Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 506 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАРЫ ЭЙӘҺЕ
ҺАРЫ ЭЙӘҺЕ (Р.: дух болезни желтухи; И.: jauntice spirit; T.: Sarılık hastalığının İyesi) и. миф.
Бауыр ауырыуын (гепатит) булдырыусы яман зат. □ Дух болезни желтухи, һары эйәһен ҡыуыу. Һары эйәһе ҡағылған.
ҺАРЫ ӘРЕМ (Р.: полынь полевая; И.: sagewort, wormwood; T.: kara yavşan) и. бот.
Әсе тәмле, ҡырҡыу еҫле, аҡһыл йәшел тетмәкәй япраҡлы, төймә кеүек һары сәскәләре булған эре үлән. □ Полынь полевая (лат. Artemisia campestris). Һары әрем төнәтмәһе. Һары әрем менән дауаланыу, һары әрем киптереу.
ҺАСЛАН р. диал. ҡар. һис тә. һаслан онотма. Һасланриза тугелмен. Һаслан оҡшамаған.
ҺАҪЫ I с. диал. ҡар. һаҫыҡ. ■ Аблайҙа алты мәсет, төбәк һайын «мәптек» тип йөрөтөлгән һаҫы һәм бысраҡ мәҙрәсә була торғайны. Ә. Вәли. Һауа бөркөу, туҙеп тора алмаҫлыҡ һаҫы еҫ тора. Д. Исламов.
ҺАҪЫ II (Р.: гнилой; И.: putrified; T: sası) с.
Һыуы йыйылып еҫләнеп ятҡан. □ Гнилой, со стоячей водой. Һаҫы урын. һаҫы ҡоҙоҡ, һаҫы һаҙлы ер.
ҺАҪЫҠ (Р.: зловонный; И.: malodorous; T.: pis kokulu) с.
Насар, боҙоҡ еҫле. □ Зловонный, вонючий, смердящий, затхлый. ■ Өң эсендә ҡоро, һауаһы һаҫыҡ, тынсыу, ҡайҙа ҡарама, януар йөндәре туҙышып ята. Р. Вәлиев. Тын алыр әмәл дә юҡ, һауа тынсыу, һаҫыҡ. И. Ғиззәтуллин. Танауҙы һаҫыҡ тәмәке төтөнө ҡытыҡлай, тамаҡҡа тығыла. Н. Мусин. • Арпа-көрпә аш булды, һаҫыҡ талаҡ баш булды. Әйтем.
ҺАҪЫТЫУ (һаҫыт-) (Р.: вонять; И.: make stink, spread stink; T.: sası sası kokmak) ҡ.
Насар еҫте таратыу, һаҫыҡ итеү. □ Вонять; распространять зловоние. ■ [Бәрхеямал әбей:] Машиналар ауылыбыҙҙың сәскә еҫе аңҡыған һауаһын һаҫыттылар, юлдарҙы боҙоп, тәгәрмәстәре менән ҡаҙып бөттөләр. Ш. Янбаев. Ни бысағыма ошо тәмәкең менән донъя һаҫытаһың инде, — тине Салих. X. Мохтар.
ҺАҪЫУ (һаҫы-) (Р.: тухнуть; И.: stink; T.: kokmak) ҡ.
Боҙолоп насар еҫ сығарыу, һаҫыҡҡа әйләнеү, һаҫыҡ булыу. □ Тухнуть, протухать, портиться. Һаҫып бөтөу. һаҫый башлау, һаҫып тороу. ■ [Ғариф:] һеҙ икәуләп булһа ла барығыҙ инде, малайҙар. Берәй һуйыр эләгер ҙә, боҙолоп, һаҫып ятыр. Н. Мусин.
ҺАТАШТЫРЫУ (һаташтыр-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. һаташыу 1. понуд. от һаташыу 1. һаташтыра башлау, һаташтырып йөрөтөу. Биҙгәк ауырыуы кешене һаташтыра.
2. эйһ. ф. ҡар. һаташыу 1. безл. от һаташыу 1. ■ Нурисламовты йөрөп-утеп сыға алмаҫлыҡ бысраҡлыҡ һыҡрата, йоҡоһонда һаташтыра ине. М. Ғиләжев. Куҙҙе йомдоммо — һаташтыра, бөркәнеп ҡарайым — баҫлыҡтырып бара. Т. Килмөхәмәтов.
3. кусм. Яңылыштырыу, буталдырыу. □ Сбивать с толку, расстроить ход мыслей.
■ Хыялдары алтын бала саҡтың һаташтырып ҡына йөрөнө. Ғ. Дәүләтов. Хәҙрәт, курҙек инде, улар һеҙ әйткәнсә торалар ине, тик былар килгәндә ултыралар ине, — тип, һуҙен һаташтырып, йомғаҡтың осон юғалтҡан кеуек һөйләп ҡуйҙы [Сәлим]. М. Ғафури.
ҺАТАШЫУ (һаташ-) (Р.: бредить; И.: rave, wander; T.: sayıklamak) ҡ.
1. Йоҡлағанда йәки ныҡ ауырығанда аңһыҙ рәүештә һөйләнеү йәки нимәлер ҡыланыу. □ Бредить. // Бред, һаташып сығыу. Һаташып уяныу. Һаташып йоҡлау.
■ Берҙән-бер төндө Фируз, имеш, уҙҙәренең баҡсаһында йәп-йәшел йыландан сағылып, һаташып, ҡото осоп уянып торҙо. Р. Байбулатов. Был төндө Емеш бик тынысһыҙ йоҡланы, һаташып, ыңғырашып уҙғарҙы.
3. Биишева.
2. кусм. Нимә йәки кем менәндер ныҡ мауығыу, үтә ҡыҙыҡһыныу. □ Увлечься; помешаться на чём-л:, быть поглощённым, захваченным чем-л. // Увлечение. М Мин әллә ни балыҡсы тугел. Шулай ҙа йылына бер-ике тапҡыр балыҡ менән һаташып алғылайым. А. Ғирфанов. [Дима Сәубәнов:] Был Заһиҙә менән һаташа торғас, аҡылым һайыҡмаймы икән, тип ҡурҡа ла башланым инде. Д. Исламов. Серле бишенсе океан менән
506