ҺАРҺЫЛЫУ
нып уҫкән һарут баштарын ҡулдарына алып һоҡланып ҡуйҙылар. А. Таһиров. [Ваһап менән Шәмсетдиндең] тарыһы уңмай, тары урынына бил быуарынан билсән, һарут, һөтләгән, куҙлут уҫә. Ж. Кейекбаев.
ҺАРҺЫЛЫУ (һарһыл-) (Р.: ныть;
И.: ache; T.: sızlamak) ҡ. диал. ҡар. һулҡылдау.
1. Ныҡ ауыртыу, һыҙлау. □ Ныть (отеле). Йөрәгем һарһыла. Тән һарһыла.
2. Күңел йомшарыу, тулҡынланыу. □ Растрогаться. Моңло көй куңелде һарһылта. М Ҡош ояһының иң бейегенә бер һандуғас килеп ҡунған да һарһылтып һайрай башлаған. Ж. Кейекбаев.
ҺАРЫ I (Р .: жёлтый; И.: yellow; T.: sarı) с.
1. Төҫ спектрында төп төҫтәрҙең береһе, ҡыҙыл менән йәшел араһындағы төҫ. □ Жёлтый. Аҡһыл һары. Сей һары. Ҡыҙыл һары. ■ Ете ҡат ер аҫтынан кутәрелгән һыу, бер ҡарағанда ап-аҡ, икенсе ҡарағанда ҡыҙғыл-тыраҡ, өсөнсө ҡарағанда кукһел һары төҫкә инә. Ә. Байрамов. Тирәк япраҡтары берәм-берәм өҙөлөп сыҡтылар ҙа, байып барған ҡояштың ҡыҙғылт нурҙары аҫтында йылҡылдап, һары кубәләктәр кеуек оса-оса, ергә төшөп яттылар. 3. Биишева.
2. Аҡһыл асыҡ төҫтәге (кешенең тәненә, сәсенә ҡарата). □ Белёсый, светлый (о коже), белокурый, пшеничный, сивый (о волосах). В Ағзамский — һары, нәҙек, Казаков — ҡара һәм шаҡтай йыуан ғына. С. Агиш. Бесән һалынған кырандас өҫтөндә, яңы ғына тыуған ай һымаҡ ялтырап, һары ҡашлы, һипкел йөҙлө йәш кеше ултыра ине. Ғ. Аллаяров. • Ҡара кешенең тире сыҡҡансы, һары кешенең йәне сығыр. Әйтем.
3. Үҫемлек, йәнлек атамаларының бер өлөшө булып килә. □ Жёлтый (составная часть ботанических и зоологических названий). Һары ерек. Һары төлкө. Һары томбойоҡ. ■ Ипләберәк ҡараһам, бер һары ҡырмыҫҡа шул һуҡмаҡтан бармаҡ оҙонлоғо сыбыҡты һөйрәп ята. Р. Ғабдрахманов.
♦ һары елек бик ныҡлы, көслө. □ Сильный, крепкий. ■ Нисә әйтһәң дә, ит ашап, мул торған һары елек инде. [Йыһаннур] Сәреуҙе бер һуғыуҙа ҡалҡып тормаҫлыҡ итеп йығып һалып ҡуйҙы. Т. Хәйбуллин.
ҺАРЫ II (Р.: гепатит; И.: hepatitis; T.: sarılık hastalığı) и.
1. мед. Вирустар тыуҙырған ҡаты бауыр ауырыуы, төп билдәләренең береһе — тән һарғайыуы. □ Гепатит, желтуха. Ҡара һары. Һары һары. М Тәләмшә әбейҙең ире һары менән өс йыл ауырыны. Унан ҡара һарыға әйләнеп, ярты йыл йөрөнө лә улеп китте. С. Агиш.
2. кусм. Йөҙгә сыҡҡан ауыр кисереш, һағыш, моң-зар. □ Грусть, тоска, глубокое переживание. Хәсрәт һарыһы, һарыға һабышыу. ■ [Әсәйем:] Тешемде ҡыҫып туҙҙем, һарыға һабышып көттөм. Яр. Вәлиев. Нурлы йөҙөң һары баҫҡан, Барсынһылыу, серле куҙең ҡайғы баҫҡан, Барсынһылыу. «Алпамыша». Яланды юҡһыныуҙан ул [Хәлиулла] һарыға һабышты. И. Ғиззәтуллин.
ҺАРЫ III и. диал. ҡар. һаҡау. Йылҡы һарыһы, һары ауырыуы.
ҺАРЫ IV (Р .: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Ҡатай, табын ырыуҙарына ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Родовое подразделение башкир племён катай и табын. Ауылда һарылар аймағы ишле. Беҙ һарылар араһына ҡарайбыҙ, һарылар араһы шәжәрәһе.
ҺАРЫ АКАЦИЯ (Р.: жёлтая акация; И.: yellow acacia; T.: sarı akasya) и. бот.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған, эре япраҡтары һабаҡтың ике яғынан сиратлап урынлашҡан, һары сәскәле, селеккә оҡшаш ҡыуаҡ йәки ағас. □ Жёлтая акация, караганда древовидная (лат. Caragana arbores-cens). Һары акация балы. Һары акация еҫе. ■ Декоратив уҫемлектәр: һары акация, глициния, хуш еҫле кәрешкә. «Башҡортостан энциклопедияһы»нан.
ҺАРЫ АЛТЫН (Р.: червонное золото; И.: pure gold; T.: sarı altın) и.
Иң юғары сифатлы алтын; һум алтын. □ Червонное золото. • Сабырлыҡтың төбө — һары алтын. Мәҡәл.
ҺАРЫ АЛЫУ (һары ал-) ҡ. ҡар. һарғайыу 2. Ҡайғынан һары алды. Нурлы йөҙөн һары алған.
498