ҺАУА АНАҺЫ
бөтә кешеләрҙең әсәһе булды ул. «Башланмыш».
ҺАУА АНАҺЫ (Р.: дух болезней глаз; И.: eye diseases spirit; T.: Göz ağrısı İyesi) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, күҙ ауырыуҙарын булдырыусы ен-зат. □ Дух болезней глаз. П Һауа анаһы булһа, ауырыу кешенән мал башы уратып алып, фәҡир әбейгә бирәһең. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ҺАУА БАҪЫМЫ (Р.: атмосферное давление; И.: atmospheric pressure; T.: atmosfer basıncı) и.
Атмосфераның Ер өҫтөнә яһаған баҫымы.
□ Атмосферное давление. S Кис бөгөн бик бөркөү — һауа баҫымы арта. Д. Исламов. [Даянов:] Эйе, скважинаның шәплеге һауа баҫымының күберәк булыуынан ғибәрәт. Я. Хамматов.
ҺАУАЛАНЫУ (һауалан-) (Р.: зазнаваться; И.: become presumptuous; T.: havalanmak) ҡ.
Үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн һанап, эре тотоу, маһайыу. □ Зазнаваться. // Зазнайство. һауаланып йөрөү. Һауаланып китеү. ■ Сәит былай үҙе лә көс-ғәйрәте менән һауаланып йөрөй торған малай түгел. Р. Байбулатов. Күптән ошо һорауҙы көткән Булатов һауаланып китә, тегенең «төлкө танауы» тағы ла ослая биреп ҡуйғандай була. Р. Солтангәрәев.
ҺАУАЛАТЫУ (һауалат-) (Р.: подбрасывать; И.: toss; T.: havaya atmak) ҡ.
Һауаға, үргә күтәрелдереү; күккә осороу.
□ Подбрасывать, метать вверх (обычно ловчую птицу). ■ Күк ыласынымды һауалаттым ялтыраған күлдәрем һайын. Халыҡ йырынан.
ҺАУАЛАУ I (һауала-) (Р.: подниматься в воздух; И.: levitate; T.: havalamak) ҡ.
Һауаға, үргә күтәрелеү. □ Подниматься в воздух, подниматься ввысь. ■ Йәй ҙә үтеп китте, ахыры, һауалай бит торналар. Р. Ғарипов. Уҡ һауалап килде-килде лә Зилбәрҙең аяҡ аҫтына ғына ҡаҙалды. 3. Ураҡсин. Бөгөн, инде ҡояш һауалап бөтһә лә, ни эшләптер «таң әтәсе» күренмәй ҙә, тауыш та бирмәй. Т. Килмөхәмәтов.
ҺАУАЛАУ II (һауала-) ҡ. диал. ҡар. һулау. Саф һауаны һауалау, һауалап килеү. Һауа һауаларға сығыу.
ҺАУАЛАУ III (һауала-) ҡ. диал. ҡар. һабыу I, 1. Сарыҡ һауалау. Итеккә баш һауалау.
ҺАУАЛЫ I (Р.: гордый; И.: proud; Т.: havalı) с.
Ғорур, эре холоҡло кеше хаҡында, тәкәббер. □ Гордый, высокомерный, чванливый, кичливый. Һауалы ҡараш. Һауалы кеше. һауалы ҡиәфәт. ■ Катын-ҡыҙ үҙен тота белергә тейеш, ул саҡ ҡына һауалы ла, ғорур ҙа булһын, ә йөрәге серле һандыҡ бәрәбәренә торһон, — ти Бибинур. Д. Бүләков. Лариса — ҡиммәтле тышлыҡ талап иткән зиннәтле аҫылташ кеүек затлы, нәзәкәтле, һушты алырлыҡ һауалы ҡыҙ. М. Ҡаһарманова.
ҺАУАЛЫ II (Р.: жаркий; И.: hot; T.: sıcak) с. диал.
Эҫе, ҡояшлы. □ Жаркий, солнечный. Һауалы көн. Һауалы ваҡыт.
ҺАУАЛЫЛЫҠ (һауалылығы) (Р.: гордость; И.: pride; T.: gurur) и.
Һауалы булған хәл, тәкәбберлек, эрелек.
□ Гордость; высокомерие, чванливость. Я Сабирҙың үҙендә лә ҡырағайлыҡ та, һауалылыҡ та етерлек ине. 3. Биишева. Бына хәҙер Зәки, күршеһенең һауалылығына үс итеп, оторо сәмләнеп китмәһенме. Р. Байбулатов.
ҺАУ АНА (Р.: Хауана; И.: kind of noxious spirit; T.: bir tür cin) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, һейҙек-енес ағзалары ауырыуҙарын булдырыусы ен-зат.
□ Хауана (дух болезней мочеполовых органов). Йыш һейҙерә башлаһа, Һау анаға хәйер бирер кәрәк.
ҺАУАП (һауабы) [ғәр. (Р.: воздаяние; И.: reward; T.: sevap) и. дини.
Дини йоланы үтәп, уҡыған доғалар йәки тормошта ҡылған игелектәр, яҡшылыҡтар өсөн Аллаһ рәхмәте булып үҙеңә ҡайта торған игелек, әжер. □ Воздаяние, вознаграждение, милость, награда, һауап алыу. Һауап төшөү. Һауап булыу. Етегән йондоҙон ете уратып әйтһәң, һауап була. ■ Етем
510