ҺАРЫ ШӘШКЕ
ҺАРЫУЫ ҠАЙНАУ (һарыуы ҡайна-) (Р.: страдать изжогой; И.: be affected with heartburn; T.: mide ekşimesi) ҡ. ҡар. үҙәк көйөү.
1. Ашҡаҙан һуты үҙәккә үтеп, боғаҙҙы һәм тамаҡ төбөн әсеттереү. □ Страдать изжогой. ■ Өйгә килеп кергәс тә Әлфиәнең күңеле болғана, һарыуы ҡайнай башланы, уҡшыны. И. Абдуллин.
2. кусм. Ныҡ асыу килеп, ярһыу, йән көйөү. □ Злиться, разозлиться. ■ Бибинур ҡарсыҡ ҡоҙаһын уҫал күҙ ҡарашы менән оҙатты, уның ҡайҙа, ниндәй уй менән барғанын белде, шуға ла һарыуы ҡайнаны. Р. Низамов.
ҺАРЫ УМЫРЗАЯ (Р адонис весенний; И.: spring adonis; T.: guguçiçeği) и. бот.
Иртә яҙҙан сәскә ата торған лютиктар ғаиләһенә ингән тарау япраҡлы, эре һары сәскәле үҫемлек. □ Адонис весенний, горицвет (лат. Adonis vemalis). ■ Урман ситендә — арыш башағы, көнбағыш, сәтләүек, муйыл; ашарға яраҡлы һары умырзая, бесәй тарыһы, ҡыуаҡлы үлән, йылан көпшәһе, киндер орлоғо, төрлө тамырһабаҡ үҫентеләре. Р. Әхмәтов.
ҺАРЫУЫН ҠАЙНАТЫУ (һарыуын ҡайнат-) ҡ. йөкм. ҡар. һарыуы ҡайнау 2. понуд. от һарыуы ҡайнау 2. ■ Тон ҡараңғылығында ғына үткәрелгән был марш-бросок тигән нәмә һалдаттарҙың һарыуын ҡайнатты. X. Ғиләжев. Ғиззәттең шулай ҡапыл тороп, Кәбирҙе яҡлай башлауы Аҙнаевтың һарыуын ҡайната ине. Н. Мусин.
ҺАРЫУЫС (Р.: привой; И.: appliance to attract a bee swarm; T.: arı oğulunu yakalama aleti) и. умарт.
Айырған ҡорт күсе һарыһын өсөн дүрт ҡаҙыҡ башына ҡабыҡ ябып яһалған нәмә. □ Привой (приспособление из четырёх колышков, покрытых: корой для привлечения пчелиного роя), һарыуыс ҡороу. ■ Ҡорт тубалы һарыуыс тип атала, сөнки ул айырылып сыҡҡан ҡортҡа һарыу өсөн ҡуйыла. Ж. Кейекбаев.
ҺАРЫ ҺЫУ I (Р.: лимфа; И.: lymph; T.: lenf) и.
Кешеләрҙең һәм умыртҡалы хайуандарҙың тамырҙарында була торған төҫһөҙ йәки бер аҙ һарғылт шыйыҡлыҡ. □ Лимфа. Һары һыу биҙҙәре. Һары һыу төйөнө. Кеше организмында 1-2 литр һары һыу була. ■ Эҫе ванна хәрәкәтһеҙ ятып ҡатҡан быуындарҙы йомшартты, унда йыйылған һары һыуҙы һурҙы. И. Ғиззәтуллин.
ҺАРЫ ҺЫУ II (Р.: поток весенних талых вод; И.: flow of spring melt water; T.: baharda eriyen kar suları) и.
Яҙ көнө ирей башлаған ҡар һыуы. □ Поток весенних талых вод. һары һыу ваҡыты, һары һыу мәле етте. ■ Һарайҙағы аттарҙың ҡайһылары яталар, ҡайһылары бысраҡ һары һыу эсендә баҫып торалар ине. М. Тажи. Йөктө юлда ҡалдырҙым да, яҙғы һары һыу кисеп, табаны тишек сабата менән боҙға баҫып ҡайттым. Ш. Янбаев. [Мәҙинә — атаһына:] Менәүәрә ҡотоғона барып киләйем әле, был ҡотоҡҡа һары һыу төшкәндәй. Т. Ғарипова.
ҺАРЫ ҺЫУ АУЫРЫУЫ (Р.: водянка; И.: edema; T.: ödem) и. мед.
Организмдың ниндәйҙер ҡыуышлығында һары һыу, шеш һыуы йыйылыу. □ Водянка. Быуындарҙағы һары һыу ауырыуы. Күкрәктәге һары һыу ауырыуы.
ҺАРЫШ (Р .: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Родовое подразделение башкир племени кыпчак. Һарыш араһы егете. Һарыш осо. Һарыштар шәжәрәһе.
ҺАРЫШЫУ (һарыш-) ҡ. диал. ҡар. һарылыу. Муйынға һарышыу. Итәккә һарышыу. Иркәләнеп һарышыу.
ҺАРЫ ШӘШКЕ (Р.: колонок; И.: Siberian weasel; T.: Sibirya gelinciği) и. зоол.
Һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған алтын һары төҫөндәге ҡиммәтле тиреле ваҡ йыртҡыс йәнлек. □ Колонок (лат. Mustela sibi-rica). ■ [Заказникта] ҡондоҙ, шәшке, һары шәшке, һеләүһен, янут, бурһыҡ, мышы-ҡора-лай, айыу-төлкөләр бында етерлек. «Яйыҡ», 15 апрель 2016.
505