ҺАРЫҒОШ
ҺАРЫ АУЫРЫУЫ и. ҡар. һары II, 1.
■ Һары ауырыуына һары сәскә ҡайнатып әсәһең, eş батмустан һыу әсәһең. «Башҡорт мифологияһы»нан. Һары булһа, ауырыуҙың алдына һары әйбер (самауыр, туҡыма, юрған) ҡуйғандар. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
ҺАРЫБАЙ (Р название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Родовое подразделение башкир племени кыпчак. Ауылдары менән һарыбай араһынан. Һарыбайҙар шәжәрәһе.
ҺАРЫ БАЛ (Р.: медовуха; И.: best kind of mead; T.: bal likörü) и.
Йүкә йәки сәскә балынан ҡойолған иң һәйбәт бал. □ Медовуха. ■ Ай, һары бал, һары бал, һары балды һалығыҙ, арыҫландай батырҙарҙың арҡаһынан ҡағығыҙ! Халыҡ йырынан. Ике асыулы бергә килһә, яраштырған — һары бал, ике сәсән бергә килһә, һайраштырған — һары бал. Ҡобайырҙан.
ҺАРЫБАУЫР I (Р.: златогузка; И.: nocturnal butterfly species; T.: altın kelebek) и. зоол.
Аҡ ҡанатлы, ҡорһаҡ осо алтын һарылы төнгө аҡ күбәләк төрө (ҡарышлауығы ҡоротҡос булып тора). □ Златогузка (лат. Euproctis chrysorrhoea). һарыбауыр — баҡса, ауыл хужалығы ҡоротҡосо.
ҺАРЫБАУЫР II (Р.: желтогузый; И.: yellow-bellied; T.: sarı kuyruk) с.
Бауыр аҫты һары төҫтә булған (йәнлектәргә ҡарата). □ Желтогузый. һарыбауыр кеҫәртке. Һарыбауыр төлкө.
ҺАРЫБАШ (Р.: одуванчик; И.: dandelion; T.: yabani hindiba) и. диал. ҡар. бәпембә.
1. һары суҡ сәскәле үлән. □ Одуванчик.
■ Ҡалды буйы ғына, әй, ҡалды инде һарыбаш, һарыбаш улән алды инде. Халыҡ йырынан.
2. ҡар. һарысай II. һарыбаш сәскәһе. Һарыбаш уләне.
ҺАРЫБАШ СӘПСЕК (сәпсеге) (Р.: желтоголовая трясогузка; И.: citrine wagtail; T.: sarı başlı kuyruksallayan) и. зоол.
Сәпсектәр ғаиләһенән, башы һәм кәүҙәһенең аҫ яғы һары, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара төҫтә булған ваҡ ҡош. □ Желтоголовая трясогузка (лат. Motacilla citreola). ■ Һарыбаш сәпсек башҡа һары төҫө булған сәпсектәрҙән башы тигеҙ һары булыуы менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
ҺАРЫБАШ ТУМЫРТҠА (Р.: трёхпа лый дятел; И.: three-toed woodpecker; T.: üç parmaklı ağaçkakan) и. зоол.
Ата ҡоштоң түбәһе һары төҫтә булған ваҡ ала тумыртҡа. □ Трёхпалый дятел (лат. Picoides tridactylus). ■ Һарыбаш тумыртҡа башҡа тумыртҡаларҙан ҡыҙыл төҫө булмауы менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
ҺАРЫ БИЛСӘН (Р .: осот полевой; И: field milk thistle; T.: eşekmarulu) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған сәнскәк япраҡлы, оҙон һабаҡлы, һары сәскәле ҡый үләне. □ Осот полевой (жёлтый) (лат. Sonchus arvensis). Һары билсәндән баҡсаны таҙалау.
ҺАРЫ БӘШМӘК (бәшмәге) (Р.: лисичка; И: chanterelle; T.: yumurta mantarı) и. бот.
Борғаҡ рәүешендәге, эшләпәһенең ситтәре киртләсле һары төҫтәге ашауға яраҡлы бәшмәк; селтәр бәшмәк. □ Лисичка (лат. Cantharellus). ■ Һары бәшмәктә бер ниндәй ҙә ҡорт булмай, ул тиҙ генә ваҡланып та бармай. Уны бешереп тә, ҡыҙҙырып та ашарға була, маринадлағаны ла бик тәмле. «Башҡортостан», 10 август 2013.
ҺАРЫГҮҘ (Р: золототысячник обыкновенный; И.: European centaury; T.: kırmızı kantaron) и. бот.
Бабасыр уты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған алһыу сәскәле, һары һеркәле дарыу үләне. □ Золототысячник обыкновенный (лат. Сеп-taurium erythraed). ■ һарыгуҙ әрәмәлектә, һыу баҫҡан болондарҙа, һаҙлыҡ ситтәрендә, тоҙло тупраҡта уҫә. В. Ғүмәров.
ҺАРЫҒАТ и. диал. ҡар. һырғанаҡ. һарығат емеше, һарығат ағасы, һары-ғаттан ҡайнатма әҙерләу.
ҺАРЫҒОШ (Р.: иволга; И.: hangbird, oriole; T.: sarıasma) и. зоол.
499