ҺАРЫҒЫС
1. Ата ҡоштоң ҡанаты, ҡойроғо ҡара, тәне һары, инәһе тотош буҙ сыбар төҫтәге турғайҙар ғаиләһенә ҡараған урман ҡошо; үтәбикә. □ Иволга (лат. Oriolus oriolus). ■ Ҡайынлыҡтарҙа матур һарығоштар уҙ-ара тауыш бирешәләр. Ә. Бикчәнтәев. Июль урталарында .. урман моңона һарығош, буҙәнә менән тартай ҡушыла. Я. Хамматов.
2. миф. Мифлаштырылған ҡош. □ Иволга. һарығош — изге ҡоштарҙың береһе.
ҺАРЫҒЫС и. диал. ҡар. һарыуыс. Һарығыс ҡороу. Ҡорт һарығысы.
ҺАРЫҒЫУ (һарыҡ-) (Р.: скопиться; И.: congregate; T.: yapışmak) ҡ.
1. Бер ергә, берәй йүнәлешкә ыңғайлап хәрәкәтләнеү; һарылыу. □ Скопиться, облепить. Себен һарыған бал. М Кейәуҙе еңгәләре, бугәләктәр һымаҡ һарыған егеттәрҙән кәуҙәләре менән ҡурсалап, аҡ келәткә индереп яптылар. Б. Бикбай.
2. ҡар. һарҡыу I, 1. һыу һарыға, һарыған ҡатыҡ. Әҙләп кенә һарығып тороу.
ҺАРЫ КИШЕР (Р: жёлтая морковь; И.: carrot species; T.: sarı havuç) и.
1. бот. Сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған һары тамырлы баҡса үҫемлеге (кишер төрө). □ Жёлтая морковь. Һары кишер сәсеу. һары кишерҙән салат, һары кишер тәме ҡыҙыл кишерҙән айырыла.
2. миф. Һары ауырыуын имләүҙә ҡулланылған йәшелсә. □ Жёлтая морковь (участвует в заговаривании желтухи). М Һары булһа, һары кишер ашатҡандар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺАРЫҠ (һарығы) (Р.: овца; И.: sheep; T.: koyun) и.
1. Ите, йөнө өсөн аҫралған көйшәүсе ваҡ йорт малы. □ Овца. / Овечий (лат. Ovis ari-es). Аҡ һарыҡ. Бәрән һарыҡ, һарыҡ тиреһе. Тыу һарыҡ. Тыуса һарыҡ. Шешәк һарыҡ. Ҡуй һарығы. Оло һарыҡ. Я Ғәбделхәй хәҙрәттәренә тәмле еҫтәр сығарып боҫрап торған йәш һарыҡ итен ҙур ашлау менән килтереп ҡуйғандар. Р. Байымов. Аҡ һарыҡ менән ҡара бәрәс, өйгә инеу менән, сыр-сыу килеп баҡырырға кереште. 3. Биишева. Яҙ көнө ситтән Имәнтауға бер өйөр һарыҡ һәм тәкә килтерелде. Ә. Вәли.
2. кусм. әрл. Аңра, аңһыҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ Баран (о бестолковом человеке). Я [Сәғиҙулла — халыҡҡа:] Иҫегеҙгә килегеҙ, аңра һарыҡтар. Барыбер кулактарса булмаясаҡ, большевиктар көслө, улар еңәсәк! В. Исхаҡов.
3. миф. Алла тарафынан кеше урынына ҡорбанлыҡ итеп төшөрөлгән мал. □ Овца (мифологизированное животное с положительной семантикой; в мусульманской мифологии заменитель человека при жертвоприношении).
4. миф. Им-томда ҡулланылған мал. □ Овца. ■ Бала муйынын тотмаһа, һарыҡ муйынын бешереп ашағас, шуның һөйәгенә баланы ҡаратып һалһаң, төҙәлә, ти. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан. Ҡурҡҡанға һарыҡ салып, туҡтап өлгөрмәгән йөрәген ултырталар. «Башҡорттарҙың им-том китабынан.
♦ һарыҡ көтөүе <һымаҡ> аңһыҙ рәүештә эйәргән төркөмгә ҡарата әйтелә. □ Как стадо баранов. ■ Башлап йөрөуселәре юғалһа, халыҡ — һарыҡ көтөуе, ҡайҙа бораһың, шунда атлай. М. Ғиләжев. Дошман пехотаһы, куҙе тонған һарыҡ көтөуе һымаҡ, бер ниндәй юғалтыуҙарға ҡарамайынса, һаман яҡыныраҡ урмәләй. Д. Исламов. Көтөүһеҙ һарыҡ шул уҡ һарыҡ көтөүе. ■ Саттар ҡарт тағыла уҙенсә еңешә: «Батша булмаһа, халыҡ, көтөуһеҙ һарыҡ һымаҡ, туҙышып китер ҙә, уларҙы кем йыйыштырыр?» Һ. Дәүләтшина.
ҺАРЫ ҠАНДАЛА ҮЛӘНЕ (Р.: донник лекарственный; И.: king’s-clover; T.: kokulu sarı yonca) и. бот.
Өсәре-өсәре бер һуҡтаға урынлашҡан ваҡ ҡына киртләс япраҡлы, һабаҡ буйлап сыҡҡан һары төҫтәге ваҡ сәскәле хуш еҫле дарыу үләне. □ Донник лекарственный (лат. Melilotus officinalis). Һары ҡандала уләне — ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған уҫемлек заты. Һары ҡандала уләне июнь аҙағында сәскә ата. һары ҡандала уләне балы.
ҺАРЫҠАС (Р.: пеночка; И.: chiffchaff; T.: söğüt bülbülü) и. зоол.
Урманда йәшәгән, бөжәктәр менән туҡланған һары төҫтәге һайраусы турғай.
500