ҺАРЫЛЫҠ
ҺАРЫЛЫҠ (һарылығы) (Р.: желтизна; И.: yellowness; T.: sarılık) и.
Һары төҫтә булған нәмәлер. □ Желтизна.
■ Гобарҙың йөҙөндә оҙаҡ, һыҙып сирләгән кешеләргә хас һарылыҡ бар. И. Абдуллин. һырт түбәләренә, ҡашлаҡтарына һарылыҡ ҡунған, һоролоҡ артҡан. Ғ. Хөсәйенов. Көнсығыш яҡ офоҡтан ҡыҙғылт һарылыҡ һәр бер яңы секунд һайын көсәйә, киңәйә, тарала барҙы. Ғ. Дәүләтшин.
ҺАРЫЛЫУ (һарыл-) (Р.: льнуть; И.: cling; T.: sarılmak) ҡ. ҡар. һырлығыу.
1. Кемгәлер йәки нимәгәлер тартылып, бик яҡын килеү. □ Льнуть, прильнуть к кому-чему. ■ Хәсән имгәкләп урындыҡ ситенә килде лә, ҡыуанып, апаһының муйынына һарылды. 3. Биишева. Зөфәр атаһының муйынына һарылды. И. Абдуллин. Бөтә кеше тәҙрәгә һарылды. Р. Өмөтбаев. • Һаранға һарылма, балыҡҡа ҡарылма. Әйтем.
2. Уратып алып ҡаплау; солғау. □ Обступать, окутывать, облеплять. ■ Епшек ҡар һарылып, һырғый ботаҡтарҙы түбәнгә баҫҡан. Яр. Вәлиев. Ҡапыл йылға аръяғынан аяҡтарыма көмөш нур һарылды. Ш. Хәжиәхмәтов. Көн кискә ауышып та өлгөрмәй, өй эсенә эс бошорғос ҡараңғылыҡ һарыла башлай. Ф. Әсәнов.
ҺАРЫМАЙ и. диал. ҡар. һарыбаш 1. һарымай сәскәһе. Һарымайҙан таж үреү.
ҺАРЫ МАЙ (Р.: топлёное масло; И.: melted butter, ghee, drawn butter; T.: san yağ) и.
1. Иретелгән аҡ май. □ Топлёное масло.
■ Фариза тағы инеп, сәйле сәйнүк, бер таштабаҡ һары май, һауыт менән бал, күпертеп бешерелгән сырламалар .. теҙҙе лә сығып китте. һ. Дәүләтшина. Һөллөй әбей самауырҙан имшеү һыу ағыҙып алып, ҙур бер таш туҫтаҡҡа ҡорот иҙҙе һәм һыулаған ҡоротҡа ҡалаҡ башындай һары май һалып, әсәне тәрбиәләне. Ж. Кейекбаев.
2. диал. Ҡаймаҡты туҡып яһаған май; аҡ май. □ Сливочное масло. Һары май йомарлау. Һары май менән һыйланыу, һары май ҡуйып ҡамыр баҫыу.
ҺАРЫМСАҠ (һарымсағы) и. диал. ҡар. һарымһаҡ. Һарымсаҡ сәсеү. Һарымсаҡ ашау. Һарымсаҡ еҫе.
ҺАРЫМТАМАҠ ТУРҒАЙ (Р.: садовая овсянка; И.: ortolan bunting; T.: bayağı kiraz-kuşu) и. зоол.
Турғай ҙурлығында, кәүҙәһе көрән ҡауырһынлы, тамағында сағыу һары табы булған күсмә ҡош. □ Садовая овсянка (лат. Emberiza hortulana). ■ һарымтамаҡ турғайҙың тауышы көсһөҙ генә: «сик-сик».
Э. Ишбирҙин.
ҺАРЫМҺАҠ (һарымһағы) (Р.: чеснок;
И.: garlic; T.: sarımsak) и. бот.
1. Ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡыяҡ япраҡлы, бүлкәт-бүлкәт төплө баҡса үҫемлеге. □ Чеснок (растение) (лат. Allium sativum). Һарымһаҡ түтәле. Һарымһаҡ орлоғо. Һарымһаҡ сәсеү. М Яҡында ғына урыҫ ауылы, Чесноковка тип атала, унда монастырь өсөн һарымһаҡ үҫтерәләр. Б. Рафиҡов.
2. Шул йәшелсәнең еҫле, бүлкәт-бүлкәт һуған һымаҡ төбө. □ Чеснок (луковица), һарымһаҡ еҫе. һарымһаҡ ашау. ■ Карсыҡ-ҡорсоҡ баҙарҙа тоҙло ҡыяр, кәбеҫтә, һарымһаҡ, кипкән өрөк, картуф бөккәне, эремсек, тағы бик күп нәмә һатып тора. М. Кәрим. Төйөнсөктә ике телем арыш икмәге менән кескәй һарымһаҡ ята ине. X. Мохтар.
3. миф. Ен-зәхмәтте ҡыуыу көсөнә эйә булған мифлаштырылған үҫемлек. □ Чеснок (используется для изгнания нечистой силы, его сила обусловлена специфическим запахом и острым вкусом), һарымһаҡ менән имләү, һарымһаҡтан яман көстәр ҡурҡа.
ҺАРЫ МӘТРҮШКӘ (Р.: зверобой; И.: tutsan; T.: kantaron) и. бот.
Ваҡ һары сәскәле күп йыллыҡ дарыу үләне. □ Зверобой (лат. Hypericum). Һары мәтрүшкә сәйе. ■ Һары мәтрүшкә тәбиғәттә һирәгерәк осрай. Уның сәскәләре һары, кескәй япраҡтары яҡтыға ҡарағанда иләк һымаҡ үтәнән-үтә күренеп тора. «Йәшлек», 14 апрель 2009.
ҺАРЫН и. фольк. ҡар. һар П. Һарын әйтеү. ■ Әббаҡ ярым йыр менән көйһөҙ генә һарын һарнай. Ғ. Ибраһимов.
502