ВЗМЫТЬ
ВЗМЫТЬ сов. (быстро взлететь) (ҡапыл) осоп күтәрелеү, юғарыға күтәрелеү, атылыу; самолёт взмыл вверх самолёт юғарыға күтәрелде
ВЗНОС м 1. (внесение денег) түләү, аҡса түләү; срочный взнос ашығыс түләү 2. взнос; членский взнос ағзалыҡ взносы; вступительный взнос инеү взносы
ВЗНУЗДАТЬ сов. 1. кого ауыҙлыҡлау, ауыҙлыҡ кейҙереү 2. кого-что; перен., прост. ауыҙлыҡлау, буйһондороу, тыйыу; взнуздать реку йылғаны ауыҙлыҡлау
ВЗНУЗДЫВАТЬ несов. см. взнуздать
ВЗО... приставка см. вз...
ВЗОБРАТЬСЯ сов. тырмашып менеү, үрмәләп менеү, менеп етеү; взобраться на вершину горы тау түбәһенә менеп етеү
ВЗОЙТИ сов. 1. күтәрелеү, менеү; взойти на гору тауға күтәрелеү 2. (о небесных светилах) ҡалҡыу, тыуыу, сығыу, күтәрелеү; солнце взошло ҡояш сыҡты (ҡалҡты); взошла луна ай тыуҙы 3. разг. (подняться — о тесте) ҡабарыу, ҡабарып сығыу, күтәрелеү; тесто взошло ҡамыр ҡабарҙы 4. (прорасти) шытып сығыу; все семена взойдут бөтә орлоҡтар ҙа шытып сығасаҡ
ВЗОР м 1. ҡараш, ҡарау, күҙ ҡарашы; вдумчивый взор уйсан ҡараш; устремить взор күҙ ҡарашын йүнәлдереү 2. обычно мн. взоры; перен . (внимание, интерес) иғтибар, ҡыҙыҡһыныу; взоры всех были прикованы к этим событиям бөтәһенең иғтибары ошо ваҡиғаға йүнәлтелгәйне
ВЗОРВАТЬ сов. 1. что шартлатыу, емереү; взорвать лёд боҙҙо шартлатыу 2. кого-что; перен ., разг. (возмутить) асыуландырыу, асыуын ҡабартыу, сығырынан сығарыу; его слова взорвали меня уның һүҙҙәре мине сығырымдан сығарҙы
ВЗОРВАТЬСЯ сов. 1. шартлау, (шартлап) ярылыу; граната взорвалась граната шартланы 2. перен., разг. (возмутиться) ныҡ асыуланыу, асыу ташыу, сығырҙан сығыу; вдруг учитель взорвался уҡытыусы ҡапыл сығырынан сыҡты
ВЗРАСТИТЬ сов. кого-что; высок. (вырастить ) тәрбиәләп үҫтереү, ҡарап үҫтереү
ВЗРАЩИВАТЬ несов. см. взрастить
ВЗРАЩИВАТЬСЯ несов. страд. от взращивать
ВЗРЕВЕТЬ сов. 1. үкереп ебәреү; зверь взревел йәнлек үкереп ебәрҙе 2. (вскричать) аҡырып (ҡысҡырып) ебәреү, аҡырыу; взреветь истошным голосом әсе тауыш менән аҡырып ебәреү 3. (о резких и громких звуках машин) үкереү; тепловоз взревел тепловоз үкереп ебәрҙе
ВЗРЕЗ м 1. см. взрезать — взрезать 2. (прорез ) ҡырҡылған урын
ВЗРЕЗАТЬ сов. что киҫеп (ярып) ебәреү, ҡырҡыу, ярыу; взрезать арбуз ҡарбуз(ды) ярыу
ВЗРЕЗАТЬ несов. см. взрезать
взрослеть несов.; разг. ҙурайыу, үҫеү, буйға етеү, ир ҡорона ултырыу
ВЗРОСЛЫЙ, -ая, -ое 1. балиғ булған, ҙурайған, буйға еткән, өлкән; взрослый юноша балиғ булған егет; взрослая дочь буйға еткән ҡыҙ 2. в знач. сущ. взрослые мн. ололар, өлкәндәр, ҙурҙар; взрослые и дети ололар һәм балалар 3. (достигший полной зрелости — о животных, птицах и т.п.) оло; взрослые кони оло аттар
ВЗРЫВ м 1. шартлау; взрыв снаряда снаряд шартлауы 2. (разрушение) шартлатыу, шартлатып емереү; взрыв моста күперҙе шартлатыу 3. перен. ҡапыл күтәрелеш, сағылыш; взрыв аплодисментов көслө ҡул сабыуҙар; взрыв смеха геү килеп шарҡылдап көлөү
ВЗРЫВАТЕЛЬ м; воен. шартлатҡыс
ВЗРЫВАТЬ I несов. см. взорвать
ВЗРЫВАТЬ II несов. см. взрыть
ВЗРЫВАТЬСЯ I несов. 1. см. взорваться 2. страд. от взрывать I
ВЗРЫВАТЬСЯ II несов. страд. от взрывать II
ВЗРЫВНИК м; разг. шартлатыусы; работать взрывником шартлатыусы булып эшләү
ВЗРЫВНОЙ, -ая, -ое 1. шартлау ...ы, шартлатыу ...ы, шартлаулы, шартлай торған; взрывные работы шартлатыу эштәре; взрывная волна шартлау тулҡыны; взрывной снаряд шартлаулы снаряд 2. лингв. шартлаулы; взрывной звук шартлаулы өн
ВЗРЫВЧАТКА ж; разг. шартлатҡыс
ВЗРЫВЧАТЫЙ, -ая, -ое шартлаусан, шартлай торған; взрывчатые вещества шартлаусан матдәләр
ВЗРЫТЬ сов. что ҡаҙыу, ҡаҙып бөтөрөү (сығыу), ҡаҙып йомшартыу; взрыть землю ерҙе ҡаҙып йомшартыу
ВЗРЫХЛИТЬ сов. что (ҡаҙып) йомшартыу, көпшәкләндереү; взрыхлить почву тупраҡты ҡаҙып йомшартыу
ВЗРЫХЛЯТЬ несов. см. взрыхлить
ВЗЪ... приставка см. вз...
ВЗЪЕДАТЬСЯ несов. см. взъесться
ВЗЪЕРЕПЕНИТЬ сов. кого; прост. асыуландырыу, киреләндереү, тиҫкәреләндереү, кәзәлән-дереү
ВЗЪЕРЕПЕНИТЬСЯ сов.; прост. асыуланып китеү, киреләнеү, тиҫкәреләнеү, кәзәләнеү
ВЗЪЕРОШЕННЫЙ, -ая, -ое разг. 1. прич. от взъерошить 2. прил. туҙғыған, туҙылған, тырпайған, туҙғыған йөнлө, ялбыраған, ялбыр; взъерошенные волосы тырпайған сәс; взъерошенный медведь туҙғыған йөнлө айыу
ВЗЪЕРОШИВАТЬ несов. см. взъерошить
ВЗЪЕРОШИВАТЬСЯ несов. см. взъерошиться
ВЗЪЕРОШИТЬ сов. что; разг. туҙғытыу, тырпайтыу, ҡабартыу
144