Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том. 211 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том

ПРОМОКАТЬ
щели бөтә ярыҡтарҙы һылап ҡуйыу 3. прост. (промахнуться) яҙа атыу (бәреү, һуғыу һ.б.)
ПРОМАЗЫВАТЬ несов. см. промазать
ПРОМАСЛИВАТЬ несов. см. промаслить
ПРОМАСЛИВАТЬСЯ несов. 1. см. промаслиться 2. страд. от промасливать
ПРОМАСЛИТЬ сов. что майлау, май һеңдереү; промаслить кожу тирегә май һеңдереү
ПРОМАСЛИТЬСЯ сов. май һеңеү, майланыу
ПРОМАТЫВАТЬ несов. см. промотать
ПРОМАТЫВАТЬСЯ несов. 1. см. промотаться 2. страд. от проматывать
ПРОМАХ м 1. тейҙермәү; стрелять без промаха тейҙермәй атыу 2. перен. (ошибка) хата, яңылышлыҡ, яңылышлыҡ (хаталыҡ) эшләү; промах в работе эштәге хата ♦ дать промах хата ебәреү; малый (парень) не промах прост. төшөп ҡалғандарҙан түгел
ПРОМАХИВАТЬСЯ несов. см. промахнуться
ПРОМАХНУТЬСЯ сов. 1. яҙа атыу (ебәреү, һуғыу һ.б.), тейҙермәү, тейҙерә алмау; выстрелил и промахнулся аттым да тейҙерә алманым 2. перен., разг. (ошибиться) яңылышыу, хаталаныу, хата ебәреү
ПРОМАЧИВАТЬ несов. см. промочить
ПРОМЕДЛЕНИЕ с яйлау, һуҙылыу, тотҡарлыҡ
ПРОМЕДЛИТЬ сов. яйлатыу, һуҙыу, тотҡарлау, һуңлатыу, оҙаҡлатыу; промедлить с ответом яуапты оҙаҡлатыу
ПРОМЕЖНОСТЬ ж бот араһы, сат
ПРОМЕЖУТОК м 1. (пространство) ара, аралыҡ; промежуток между столбами бағаналар араһы 2. (интервал) ара, ваҡыт, мәл; промежуток в пять лет биш йыл араһы
ПРОМЕЖУТОЧНЫЙ, -ая, -ое 1. ике аралағы; промежуточная полоса ике аралағы һыҙат 2. аралаш, урта, ике урталағы, ике арала; промежуточная стадия урта стадия; промежуточные слои населения халыҡтың ике аралағы ҡатламы; промежуточные виды биол. аралаш төрҙәр
ПРОМЕЛЬКИВАТЬ несов. см. промелькнуть
ПРОМЕЛЬКНУТЬ сов. 1. күренеп (күҙгә салынып) ҡалыу, елдереп (елеп) үтеп китеү, ялт итеп ҡалыу; всадник промелькнул һыбайлы елеп үтеп китте 2. перен. (о мысли, воспоминании и т.п.) сағылып ҡалыу (китеү); мысль промелькнула в голове башта уй сағылып китте 3. (о времени ) бик тиҙ үтеү, тиҙ генә үтеп китеү; день промелькнул незаметно көн һиҙелмәй генә үтеп китте
ПРОМЕНИВАТЬ несов. см. променять
ПРОМЕНЯТЬ сов. кого-что 1. (обменять) алыштырыу, алмаштырыу, алышыу 2. на кого-что (предпочесть) артыҡ күреү, алмашты
211
рыу ♦ променять кукушку на ястреба ҡайыш биреп, йүкә алыу
ПРОМЕР м см. промерить — промеривать — промерять
ПРОМЕРЗАТЬ несов. см. промёрзнуть
ПРОМЁРЗЛЫЙ, -ая, -ое ныҡ туңған, туңып ҡатҡан, үтәнән-үтә туңған; промёрзлая почва туңып ҡатҡан тупраҡ
ПРОМЁРЗНУТЬ сов. 1. ныҡ туңыу, үтәнән-үтә туңыу; река промёрзла йылға үтәнән-үтә туңған 2. (окоченеть) ныҡ өшөү, ҡатыу, ныҡ туңыу 3. (мёрзнуть в течение какого-л. времени ) туңып (өшөп) бөтөү; промёрзнуть до утра иртәнгә тиклем өшөп бөтөү
ПРОМЕРИВАТЬ несов. см. промерить
ПРОМЕРИТЬ и разг. ПРОМЕРЯТЬ сов. 1. что үлсәү, үлсәп алыу (сығыу); промерить глубину залива ҡултыҡтың тәрәнлеген үлсәп сығыу 2. что и без доп. (ошибиться при измерении ) үлсәгәндә яңылышыу (хаталаныу)
ПРОМЕРЯТЬ несов. см. промерить
ПРОМЕСИТЬ сов. что яҡшылап иҙеү, еткерә баҫыу; промесить тесто ҡамырҙы еткерә баҫыу
ПРОМЕСИТЬСЯ сов. что яҡшы иҙелеү, еткерә баҫылыу (балсыҡ, ҡамыр һ. б.)
ПРОМЕСТИ сов. что һепереү, һепереп сығыу (алыу); промести дорогу юлды һепереп сығыу
ПРОМЕТАТЬ I сов. что и без доп. кәбән (эҫкерт) ҡойоу (һалыу) (кцпмелер ваҡыт); целый день прометать стога көн буйы кәбән һалыу
ПРОМЕТАТЬ II сов. что 1. типсеү, типсеп сығыу; прометать шов йөйҙө типсеп сығыу 2. (обметать) йүрмәү, йүрмәп сығыу; прометать петли элмәктәрҙе йүрмәп сығыу
ПРОМЕТАТЬ III несов. см. промести
ПРОМЁТЫВАТЬ несов. см. прометать II
ПРОМЕШИВАТЬ несов. см. промесить
ПРОМЕШИВАТЬСЯ несов. 1. см. промеситься 2. страд. от промешивать
ПРОМЕШКАТЬ сов.; разг. әкрен (яй, оҙаҡ) ҡыланыу, мыштырлау, яй ҡуҙғалыу, һуҙылыу; промешкать неделю аҙна буйына һуҙылыу
проминать несов. см. промять
ПРОМОЗГЛЫЙ, -ая, -ое дымлы, еүеш, ҡар-лы-ямғырлы, йонсоу, һыуыҡ; промозглая осень ҡарлы-ямғырлы көҙ
ПРОМОИНА ж 1. (впадина в земле, промытая ливнем) йырын, уйым 2. (полынья) йылыу, ҡаран
ПРОМОКАТЕЛЬНЫЙ: промокательная бумага киптергес, һурғыс
ПРОМОКАТЬ I несов. 1. см. промокнуть 2. (пропускать влагу) һыу үткәреү (үтеү), еүеш (дым) үткәреү; сапоги промокают итектәр һыу үткәрә