МОЛЕКУЛЯРНЫЙ, -ая, -ое молекула ...ы; молекулярное движение молекулалар хәрәкәте; молекулярная теория молекула теорияһы
МОЛЕЛЬНЯ ж ғибәҙәтхана
молЕние с; книжн. 1. см. молиться 1;
2. см. молить
МОЛЕСКИН м молескин (кизе-мамыҡ туҡыма )
МОЛИБДЕН м молибден (химик элемент, металл )
МОЛИБДЕНОВЫЙ, -ая, -ое 1. молибден ...ы; молибденовые месторождения молибден ятҡылыҡтары 2. молибденлы; молибденовая сталь молибденлы ҡорос 3. молибден, молибденлы; молибденовая проволока молибден сым
МОЛИТВА ж доға; читать молитву доға уҡыу
МОЛИТВЕННИК м доғалыҡ
МОЛИТВЕННЫЙ, -ая, -ое доға ...ы, ғибәҙәт ...ы; молитвенный дом ғибәҙәт йорто; молитвенные слова доға һүҙҙәре
МОЛИТЬ несов. кого - что и без доп. ялыныу, үтенеү, ялбарыу; молить о помощи ярҙам һорап ялбарыу
МОЛИТЬСЯ несов. 1. намаҙ уҡыу, ғибәҙәт ҡылыу, алланан һорау 2. на кого; перен., разг. табыныу, баш эйеү, артыҡ яратыу; молиться на старшую сестру апайға табыныу
МОЛКНУТЬ несов. тыныу, тынып ҡалыу, туҡтау, баҫылыу; в знойные часы молкнет всё вокруг томрала тирә-яҡтағы бөтә нәмә тынып ҡала
МОЛЛЮСКИ мн. (ед. моллюск м); зоол. моллюск
МОЛЛЮСКОВЫЙ, -ая, -ое моллюск ...ы; моллюсковые раковины моллюск ҡабырсаҡтары
МОЛНИЕВЫЙ, -ая, -ое йәшен ...ы; молниевая вспышка йәшен балҡыуы
МОЛНИЕНОСНЫЙ, -ая, -ое йәшен тиҙлегендә, йәшен кеүек тиҙ; с молниеносной быстротой йәшен тиҙлеге менән; молниеносное движение йәшен тиҙлегендәге хәрәкәт
МОЛНИЕОТВОД м йәшен ҡайтарғыс
МОЛНИРОВАТЬ сов., несов. что и без доп.; разг. телеграмма-молния ебәреү, телеграмма-молния менән хәбәр итеү; молнировать день приезда килеү көнөн телеграмма-молния менән хәбәр итеү
МОЛНИЯ ж 1. йәшен; шаровая молния йәшен уты, йәшен тубы 2. молния, ашығыс телеграмма, телеграмма-молния 3. (вид застёжки ) молния; рубашка с молнией молниялы күлдәк
МОЛОДЁЖНЫЙ, -ая, -ое йәштәр ...ы; молодёжная бригада йәштәр бригадаһы; молодёжный театр йәштәр театры
МОЛОДЁЖЬ ж собир. йәштәр, йәш-елкенсәк; нынешняя молодёжь хәҙерге йәштәр
МОЛОДОСТЬ
молодеть несов. йәшәреү, йәшәреп китеү; молодеть от счастья шатлыҡтан йәшәреп китеү
МОЛОДЕЦ м; фольк. егет, батыр егет; добрый молодец батыр егет
молодЕц м 1. егет, булдыҡлы егет; бравый молодец батыр егет 2. в знач. сказ.; разг. (при выражении похвалы) егет икәнһең, шәп икәнһең; молодец, что сумел решить задачу первым егет икәнһең, мәсьәләне беренсе булып эшләй алдың 3. в знач. нареч. молодцом егеттәрсә, егеттәр кеүек; сегодня отец выглядит молодцом бөгөн атай егеттәрсә күренә ♦ молодец к молодцу береһенән-береһе яҡшыраҡ, бөтәһе лә һайлап алған кеүек
МОЛОДЕЦКИЙ, -ая, -ое 1. фольк. егет(тәр) ...ы; удаль молодецкая егет ҡыйыулығы; молодецкая кровь егеттәр ҡаны; молодецкое сердце егеттәр йөрәге 2. егеттәрсә, батырҙарса; молодецкий вид егеттәрсә ҡиәфәт; молодецкая отвага егеттәрсә батырлыҡ
МОЛОДЕЧЕСТВО с 1. егетлек, батырлыҡ, ҡыйыулыҡ; ценить молодечество ҡыйыулыҡты юғары баһалау 2. (показная отвага) ҡуҡырлыҡ, яһалма батырлыҡ (ҡыйыулыҡ); ему присуще наигранное молодечество уға яһалма батырлыҡ хас
МОЛОДИТЬ несов. кого - что йәшәртеү, йәш күрһәтеү; это платье вас молодит был күлдәк һеҙҙе йәш күрһәтә
МОЛОДИТЬСЯ несов. йәш күренергә тырышыу, йәшәрергә тырышыу; она всё ещё молодится ул һаман йәш күренергә тырыша
МОЛОДНЯК м 1. собир. (молодые животные ) йәш мал; (о крупном рогатом скоте) тана-торпо; (о лошадях) тай-тулаҡ 2. (молодой лес) йәш урман; хвойный молодняк бешәлек 3. собир .; прост. (молодёжь) йәштәр, йәш-елкенсәк
МОЛОДОЖЁНЫ мн. (ед. молодожён м) йәштәр (яцы өйләнешкән ир менән ҡатын)
МОЛОДОЙ, -ая, -ое 1. йәш; молодое поколение йәш быуын; молодой парень йәш егет; молодой специалист йәш белгес 2. яңы, йәш; молодой месяц яңы ай; молодая республика йәш республика 3. йәш ...ы, йәшлек ...ы; молодой задор йәшлек дәрте; молодой сон йәшлек йоҡоһо; молодой голос йәш тауыш; молодое сердце йәш йөрәк 4. йәш, өлгөрөп етмәгән; молодой кумыс йәш ҡымыҙ 5. в знач. сущ. молодые мн. (ед. молодой м и молодая ж); разг. яңы өйләнешкән йәштәр (ир менән ҡатын) ♦ молодой человек (обращение) йәш кеше; из молодых да ранних кто йәш булһа ла хәйләле (өлгөр); молодо-зелено йәш, тәжрибәһеҙ (кешегә ҡарата)
МОЛОДОСТЬ ж йәшлек, йәш саҡ (ваҡыт); годы молодости йәшлек йылдары ♦ по молодости лет йәшлеге арҡаһында; не первой молодости йәш түгел, урта йәштәге; вторая молодость икенсе йәшлек, олоғая төшөү
577
19 зак. 2.0084.05