Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 509 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАУА
ҡуйҙы. Ә. Байрамов. Мине Ғәлиәхмәт исемле бер ағайға, дегет һатыусы кешегә, фатирға ҡуйҙылар. Б. Бикбай.
ҺАТЫШЫУ (һатыш-) ҡ. урт. ҡар. һатыу 1. взаимн. от һатыу 1. Ит һатышыу. Әйбер һатышыу. Өй һатышыу. Туғандарға һатышыу.
ҺАУ (Р.: здоровый; И.: healthy, sound; T.: sağ) с.
1. Сәләмәт булған, ауырыу түгел. □ Здоровый. ■ Байгилде ағай һау ҡулы менән Маринаның арҡаһынан бала кеуек һөйөп ҡуя. 3. Биишева. [Бабайҙыц] һау куҙе, йәш саҡтағы кеуек, уттай янып тора. Ә. Бикчәнтәев.
2. Бөтә ағзалары бөтөн, имен. □ Целый, невредимый. ■ Санитар поезында һау кеше юҡ. С. Ильясов. Донъя малы өсөн ҡайғырмайым, көллө ағзаларым һау булғас. Халыҡ йырынан.
♦ Баш һау булһа {йәки һау булһаҡ) бер эш, ниәт алдынан теләк рәүешендә әйтелә.
□ Даст Бог. Ш [Сыуаҡай еңгәй:] Баш һау булһа, мал табылмаймы? Эйе бит, килен? — тип һөйләнде. 3. Биишева. [Бабай:] һау булһаҡ, иртук барып етербеҙ. Б. Бикбай. • Баш һау булһа, бурек табылыр. Әйтем, һау булһын! ниҙелер икенсе бер нәмәнән артыҡ күргәнде белдереп әйтелә. □ соотв. Было бы здоровье, остальное будет. ■ [Котлояр:] Төкөрҙөм мин Ныязғолдоң повозка-ларына, уҙемдең ҡола атым һау булһын! Һ. Дәүләтшина, һау бул<ығыҙ> хушлашыу, һаубуллашыу һүҙе. □ До свидания. ■ Һау булып тор, ағай, — тине Ҡаһым. Я. Хамматов. Инженер Серафим ағай беҙгә: «Иртәнгә тиклем һау булып тороғоҙ», — тине. Ә. Бикчәнтәев. Һау булығыҙ, егеттәр, аҡыллы ғына йәшәгеҙ, — тине Нина. М. Ғиләжев. һаумы<һығыҙ> осрашҡанда иҫәнләшеү һүҙе.
□ Здравствуйте! М һаумы, тау башындағы таш ҡала! — тине Әлфиә эсенән генә. И. Абдуллин. Атай, һаумы? — тип Рәшит куре-шергә ике ҡулын да алыҫтан уҡ һуҙып килә ине. Б. Рафиҡов.
ҺАУА I [ғәр. ç-Ija] (Р.: воздух; И.: air; T.: hava) и.
1. Тереклек өсөн кәрәк булған, күбеһенсә азот менән кислородтан торған ерҙең атмо-сфераһындағы газдар ҡатышмаһы. □ Воздух. Йылы һауа. Эҫе һауа. Тонсоу һауа.
■ Ҡыштың уҙенә генә курә матурлығы бар, саф һауа тын алыуҙы иркенәйтә, кешене баҙыҡландырып ебәрә. Ғ. Аллаяров. Йәмилдең битенә һалҡын һауа, ҡар бөртөктәре бәрелде — тышта буран ҡупҡайны. Р. Байбулатов. Еләҫ ел ҡанаттары менән кутәрел-гән бөркөу һауа, дәррәу ҡуҙғалып, ҡайҙалыр көньяҡҡараҡ, болоттар йөҙгән ыңғайға, кусеп китте. Ә. Байрамов. • Саф һауа — тәнгә дауа. Әйтем.
2. Ер өҫтөндәге иркен бушлыҡ, арауыҡ; күк, күк йөҙө. □ Атмосфера, небо. Һауаға атыу. Аяҙ һауа. Болотло һауа. ■ Һауала һабан турғайҙары, бер урында ғына уйнап, таныш, бик таныш көйгә һайрайҙар. С. Агиш. Фидель, аяҡтарын айырып баҫып, һауаға ҡарап тора бирә. Ә. Бикчәнтәев. Әбубәкер манараға килеп йәбешеу менән, бөтә сәукәләр ҙә бер юлы йоҡоларынан уянып, саңҡылдашып һауаға һибелделәр. Р. Ғабдрахманов. • Ҡош — һауала, ат — тауҙа, егет яуҙа һынала. Мәҡәл.
3. Билдәле бер ваҡыттағы көн торошо (йылы, һыуыҡ, ҡар, ямғыр һ. б.). □ Погода. Һауа торошо. Һауа шарттары. S Һауа һалҡыная төштө. С. Агиш. Һауа боҙолмаҫ элек ашлыҡты йыйып, һуғып алырға кәрәк.
3. Биишева.
ҺАУА II (Р.: самомнение; И.: conceit; T.: hava) и.
Ғорурлыҡ, эрелек, маһайыу, маҡтаныу тойғоһо. □ Самомнение, спесь. М Йөрөйөм әллә кем булып,.. бригадир, значит, мин турә кеше! Тфу! Йәшлек һауаһы шулай икән ул ана. И. Ғиззәтуллин. • Тауыҡта ла һауа бар. Әйтем.
ҺАУА III и. диал. ҡар. һағым 1. Ерҙән эҫе һауа килә.
ҺАУА IV (Р.: Ева; И.: Eve; T.: Havva) и. миф. (баш хәреф менән)
Әҙәмдең ҡабырғаһынан яһалған тәүге ҡатын, кешелектең анаһы. □ Ева (первая женщина, прародительница, жена Адама).
■ Әҙәм ҡатынына Һауа тип исем бирҙе,
509