ҺАРЫЛТЫУ
□ Пеночка (лат. Phylloscopus). Һарыҡас тауышы. Һарыҡас ояһы.
ҺАРЫҠ БОРСАҒЫ (Р.: нут; И: chick pea; Т.: nut) и. бот.
Оҙонса ҡыяҡ япраҡлы, ҡуҙағында бер-ике борсағы булған ашарға яраҡлы үҫемлек.
□ Нут, бараний горох, турецкий горох (лат. Cicerarietinum). Һарыҡ борсағы — Урта Азия халыҡтарында киң таралған аҙыҡ төрө.
ҺАРЫҠ БӘШМӘГЕ (Р.: сыроежка; И.: russule; Т.: russula mantarı) и. бот.
Эшләпәһенең аҫты киртләс, өҫтө төрлө төҫтә булған ашарға яраҡлы бәшмәк. □ Сыроежка (лат. Russula), һарыҡ бәшмәген йыйыу. Һарыҡ бәшмәген тоҙлау. Һарыҡ бәшмәген бешереу.
ҺАРЫҠ ЙЫУАҺЫ (Р: лук горный; И.: wild onion species; T.: yabani pırasa) и. бот.
Tay, ташлы урында үҫә торған, бер төптән сыҡҡан көпшәле күп һабаҡлы үҫемлек; йыуа төрө. □ Лук горный (лат. Allium ampelo-prasum). Һарыҡ йыуаһы менән туҡланыу. Һарыҡ йыуаһы бик файҙалы. ■ Әуҙекте ике уркәсле, был тирәләге иң бейек тауҙарҙан һанала. Яланғас тубәһендә бутәгә, ҡылған, һарыҡ йыуаһы кинәнеп уҫә. Б. Ҡаһарманова.
ҺАРЫҠ-КӘЗӘ (Р.: мелкий рогатый скот; И.: goats and sheep; T.: koyunlar) и. йыйн.
Ваҡ мал. □ Мелкий рогатый скот. 1 Куп тә утмәй, урамда һалмаҡ ҡына мал тояҡтары тып-тып килде, һарыҡ-кәзәләр баҡырышты, яҡын-тирәлә ҡапҡалар шығырлап асылды. Р. Байбулатов. Ҡотлоғужаның өйөр-өйөр йылҡыһы, көтөу-көтөу һыйыры, һарыҡ-кәзәләренең һәр башы иҫәпле. Н. Мусин. Ҡыҙҙар тауы яғында тәуҙә борхоп туҙан кутәрелде, бер аҙҙан һарыҡ-кәзәләр сабышып төштө. Ш. Янбаев.
ҺАРЫҠСЫЛЫҠ (һарыҡсылығы) (Р.: овцеводство; И.: sheep breeding; T.: koyunculuk) и.
Һарыҡ үрсетеү, аҫрау эше менән шөғөлләнгән хужалыҡ. □ Овцеводство. Һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнеу. Һарыҡсылыҡ совхозы. ■ Хәҙер колхоз йыйылыштарында һарыҡсылыҡ фермаһының эшенә ҡарата маҡтау һуҙҙәре лә ишетелә башланы. 3. Биишева.
ҺАРЫҠТАШ (Р.: валун; И.: boulder; T.: aşınmış kaya parçası) и.
Боҙ дәүеренән ҡалған ҙур йомро таш. □ Валун. ■ Ужыртмаҡланып тау итәгенә йәбешкән ҡаялар, һарыҡташтар аҫтында йылға аға. Т. Ғарипова. Кинйә бер яҡ ситтәрәк ятҡан һарыҡташҡа ултырып, хат өҫтөнә куҙ йугертеп алды. Ғ. Ибраһимов. Атын эргәләге яңғыҙ сауҡаға бәйләгәс, Азамат уҙе шунда ятҡан һарыҡташ өҫтөнә менеп баҫты. И. Ноғманов.
ҺАРЫҠ ТУБЫРСЫҒЫ (Р.: молодило; И.: houseleek; T.: gelinparmağı) и. бөт. ҡар. ҡуян кәбеҫтәһе.
Таштағы мүк өҫтөндә үҫә торған ваҡ ҡына ҡыҙыл сәскәле, тубырсыҡҡа оҡшап, ҡатланып-ҡатланып торған итләс япраҡлы үлән. □ Молодило, заячья капуста, каменная роза (лат. Sempervıvum). һарыҡ тубырсығы сәскә атҡан. Һарыҡ тубырсығын ашау.
ҺАРЫҠ ТӘКӘҺЕ (Р.: баран; И.: ram; T.: koyun) и.
Мөгөҙө булған ата һарыҡ. □ Баран. М Кискә табан [Төлкөсура], ғәҙәттәгесә, .. һарайға бикләп аҫраған һарыҡ тәкәһенә бесән индереп һалды. Н. Мусин. Хәйри бурҙың ҡатыны Fилмиә апай иртук куршеһенең ҡапҡа тышына уҙҙәренең һарыҡ тәкәһен алып барып бәйләгән, бер ыңғай салып бирегеҙсе, тип. Г. Яҡупова.
ҺАРЫ ҠЫҘ и. миф. ҡар. албаҫты. Һары ҡыҙ эйәләне. Куҙгә һары ҡыҙ куренде. Һары ҡыҙ баҫлыҡтыра.
ҺАРЫЛАУ (һарыла-) (Р.: покрасить в жёлтый цвет; И.: paint yellow; T.: sararmak) ҡ.
Һары төҫкә буяу, мансыу. □ Покрасить в жёлтый цвет; желтить. ■ Йәйге ҡыҫҡа төн аяғөҫтө йөрөп утте, тау тубәләрен һары-латып таң һыҙыла башланы. Й. Солтанов.
ҺАРЫЛТЫУ (һарылт-) (Р.: позволить льнуть; И.: snuggle up; T.: sanltmak) ҡ.
1. Иркәләтеп, яҡынларға, яҡын ылығырға ирек ҡуйыу. □ Позволить льнуть, прильнуть. Муйынға һарылтыу. Косаҡҡа һарылтыу.
2. һарылырға мәжбүр итеү. □ Заставить льнуть, прильнуть. Ел болоттарҙы тауға һарылтты.
501