ВЗДЁРГИВАТЬСЯ
ВЗВИНТИТЬ сов. кого-что; разг. ярһытыу, ҡуҙғытыу, тулҡынландырыу; нервы взвинчены нервылары ярһыған ♦ взвинтить цены хаҡты саманан тыш күтәреү, самаһыҙ арттырыу
ВЗВИНТИТЬСЯ сов.; разг. ярһыу, ҡуҙғыу, тулҡынланыу; нервы взвинтились нервылар ярһыны (ҡуҙғыны)
ВЗВИНЧИВАТЬ несов. см. взвинтить
ВЗВИНЧИВАТЬСЯ несов. 1. см. взвинтиться 2. страд. от взвинчивать
ВЗВИТЬ сов. что күтәреү, өйрөлтөп күтәреү; ветер взвил пыль ел саңды өйрөлтөп күтәрҙе
ВЗВИТЬСЯ сов. ҡапыл өҫкә күтәрелеү, өҫкә атылыу, шыҡыйып осоу; орёл взвился под облака бөркөт шыҡыйып болоттарға инеп китте
ВЗВИХРИТЬ и ВЗВИХРИТЬ I сов. что; разг. өйөрөлдөрөү, ойоҡһотоп күтәреү, өйөрөп күтәреү; ветер взвихрил снежную пыль ел ҡарҙы ойоҡһотоп күтәрҙе
ВЗВИХРИТЬ II сов. что; разг. (о волосах) туҙғытыу, туҙҙырыу
ВЗВИХРИТЬСЯ и ВЗВИХРИТЬСЯ I сов. ойоҡһотоп күтәрелеү, өйөрөлөп күтәрелеү
ВЗВИХРИТЬСЯ II сов.; разг. (о волосах) туҙғыу, туҙыу
ВЗВОД I м; воен. взвод; пехотный взвод пехота взводы
ВЗВОД II м тәте, взвод (атыу ҡоралының сирткесте ысҡындыра торган ыргаҡ рэцешен-дэге өлөшө); пистолет на взводе пистолет тәтегә ҡуйылған ♦ быть на взводе ҡыҙмаса булып алыу
ВЗВОДИТЬ несов. см. взвести
ВЗВОДИТЬСЯ несов. 1. см. взвестись 2. страд. от взводить
ВЗВОДНОЙ, -ая, -ое взвод ...ы; взводная пружина тәте пружинаһы
ВЗВОДНЫЙ, -ая, -ое 1. взвод ...ы; взводный командир взвод командиры 2. в знач. сущ. взводный м взвод командиры
ВЗВОЛНОВАННОСТЬ ж тынысһыҙлыҡ, тулҡынланыу
ВЗВОЛНОВАННЫЙ, -ая, -ое 1. прич. от взволновать; она была взволнована встречей уны осрашыу тулҡынландырған ине 2. прил. (встревоженный) тулҡынланған, борсоулы; взволнованный вид тулҡынланған ҡиәфәт 3. прил. (выражающий волнение) тулҡынланған; говорить взволнованным голосом тулҡынланған тауыш менән һөйләү
ВЗВОЛНОВАТЬ сов. 1. что тулҡындырыу, тулҡынландырыу; ветер взволновал озеро ел күлде тулҡындырҙы 2. кого-что әҫәрләндереү, йөрәкһетеү, тулҡынландырыу, борсоу; разговор его взволновал һөйләшеү уны йөрәкһетте
ВЗВОЛНОВАТЬСЯ сов. 1. тулҡынланыу, тулҡыныу 2. борсолоу, әҫәрләнеү, йөрәкһеү, тулҡынланыу, тынысһыҙланыу
взволОчь сов. кого-что; прост. (үргә) һөйрәп мендереү
взворАчивать несов. см. взворотить
взворАчиваться несов. страд. от взво-рачивать
ВЗВОРОТИТЬ сов.; прост. 1. (взвалить) көскә күтәреп һалыу 2. (ворочая, привести в беспорядок) аҫтын-өҫкә әйләндереү, болартыу
ВЗВЫТЬ сов. 1. (о животных) олоп ебәреү, сыйылдап ебәреү 2. разг. (громко заплакать) үкереп (аҡырып) илап ебәреү
ВЗГЛЯД м 1. ҡараш, ҡарау, күҙ ҡарашы; печальный взгляд ҡайғылы ҡараш; пристальный взгляд текләп ҡарау; бросить взгляд ҡараш ташлау, күҙ төшөрөү; обменяться взглядами ҡараш (күҙ) ташлау, ҡарашып аңлашыу 2. ҡараш, фекер; правильный взгляд дөрөҫ ҡараш; разделять взгляды ҡарашын уртаҡлашыу, фекеренә ҡушылыу ♦ на взгляд ҡарап торғанда, тыштан ҡарағанда; на мой (твой, его и т.д.) взгляд минеңсә (һинеңсә, уныңса һ.б.), минең фекеремсә (һинең фекереңсә, уның фекеренсә); на первый взгляд беренсе (тәү) ҡарашҡа; с первого взгляда: 1) шунда уҡ; 2) тәү ҡарамаҡҡа, тәү ҡарашҡа
ВЗГЛЯДЫВАТЬ несов. см. взглянуть
ВЗГЛЯНУТЬ сов. 1. ҡарап алыу, күҙ ташлау (һалыу); взглянуть в лицо йөҙөнә ҡарап алыу 2. перен. иғтибар итеү, ҡарау; взглянуть на дело эшкә иғтибар итеү (ҡарау)
взгОрок м; разг. түбә, түмәләс взгОрье с; разг. ҡалҡыулыҡ ВЗГРЕВАТЬ несов. см. взгреть
ВЗГРЕТЬ сов. кого; прост. туҡмау, ныҡ әрләү, шелтәләү, ҡыҙҙырыу
ВЗГРОМОЖДАТЬ несов. см. взгромоздить
ВЗГРОМОЖДАТЬСЯ несов. 1. см. взгромоздиться 2. страд. от взгромождать
ВЗГРОМОЗДИТЬ сов. что; разг. өҫтө-өҫтөнә бейек итеп өйөү (тейәү, мендереү)
ВЗГРОМОЗДИТЬСЯ сов.; разг. көс-хәл менән менеү (күтәрелеү), менеп ултырыу
ВЗГРУСТНУТЬ сов.; разг. күңелһеҙләнеп китеү, эс бошоп китеү, яманһыулау
ВЗГРУСТНУТЬСЯ сов. безл.; разг. (о внезапном чувстве грусти, печали) күңелһеҙләнеп (эс бошоп) китеү, күңелһеҙ булып китеү, яманһыулай башлау; мне взгрустнулось миңә күңелһеҙ булып китте
ВЗДВАИВАТЬ несов. см. вздвоить
ВЗДВОИТЬ сов. что ике рәт итеп теҙеү, ике рәт итеү
ВЗДВОИТЬ сов. что; с. -х. икенсе тапҡыр һөрөү, яңынан һөрөү
ВЗДВОИТЬСЯ сов. ике рәткә теҙелеү
ВЗДЕВАТЬ несов. см. вздеть ВЗДЁРГИВАТЬ несов. см. вздёрнуть ВЗДЁРГИВАТЬСЯ несов. 1. см. вздёрнуться 2. страд. от вздёргивать
141