Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 614 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺУЛДА
һикереп менеп ултырҙы, уңға, һулға боролоп, ураҡсылар менән иҫәнләште. И. Абдуллин. Юлдың береһе уңға, икенсеһе һулға китә икән, ти. Әкиәттән.
2. миф. һул яҡ кире семантикаға эй булған тараф. □ Налево (имеет отрицательную семантику). Уңға барһаң - уңырһың, һулға барһаң - туңырһың.
ҺУЛДА (Р.: влево; И.: to leftward; Т.: sola)р.
Һул яҡта. □ Влево, налево, слева. Һулда ятып ҡала. Һулда тора. һулда урынлашҡан. Юлдан һулда.
ҺУЛДАН (Р: слева; И.: on one’s left; to leftward; T: soldan) p.
Һул яҡтан. □ Слева. Һулдан килеп сыҡты. Һулдан китеп бара. һулдан атлау. Һулдан тауыш ишетелде.
ҺУЛҠ-ҺУЛҠ (Р: подражание пульсирующей боли; И.: echo word; T.: güm güm) оҡш.
1. һулҡылдап һыҙлауҙы, йөрәк тибешен белдергән һүҙ. □ Подражание пульсирующей боли, биению сердца, һулҡ-һулҡ итеп һыҙлау. ■ Йөрәгем дә берсә туҡ-туҡ, һулҡ-һулҡ ҡағып тора. Р. Назаров.
2. Өҙөк-өҙөк тын тартып илаған хәрәкәт һәм тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание всхлипу, һулҡ-һулҡ илау. һулҡ-һулҡ укһеу. ■ Мәғфирә,.. Садрисламдыңкукрәгенә ҡапланып, һулҡ-һулҡ илай башланы. Ф. Иҫәнғолов.
ҺУЛҠЫЛДАҠ (һулҡылдағы) (Р: пружина; И.: coil; T.: zemberek) и. диал.
Спираль формаһына килтерелгән ҡулайлама; пружина. □ Пружина, һулҡылдаҡҡа сәңгелдәк элеу. Ишеккә һулҡылдаҡ ҡуйыу.
ҺУЛҠЫЛДАТЫУ (һулҡылдат-) (Р: пульсировать; И.: palpitate; T.: sızlatmak) ҡ.
Туҡтауһыҙ ауыртып тороу. □ Пульсировать, ныть. Йөрәкте һулҡылдата, һулҡылдатып тороу. Яңынан һулҡылдата башланы. ■ Һулҡылдатып иҫке яраны, .. бер йыр ҡалҡа. Р. Бикбаев. Алдарҙың йөрәген һағыш тойғоһо һулҡылдата һәм ҡапыл ҡолағына уғата ла таныш моң килеп бәрелә. Н. Мусин. Әммә Абрам-Ибраһимдың ҡысҡырып тәубә итеуе мәмерйәгә утеп инә лә, тертләтеп, яраһын һулҡылдата. Б. Рафиҡов.
ҺУЛҠЫЛДАУ (һулҡылда-) (Р: пульсировать; И.: pulsate; palpitate; T: sızlamak) ҡ.
1. Ҡан йөрөшө, йөрәк тибеше тәьҫирендә ауыртып, өҙөк-өҙөк һыҙлап тороу □ Пульсировать. Һулҡылдап һыҙлау, һулҡылдап ҡан аға. Шешек өҙлөкһөҙ әрнеп һулҡылдай. ■ Тынсыулыҡтан сикәгә ҡан бәрә, баш һулҡылдай. А. Абдуллин. Ҡапыл йөрәк һулҡылдап китте, Илисәне кургеһе килде. И. Абдуллин. һулҡ-һулҡ итеп һулҡылдап, ҡанап ятҡан яраны куреп тора Уралың. Р. Ниғмәти.
2. Һулҡ-Һулҡ тын тартыу (илағанда).
□ Всхлипывать. Үкһеп-укһеп һулҡылданы. Үпкәле тауыш сығарып бала һулҡылданы. ■ [Фәриҙәнең улы] ике усы менән битен ҡаплап байтаҡ һулҡылданы. Н. Алсынбаев. Сәғиҙә юрғанын башынан аша бөркәнде лә һулҡылдап-һулҡылдап иланы. М. Тажи.
ҺУЛҠЫУ (һулҡы ) ҡ. ҡар. һулҡылдау
1. Һулҡый башланы. Туҡтауһыҙ һулҡыны. ■ Мәликә Мансуровна манҙшйындағы иҫке яра йөйөн ыуҙы, әул, тыштан бөтәшһәм дә, эстән һыҙам әле, тигәндәй, сәнсеп-сәнсеп һулҡып ҡуйҙы. X. Тапаҡов. Инде Зәйни ҡымшанырға ла ҡурҡа. Бөтә һул яҡ һыны, йәнде алырҙай интектереп, ултереп һулҡый. Й. Солтанов.
ҺУЛПАЙЫУ (һулпай-, һулпая) (Р: кривиться; И.: become crooked; T: eğrilmek) ҡ. диал. ҡар. ҡыйшайыу.
Ҡыйыш хәлгә килеү; ҡырынайыу, ялпайыу.
□ Кривиться, скашиваться, искривляться. Ишек һулпайған. Кәпәсе бер яҡҡа һулпайған. Һулпайып сыҡҡан. Һулпайып тора. ■ Мәҙинә ышанмай ине. Хәҙер ҙә ышанмаҫ ине, -ҡартайып, сул ғәрәптәренең буш муртайы һымаҡ һулпайып ҡайтҡан Малкин куҙ алдында. Ә. Хәкимов.
ҺУЛПЫ (Р: острая форма рахита; И.: third stage rachitis; T: raşitizm hastalığının üçüncü aşaması) и. диал.
1. Һула ауырыуының көслө төрө йәки рахиттың өсөнсө стадияһы. □ Острая форма рахита (третья стадия). Ауырыуы көсәйеп, һулпыға әйләнгән. һулпыны дауалау, һулпы менән ауырыған бала.
2. миф. Ауырыуҙың бала өсөн үтә хәүефле осоро. □ Острая форма рахита (по поверьям, третья стадия рахита достигает самого опасного периода болезни). ■ Өсйәндән һулпыға әйләнһә, оҙаҡ атламай бала. «Башҡорт мифологияһы»нан.
614