Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 504 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАРЫ СӘПСЕК
ҺАРЫ СӘПСЕК (сәпсеге) (Р.: жёлтая трясогузка; И.: western yellow wagtail; T.: san kuyruksallayan) и. зоол.
Турғайҙан бәләкәйерәк, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара-көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы сағыу һары төҫтә булған күсмә ҡош. □ Жёлтая трясогузка (лат. Motacilla flava). ■ Һары сәпсек һарыбаш сәпсектән һоро тубәһе, ә тау сәпсегенән тамағында ҡара тап булмауы менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
ҺАРЫСӘС (Р.: албаҫты; И.: imp; T.: cadı) и. миф. ҡар. албаҫты.
Ышаныуҙар буйынса, ялбыр һары сәсле ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендә һүрәтләнгән ен-пәрей заты. □ Албаҫты (по поверью, чудище в облике женщины). Һарысәс эйәләу. Һарысәс баҫлыҡтыра. Һарысәс йәнлек булып та куренә.
ҺАРЫ ТАЛ (Р.: ива пурпурная; И.: purple osier; T.: erguvani söğüt) и. бот.
Талдар ғаиләһенә ҡараған һыу буйында үҫә торған тар оҙон япраҡлы, көсөк сәскәле, нәҙек олонло ҡыуаҡ ағас. □ Ива пурпурная, желтолозник (лат. Salix purpurea). ■ Арғужа ла буйы, ай, һары тал, юнып ҡына алған уҡ кеуек. Халыҡ йырынан. Ап -аҡ ҡаҙҙарҙың ҡаңғылдашыуы, һары талдарында һандуғастар сутылдашыуы Тулән буйҡайҙарын тағы ла йәмләй төшә. «Башҡортостан», 28 сентябрь 2012.
ҺАРЫ ТОМБОЙОҠ (томбойоғо) (Р.: кубышка жёлтая; И.: yellow water-lily; T.: san nilüfer) и. бот.
Ҙур йәйенке япраҡлы, яңғыҙ эре һары сәскәле күп йыллыҡ һыу үҫемлеге. □ Кубышка жёлтая (лат. Nuphar lutea). Кул өҫтөн һары томбойоҡ ҡаплаған, һары томбойоҡ сәскәһе.
ҺАРЫ ТУРҒАЙ (Р.: чиж; И.: the Eurasian siskin; T.: kara başlı iskete) и. зоол.
Турғайҙар ғаиләһенә ҡараған һырты һор, башы-ҡорһағы һарғылт төҫтәге һайрар турғай (ата ҡоштоң тубәһе, тамағы, ҡанат остары ҡара була). □ Чиж (лат. Carduelis spinus). Һары турғай һайрауы. Инә һары турғай. ■ [Уҡытыусы:] Яҙ көнө һары турғай, ҡыҙылтуш, аҡ өкө беҙҙә ҡыш сығалар ҙа төньяҡҡа китәләр. Ф. Туғыҙбаева.
ҺАРЫ ТУРҒАЙ ҠАМЫШЫ (Р.: кана реечник; И.: phalaris; T.: kanyaş) и. бот.
Башаҡлылар ғаиләһенә ҡараған оҙон яҫы япраҡлы, сәскәлеге ҡамыш йәки һепертке формаһында булған бер йәки күп йыллыҡ үҫемлек. □ Канареечник (лат. Phalaris). М Уйһыу болондарҙа уҫемлектәр япмаһының нигеҙен һаҙ бажаты, .. һары турғай ҡамышы, һырылыусан клевер, болон торна борсағы һ. б. тәшкил итә. «Башҡортостан энциклопедияһы»нан.
ҺАРЫТҮШ (Р.: синица; И.: great tit; T.: iskete) и. диал. ҡар. ҡарабаш турғай.
Турғайҙар ғаиләһенә ҡараған ҡара башлы, һары түшле ҡош. □ Синица (лат. Parus). М Баҡсалағы тағараҡҡа куберәк ҡарабаш, һарытуш турғайҙар килә, ә туғайҙағыһында ҡыҙылтуштәр һыйлана. «Башҡортостан», 20 ғинуар 2016.
ҺАРЫУ I (һары-) (Р.: окутывать; И.: envelope; T.: sarmak) ҡ.
1. Бер ергә йыйылып ҡуныу, йәбешеү. □ Окутывать, облеплять. М Талғын ғына иҫкән ел урмәксе ептәрен ялан буйлап алып китте, ҡыуаҡтарға һәм юл буйындағы әрем һәм тармаларҙың ҡорой башлаған һабаҡтарына һарыны. Ә. Вәли. Умартанан сыҡҡан кус баҡса уртаһындағы оҙон ҡарамаға һарый башланы. Ж. Кейекбаев. • Ҡорттоң инәһе ҡайҙа ҡунһа, кусе шунда һарыр. Әйтем.
2. кусм. Күңел менән тартылып, яҡын ылығыу; һарылыу. □ Льнуть, прильнуть. Кешегә һарыу. Һарып барыу. Ҡуйынға һарыу. М Ниңә ҡайттың? — тиһә, һарып, әсәй, — һағындырҙы һине, — тиермен. Ғ. Амантай.
ҺАРЫУ II (һары-) (Р.: метить территорию; И.: urinate; T.: işemek) ҡ.
Кесе ярау итеп, билге һалыу (эт, буре һ. б. ҡарата). □ Метить территорию (о животных). ■ Тупыс [эт] тейешле урындарға һарып, уҙ билгеһен ҡалдырҙы. С. Ильясов.
ҺАРЫУ III (Р.: наперник; И.: pillowcase; T.: yastık kılıfı) и. диал. ҡар. кәпрән.
Мендәрҙең йөн-мамыҡ тултырыла торған эске ҡаты. □ Наперник, һарыу тегеу. Мендәрҙең һарыуын алыштырыу. Яңы һарыу.
504