ОБЁРТЫВАТЬСЯ
шегә беркетмәү; обезличить руководство етәкселек итеүҙе айырым кешегә беркетмәү
ОБЕЗЛИЧИТЬСЯ сов. 1. шәхси үҙенсәлектәре бөтөү (юйылыу, юҡҡа сығыу) 2. яуап биреүсеһеҙ (эйәһеҙ) ҡалдырылыу, айырым кешегә беркетелмәү; работа обезличилась эш яуап биреүсеһеҙ ҡалдырылды
ОБЕЗЛИЧКА ж эйәһеҙлек, яуапһыҙлыҡ, шәхси яуаплылыҡ булмау; обезличка в работе эшкә яуапһыҙлыҡ
ОБЕЗЛЮДЕТЬ сов. кешеһеҙ ҡалыу; деревня обезлюдела ауыл кешеһеҙ ҡалды
ОБЕЗОБРАЖИВАТЬ несов. см. обезобразить
ОБЕЗОБРАЖИВАТЬСЯ несов. 1. см. обезобразиться 2. страд. от обезображивать
ОБЕЗОБРАЗИТЬ сов. 1. кого-что йәмһеҙләндереү, күркен (йәмен) китәреү (ебәреү), ҡиәфәтен боҙоу; обезобразить дом пристройками төкәтмәләр менән өйҙөң күркен ебәреү 2. что боҙоп (үҙгәртеп) күрһәтеү (фекерҙе, әҙәби әҫәрҙе һ. б.); обезобразить мысль автора авторҙың фекерен боҙоп күрһәтеү
ОБЕЗОБРАЗИТЬСЯ сов. йәмһеҙләнеү, ҡиәфәт боҙолоу, йәме (күрке) китеү
ОБЕЗОПАСИТЬ сов. кого-что ҡурҡыныстан (хәүеф-хәтәрҙән) һаҡлау, хәүефһеҙлекте (именлекте) тәьмин итеү; обезопасить полёты осоштарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү
ОБЕЗОПАСИТЬСЯ сов. ҡурҡыныстан (хәүеф-хәтәрҙән) һаҡланыу, хәүефһеҙлеге (именлеге) тәьмин ителеү; обезопаситься от нападения һөжүм ҡурҡынысынан һаҡланыу
ОБЕЗОРУЖИВАТЬ несов. см. обезоружить
ОБЕЗОРУЖИТЬ сов. кого-что 1. ҡоралһыҙландырыу, ҡоралын алыу; обезоружить врага дошманды ҡоралһыҙландырыу 2. перен. ҡаршы тора (ҡарышлаша) алмаҫлыҡ итеү, буйһондороу, тынысландырыу; обезоружить лаской иркәләп тынысландырыу; обезоружить оппонента оппонентты ҡаршы тора алмаҫлыҡ итеү
ОБЕЗУМЕТЬ сов. аҡылдан яҙыу (шашыу); обезуметь от страха ҡурҡыуҙан аҡылдан яҙыу
ОБЕЗЬЯНА ж 1. маймыл; человекообразная обезьяна кеше һымаҡ маймыл 2. разг. (кривляка) маймыл, ҡылансыҡ, борғандаҡ, ши-ҡандаҡ
ОБЕЗЬЯНИЙ, -ья, -ье маймыл ...ы; обезьяний питомник маймыл питомнигы
ОБЕЗЬЯННИК м маймыл ситлеге (зоопаркта , питомникта)
ОБЕЗЬЯННИЧАТЬ несов .; разг. маймылланыу, ҡыланыу
ОБЕЛИСК м обелиск, һәйкәл; гранитный обелиск гранит һәйкәл
ОБЕЛИТЬ сов.; разг. аҡлау, ғәйепһеҙ тип табыу; стараться обелить себя үҙеңде аҡларға тырышыу
ОБЕЛИТЬСЯ сов.; разг. аҡланыу, аҡланып сығыу; ему удалось обелиться ул аҡланып сыға алды
обелЯть несов. см. обелить
ОБЕРЕГАТЬ несов. кого-что һаҡлау, һаҡлап алып ҡалыу, ҡурғаулау; оберегать детей от простуды балаларҙы һыуыҡ тейеүҙән һаҡлау; оберегать имущество милекте һаҡлау
ОБЕРЕГАТЬСЯ несов. 1. һаҡланыу, һаҡланып ҡалыу; оберегаться от простуды һыуыҡ үтеүҙән (тейеүҙән) һаҡланыу 2. страд. от оберегать
оберЕчь сов. см. оберегать
ОБЕРНУТЬ сов. 1. что урау, урап ҡуйыу; обернуть шею шарфом муйынға шарф урау 2. что төрөү, төрөп ҡуйыу; обернуть книгу газетой китапты гәзиткә төрөп ҡуйыу 3. что бороу, бороп ебәреү; обернуть лицо к соседу йөҙҙө күршегә бороу; обернуть дело в свою пользу перен. эште үҙ файҙаңа бороп ебәреү 4. что әйләндереү, әйләндереп һалыу (һалып ҡуйыу); обернуть медаль другой стороной миҙалды икенсе яғы менән әйләндереп һалыу 5. кого-что; фольк. әйләндереү, әүерелдереү; обернуть мальчика в птицу малайҙы ҡошҡа әйләндереү
ОБЕРНУТЬСЯ сов. 1. боролоу, әйләнеү, боролоп (әйләнеп) ҡарау; обернуться лицом к собеседнику әңгәмәсегә йөҙ менән боролоу; он даже не обернулся ул боролоп та ҡараманы 2. әйләнеп сығыу; обернуться 100 раз 100 тапҡыр әйләнеп сығыу 3. перен. әйләнеү, (икенсе төрлө) бүтән төҫ (юл, йүнәлеш, боролош) алыу; всё обернулось иначе бөтәһе лә икенсе төрлө йүнәлеш алды; дела обернулись в нашу пользу эштәр беҙҙең файҙаға әйләнде 4. разг. (съездив, сходив, вернуться назад) әйләнеп (боролоп) ҡайтыу; раньше часа не обернёшься бер сәғәттә генә әйләнеп ҡайта алмаҫһың 5. разг. (выйти из затруднения) етешеү, өлгөрөү, өлгәшеү; как-нибудь обернёмся нисек булһа ла етешербеҙ әле; с одним трактором не обернуться бер трактор менән генә өлгөрөп булмаҫ 6. кем-чем, в кого-что ; фольк. әйләнеү, әүерелеү; обернуться лисой (в лису) төлкөгә әүерелеү 7. эк. әйләнеш яһау; капитал обернулся за месяц капитал бер айҙа әйләнеш яһаны
ОБЁРТКА ж 1. см. обернуть 2; 2. тышлыҡ, тыш; тетрадь в синей обёртке күк тышлы дәфтәр
ОБЕРТОН м; муз. обертон (төп тауышҡа өҫтәмә төҫмөр бирә торган эйәрсән тауыш)
ОБЁРТОЧНЫЙ, -ая, -ое (әйбер) төрөү ...ы; обёрточная бумага әйбер төрөү ҡағыҙы; обёрточная материя төрөү туҡымаһы
ОБЁРТЫВАТЬ несов. см. обернуть
ОБЁРТЫВАТЬСЯ несов. 1. см. обернуться 1—3, 6; 2. страд. от обёртывать
711