ҺАРЫ СИРЕ
ҺАРЫНА (Р.: лилия кудреватая; И.: Turk’s сар Шу; Т.: sultan zambağı) и. бот.
1. Ләлә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған алһыу йәки күксин төҫтәге эре ҡыңғырау сәскәле, һарымһаҡ һымаҡ бүлкәт-бүлкәт булып торған һап-һары төплө урман үләне. □ Лилия кудреватая или саранка (лат. Lilium martagon). һарына сәскәһе. Һарына тамыры. ■ Ваҡ-ваҡ ҡына яландарҙа, алаңғырт ағас араларында һарына куп кенә. Н. Мусин.
2. Шул үҫемлектең һары төҫтә һарымһаҡ һымаҡ тубырсыҡ төбө. □ Корень саранки. һарына бутҡаһы. Һарына тәлгеһе. Һарына ҡаҙыу. М Мөхәмәтша тағы, һирәк-һаяҡлап булһа ла, талсыҡҡан тәнгә көс-ҡеуәт биргән туҡлыҡлы һарына ҡаҙып ашаштырғылай. И. Ноғманов. Берәуҙәре тау-таш араһында һарына, ҡуянтубыҡ соҡоно, икенселәре йыуа йыйҙы, башҡалары ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ, балтырған көпшәһе өҙҙө. Р. Өмөтбаев. Ҡуҙға кумгән һарына ғәжәп тәмле була, ауыҙға ҡапһаң, ярмаланып иреп тора. Н. Мусин.
3. миф. Ыңғай көскә эйә булған миф-лаштырылған үҫемлек. □ Саранка (мифологизированное растение с положительной семантикой). ■ Ышаныуҙар буйынса, йылына бер һарына бутҡаһы ашаһаң, теш ҡаҙнаһы ауыртмай. «Башҡорт мифологияһынан.
ҺАРЫПЛАШЫУ (һарыплаш-) (Р.: пререкаться; И.: wrangle; T.: çekişmek) ҡ. диал. ҡар. әрепләшеү.
Ҡаршы һүҙ әйтеп әрләшеү. □ Пререкаться, препираться. Кеше менән һарыплашыу. Туҡтауһыҙ һарыплашыу. һарыплашып тороу.
ҺАРЫ РОМАШКА (Р.: пупавка красильная; И.: perrenial grass species; T.: boyacı papatyası) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, сәскәһенең уртаһы һәм тажы һары төҫтә булған, тар тетмәкәй япраҡлы күп йыллыҡ үҫемлек. □ Пупавка красильная (лат. Anthe-mis tinctoria). Һары ромашка еҫе. Һары ромашка сәскәһе. Борон һары ромашканан буяу яһағандар.
ҺАРЫСА I (Р .: желтоватый; И.: yellowish; T.: sarımsu) с.
Һары төҫтәге, һарыраҡ. □ Желтоватый. һарыса ат. ■ һарыса уҡ атымды бәйләп ҡуйҙым һаҙ буйҙары һары ла ҡамышҡа. Халыҡ йырынан. Көнһылыу уның [дунәндең] ҡара бәрхәт менән ҡаймаланғандай дымлы куҙҙәренә ҡараны — һарыса куҙҙәренән мәрйен-мәрйен йәш тәгәрәй ине. Т. Ғарипова.
ҺАРЫСА II и. ҡар. һарысай I. ■ Һарыса еткән, ағас япраҡтарына тут төшә. Б. Рафиҡов. Куптән йәйге селлә айҙары утеп киткән һәм тышта емеш-еләк вәғәҙә итеусе һарыса айы ла бөтөп бара ине. К. Мәргән.
• һарыса килмәй, көҙ булмаҫ, ҡаҫтар булмай, ҡыш булмаҫ. Әйтем.
ҺАРЫСАЙ I (Р .: сентябрь; И.: September; T.: Eylül) и. ҡар. сентябрь.
Көҙ миҙгеленең япраҡтар һарғая башлаған мәле, туғыҙынсы ай. □ Сентябрь.
• Алағарҙа — аласағың, һарысайҙа бирәсәгең булһын. Әйтем.
ҺАРЫСАЙ II (Р.: резеда жёлтая; И.: crambling rocket; T.: sarı muhabbet çiçeği) u. бот.
Резедалар ғаиләһенә ҡараған, тәлгәш формаһындағы һары сәскәләрҙән торған, буйы ярты метрға еткән бер йыллыҡ үҫемлек. □ Резеда жёлтая, церва, желтянка (лат. Reseda lutea). Һарысай сәскәһе. Һарысай — хуш еҫле уҫемлек. Һарысай уҫтереу.
ҺАРЫСАЙ III и. диал.
1. ҡар. һары умырзая. Иртә яҙҙан һары-сайҙар сыға.
2. ҡар. һарыбаш 1. Һарысай сәскәһе. Һарысайҙан ҡайнатма.
ҺАРЫСАЙ IV (Р.: щиповка; И.: spined loach; T.: taşısıran balığı) и. диал. ҡар. ҡомтөрткө.
Бәләкәй генә сыбар балыҡ. □ Щиповка (лат. Cobitis taenia), һарысай өйөрө. Һарысай аулау. Йылға һарысайҙары.
ҺАРЫСАЙ ТУРҒАЙ и. диал. ҡар. һары турғай. ■ Иртә генә тороп мин ҡараһам, һарысай турғай һутә уйынды. Халыҡ йырынан.
ҺАРЫ СИРЕ и. ҡар. һары II, 1. М һары сирен һары гәрәбә, һары кейем менән имләгәндәр. «Башҡорт мифологияһынан.
503