ҺАТЫУ
дуртенсе класта уҡыған сағында һаташа башланы ул [Правдин]. А. Мағазов.
3. кусм. Яңылышыу, буталыу. □ Ошибаться, сбиваться с толку. // Ошибка. ■ һин, Маһира, һаташмайһыңдыр бит? — тип, Әмир уныц уйсан йөҙөнә ҡараны. X. Ғиләжев. Шул саҡ сут итеп ҡош һайрап ҡуйҙы, һаташҡан ҡош булды, ахырыһы. М. Кәрим.
ҺАТИФ [ғәр. u_âjU] (Р.: внутренний голос; И.: inner voice; T.: hatif) и. иҫк. кит.
Намыҫты өйкәгән йәки нимәлер һиҙҙергән серле эске тауыш. □ Внутренний голос. Һатиф ҡушыуы, һатифты тыңлау. Һатиф менән эш итеу.
ҺАТЛЫҠ (Р.: продающийся; И.: for sale; T.: satılık) с.
1. Һатыуға тәғәйенле, һатыла торған. □ Продающийся, продажный, предназначенный для продажи, һатлыҡ мал. ■ һатлыҡ тауарҙарға куҙ ташлап, Иҙеркәйҙец таныштары менән һөйләшеп йөрөгәндә, майҙанда ҡапыл набат һуға башланылар. Ғ. Ибраһимов. Ауыл ни, бөтәме тиһәң ҡарт-ҡоро китешмәй йәшәй бирә, етмәһә, дача өсөн һатлыҡ участка йә усадьба эҙләуселәр осрай. С. Шәрипов. Һатмайбыҙ, беҙҙә һатлыҡ ер юҡ, башҡа колхозға алып барығыҙ ул ҡытайҙы! — тип ҡысҡырҙы ҡайһыһылыр. Ә. Әминев.
2. кусм. Үҙ файҙаһы өсөн намыҫһыҙлыҡ эшләгән, хыянат иткән, хыянатсыл. □ Продажный. ■ Моратша — ҡурҡаҡ һәм һатлыҡ.
3. Биишева. Йортауай дошман һуҙен һөйләй, һатлыҡ Әбдук старшина юлын ҡыуа. Ғ. Хөсәйенов.
♦ һатлыҡ йән намыҫһыҙ, хыянатсы кеше хаҡында. □ Продажная душа. ■ Үҙ хал-ҡыңдың һатлыҡ йәндәре дошманыңдан йөҙ, мец тапҡыр ҡурҡынысыраҡ. М. Ғиләжев. Продотряд начальнигы Хомутов һатлыҡ йән булып сыҡҡан. С. Поварисов.
ҺАТТА [ғәр. Р- диал.
1. ҡар. һаман. Һатта барып булмай, һатта поезд ҡуҙғалмай.
2. ҡар. хатта II. Һатта матур, һатта иҫ киткес. Һатта ҡыҙыҡ.
ҺАТТЫРЫУ (һаттыр ) ҡ. йөкм. ҡар. һатыу 1. понуд. от һатыу 1. ■ [Байгилде — Хамматҡа:] Мин Әбделғасимдың әлеге шул
ҡарт бисәһендә ялсылыҡта инем бит әле... Улар минән гел шулай ҡалаға бал, май ебәреп һаттыралар ине. 3. Биишева. [Саный:] Магазинсы Вәлимә менән завсклад Әлмира апайҙар һарундың әсәһе аша норма онон һаттыралар. И. Ғиззәтуллин.
ҺАТЫЛЫУ (һатыл ) ҡ.
1. төш. ҡар. һатыу 1. страд, от һатыу 1.
■ Бер кәрзин сәскә «һә» тигәнсе һатылып та бөттө. Р. Байбулатов. Мин бисара, теҙ-гененән тотоп, һатылып ҡына килгән мал кеуек. Халыҡ йырынан. Беҙ киноға, театрға барған саҡта, арыу урындарға билеттар гел һатылып бөткән, осһоҙло билеттар ғына ҡалған булып сыға. 3. Биишева.
2. кусм. Үҙ файҙаң өсөн хыянат ҡылыу, кемгәлер бирелеү, кемгәлер хеҙмәт күрһәтеү.
□ Продаваться, изменять, предавать. ■ Прокурор, судьялар Фәруҡтыц зыянына, дошмандарының файҙаһына «һатылғандар». С. Агиш. [Мостафа:] Фронтовик мөхәббәтенә хыянатты мин фашистарға һатылыу рәтенә ҡуям. Д. Исламов. Гимади ҡарт, былай ҡарауға ябай куренгән Матвеевтың теге хәйләкәр кешеләр биргән аҡсаға ҡыҙығып, һатылыуынан ҡурҡа башланы. С. Ҡудаш.
ҺАТЫП АЛЫУ (һатып ал-) (Р.: покупать; И.: buy; T.: satın almak) ҡ.
Аҡса биреп әйбер алыу. □ Покупать.
■ Искәндәр бабай, ҡоба һыйыр аҡсаһына ҡушып, бер сиғандан уҙенә аҡһаҡ ат һатып алды. Р. Ғабдрахманов. Беҙҙең самауырҙы әллә ҡайһы ауылдың бер кешеһе өс һумға һатып алып китте. М. Ғафури.
ҺАТЫП АЛЫУСЫ (Р.: покупатель; И.: buyer; T.: müşteri) и.
Ниндәйҙер әйберҙе йәки хеҙмәтте аҡса биреп алыусы физик йәки юридик шәхес.
□ Покупатель. Һатып алыусы мөйөшө. ■ Сауҙа рәтендәге прилавкаларҙа йомортҡа, һөт-ҡатыҡ һатып тороусы биш-алты ҡатын-ҡыҙ һәм улар эргәһендә унлап ҡына һатып алыусы бар. Яр. Вәлиев.
ҺАТЫУ (һат-) (Р.: продавать; И.: sell; T.: satmak) ҡ.
1. Нимәнелер билдәле бер хаҡҡа бөтөнләйгә биреү. □ Продавать; сбывать. //
507