ҺАТЫУ-АЛЫУ
Продажа, сбыт. Икмәк һатыу, һөт һатыу, һатып алыу. һатып биреу. һатып бөтөу.
■ һалды туҡтатабыҙ ҙа ике кешене ауылдан тоҙ, май һатып алырға ебәрәбеҙ. И. Абдуллин. Кассала билет һаталар. С. Агиш. Универмаг фойеһының бер мөйөшөндә тере сәскәләр һаталар ине. И. Аҡъюлов. • Атанан яҡшы тыуһа, атып ашар, яман тыуһа, һатып ашар. Әйтем. Һөйләшмәй һатыу — кукрәккә ҡатыу. Әйтем.
2. кусм. Үҙ мәнфәғәтеңә намыҫһыҙ, хыянат эш башҡарыу. □ Продавать. // Продажа.
■ Бөгөн дә .. бер нисә хәбәр бар ине: «Бөрйәндә ун биш йәшлек Ғәйшәне ағаһы бер ат, бер һыйыр, бер кәзә бәрәбәренә икенсе бисәлеккә һатты». 3. Биишева. Ул хәйерселәр .. тамаҡ туйҙырыу өсөн фабриканттарға көсөн һата. Д. Юлтый. Үҙ бәхеткәйҙәре, ай, булмағас, һата бахыр башын малдарға. Халыҡ йырынан.
3. кусм. Кемгәлер йәки нимәгәлер тоғролоғоңдо боҙоу, уға хыянат итеү. □ Предавать, изменять. // Предательство, измена. М Эшсе бер ҡасан да халыҡ мәнфәғәтен һатмай, һатылмай. 3. Биишева. Фронтовиктар бер-береһен һатмайҙар, — тине Капитан ағай. Ә. Бикчәнтәев. Фәхриев — асыҡ егет, һата торғандарҙан тугел, дуҫты — дуҫ, иптәште иптәш итә белә торғандарҙан. Д. Бүләков. • Ерен һатҡан — гурен һатҡан. Мәҡәл. Илен һатып ашаған — ике көн генә йәшәгән. Мәҡәл.
4. кусм. Кәрәкһеҙгә күп итеп һөйләү, һүҙ таратыу. □ Болтать, распространять сплетни, сплетничать. Ғәйбәт һатыу. Ләстит һатыу. Сафсата һатыу. Әңгәмә һатыу. Әкиәт һатыу. М Кыҙҙар уҙ-ара гәп һатҡан арала, егеттәр, көрәктәренә таянып, тын ғына торҙо. Д. Бүләков. Өй беренсә ҡыҙырып, ошаҡ һатма, киленсәк. Сеңләүҙән.
ҺАТЫУ-АЛЫУ (Р.: купля-продажа; И.: purchase and sale; T.: alışveriş) и. йыйн.
Сауҙа эше. □ Купля-продажа. ■ Кайһы бер аҡһаҡалдар, һатыу-алыу шарты, хаҡтары менән килешмәйенсә, бер аҙ шаулашып, бәхәсләшеп булаштылар. Ғ. Хөсәйенов. Ғабдулла ҡарт был йортта уҙенең һатыу-алыу эштәре менән йыш була. Ф. Чанышева.
ҺАТЫУ ИТЕҮ (һатыу ит-) (Р.: торговать;
И.: trade; T.: ticaret yapmak) ҡ.
һатыу эше менән шөғөлләнеү. □ Торговать. ■ Өйрәнсек тағы көршәктәр менән һатыу итә башлаған. 3. Биишева. Оло урамдың киңәйеп киткән урге осондағы баҙар майҙанында, әле иртә булыуға ҡарамаҫтан, мыж килеп һатыу итә башлағандар. В. Исхаҡов. Иген менән һатыу итеуҙе һуңғы ваҡытта Мөхтәбәр уҙенең ҡулына алды. Ғ. Лоҡманов.
ҺАТЫУЛАШЫУ (һатыулаш-) (Р.: торговаться; И.: bargain; T.: pazarlaşmak) ҡ.
1. Нәмәнең хаҡын кәметтерергә тырышып һөйләшеү; сауҙалашыу. □ Торговаться. // Торговля. ■ Баҙарсылар теләһә нимә хаҡында һөйләшәләр, һатыулашалар. И. Абдуллин. Атайым бик оҙаҡ һатыулашып, бик оҙаҡ ҡырҡышҡандан һуң ғына кәзәне ике һум егерме биш тин көмөшкә һатып ебәрҙе. М. Ғафури.
2. кусм. Нимәгәлер үҙ-ара риза булмай һүҙ көрәштереү. □ Спорить; препираться. // Спор. ■ Өйҙән килгән әйберҙе төшөрөп алыу өсөн һатыулашалар. М. Иҙелбаев. Иптәш сержант, мин ҡалам! — тине Таһир, һәм, яуап биреуемделә көтмәйенсә, ата башланы. Һатыулашып торор саҡ тугел ине. Ғ. Лоҡманов. Көнө буйы һатыулашҡас, заводтың администрацияһы обед ваҡытын боронғоса ҡалдырырға кунде. А. Таһиров.
ҺАТЫУСЫ (Р.: продавец; И.: seller; T.: satıcı) и.
1. Магазинда йәки берәй сауҙа ойошмаһында һатыу иткән кеше. □ Продавец.
■ Әсәһе Райхана апай магазинға һатыусы булып урынлашты. Р. Байбулатов. Сират еткәс, Фатима китап һатыусы апайға аҡса һуҙһа ла, теге апай аҡсаны алманы, дәреслектәрҙе бирмәне. Ә. Бикчәнтәев. [Зәкиҙең] атаһы ғумер буйына магазинда һатыусы булып эшләй. Р. Ғабдрахманов.
2. Һатыу эше менән шөғөлләнгән кеше; һатыу итеүсе. □ Торговец. Мал һатыусы. Бал һатыусы. Кейем-Һалым һатыусы.
■ Саръян ҡымыҙ һатыусының ҡара тутлы йөҙөнә, башҡорттарға хас ҡыҫығыраҡ куҙ-ҙәренә һәм килешле һынына яратып ҡарап
508