arzu) и. һөйл. ҡар. зауыҡ.
Нимәгәлер тартым көсө, теләк. □ Желание, тяга, стремление. Көслө һауҡы менән эшләу. һауҡыһыҙ уҡыу.
ҺАУЛАУ (һаула-) (Р.: гавкать; И.: bark; T.: havlamak) ҡ.
Һау-Һау итеп һауылдап өрөү (эткә ҡарата). □ Гавкать, лаять. // Лай. М Тауға һыйынып ултырған эреле-ваҡлы өйҙәр араһынан ҙур аҡ эт һаулап сыҡты, ләкин кемдеңдер көслө тауышы уны шунда уҡ туҡтатты. X. Ғиләжев. Ҡайҙалыр алыҫта һаулап өргән эт кенә ҡайһы берҙә боҙоп ҡуя тынлыҡты. Р. Ғабдрахманов.
ҺАУЛАШЫУ (һаулаш-) (Р.: здороваться; И.: greet; T.: selamlaşmak) ҡ.
Осрашҡанда күрешеү, сәләм бирешеү; иҫәнләшеү. □ Здороваться, приветствовать. // Приветствие. Ҡул биреп һаулашыу. Эйәк ҡағып һаулашыу. ■ Теуәлбай ситтәрәк
511