РАСТРЁПАННЫЙ
РАСТРЁПАННЫЙ, -ая, -ое 1. прич. от растрепать 2. прил. тетелеп (туҙып) бөткән, таушалған, ялбыр; растрёпанные волосы ялбыр сәс; растрёпанные книги таушалған китаптар ♦ в растрёпанных чувствах шутл. ныҡ борсолған хәлдә, ҡайғы-хәсрәткә ҡалған (төшкән) хәлдә
РАСТРЕПАТЬ сов. что 1. туҙҙырыу, туҙғытыу, ялбыр(л)атыу; ветер растрепал солому ел һаламды туҙҙырҙы; растрепать волосы сәсте ялбыратыу 2. (привести в негодность) таушалдырыу, туҙҙырып (тетеп, ылйыратып) бөтөрөү; растрепать одежду кейемде ылйыратып бөтөрөү 3. прост. хәбәр таратып (һөйләп) бөтөү; он растреплет по всей школе ул мәктәп буйлап хәбәр таратып бөтәсәк 4. с. -х. (раздёргивать волокно ) тетеү, талҡыу, тетеп (талҡып) бөтөү; растрепать лён етенде талҡып бөтөү; растрепать пеньку киндер талҡыу
РАСТРЕПАТЬСЯ сов. 1. туҙыу, туҙғыу, ялбырау; волосы растрепались сәстәре туҙған 2. тетелеп (өҙгөләнеп) бөтөү, сүбәккә әйләнеү, таушалыу; книга растрепалась китап тетелеп бөткән; тетрадь растрепалась дәфтәр таушалған
РАСТРЕСКАТЬСЯ сов. ярылыу, ҡабырсаҡланыу, ярылып (сатнап) бөтөү; земля растрескалась ер ярылып бөткән
РАСТРЕСКИВАТЬСЯ несов. см. растрескаться
РАСТРОГАННЫЙ, -ая, -ое 1. прич. от растрогать 2. прил. тулҡынланған, тәьҫирләнгән, күңеле йомшарған (ирегән); растроганный голос тулҡынланған тауыш
РАСТРОГАТЬ сов. кого-что тәьҫирләндереү, тулҡынландырыу, күңелен йомшартыу (иретеү), әҫәрләндереү; письмо растрогало его хат уны тулҡынландырҙы; растрогать рассказом һөйләп әҫәрләндереү
РАСТРОГАТЬСЯ сов. тәьҫирләнеү, тулҡынланыу, әҫәрләнеү, күңел йомшарыу (иреү)
РАСТРУБ м киң ауыҙ (ҡуныс, итәк, балаҡ) (нимәнеңдер киңәйеп киткән урыны, мәҫ., балаҡтың , итәктең һ.б.); труба с раструбом киң ауыҙлы торба
РАСТРУБИТЬ сов. что, о ком-чём; разг. хәбәр (һүҙ) таратыу, һөйләп йөрөү; раструбить новость яңылыҡты һөйләп йөрөү
РАСТРУБНЫЙ, -ая, -ое киң ауыҙлы, киң ҡуныслы, киң итәкле, киң балаҡлы, иркен; раструбная труба киң ауыҙлы торба
РАСТРУСИТЬ сов. что; разг. 1. (растерять , просыпая) һелкетеп ҡойолтоу, түккеләү, сәскеләү, һибелеп ҡалыу; раструсить зерно при перевозке ташығанда ашлыҡты түккеләү 2. (рассыпать слоем) таратыу, туҙҙырыу, йәйеү; раструсить солому һаламды йәйеү
РАСТРУСИТЬСЯ сов.; разг. ташыған саҡта ҡойолоу (түгелеү, сәселеү); овёс раструсился һоло ташыған саҡта түгелде
РАСТРУСКА ж 1. разг. см. раструсить — раструшивать, раструситься — раструшиваться 2. торг. (потеря в весе сыпучего продукта при перевозке и хранении) сәскеләнеү (түгелеү) байы; раструска сахара шәкәрҙең түгелеү байы
РАСТрУшИВАТЬ несов. см. раструсить
РАСТРУШИВАТЬСЯ несов. 1. см. раструситься 2. страд. от раструшивать
РАСТРЯСАТЬ несов. см. растрясти 1, 2
РАСТРЯСАТЬСЯ несов. страд. от растрясать
РАСТРЯСТИ сов. 1. что һелкетеп йәйеп ташлау, һелкетеп (таратып) сәсеп ташлау; растрясти сено бесәнде һелкетеп йәйеп ташлау 2. кого-что обычно безл. һелкетеп ҡаҡшатыу (йонсотоу); в телеге его растрясёт арбала уны һелкетеп ҡаҡшатыр 3. кого-что; прост. (расталкивая, разбудить) һелкетеп (төрткөләп) уятыу
РАСТРЯСЫВАТЬ несов. см. растрясти 1, 2
РАСТРЯХИВАТЬ несов. см. растряхнуть
РАСТРЯХНУТЬ сов. что; прост. һелкетеү, ҡағыу, һелкеп (ҡағып) алыу
РАСТУШЕВАТЬ сов. что; спец. ҡарайтыу; растушевать рисунок рәсемде ҡарайтыу
РАСТУШЁВЫВАТЬ несов. см. растушевать
РАСТЫКАТЬ сов. что; прост. 1. сәнсеү, ҡаҙау, ҡаҙап (сәнсеп) сығыу (бер нисә урындан ); растыкать вешки ҡаҙыҡтар ҡаҙап сығыу 2. теләһә нисек тығыу (тыҡшырыу); растыкать вещи по углам әйберҙәрҙе мөйөштәргә теләһә нисек тығыу
РАСТЫКАТЬ несов. см. растыкать
РАСТЯГИВАТЬ несов. см. растянуть
РАСТЯГИВАТЬСЯ несов. 1. см. растянуться 2. страд. от растягивать
РАСТЯЖЕНИЕ с 1. см. растянуть 1—4 — растягивать, растянуться — растягиваться 1—4; 2. тартылыу, ҡаймығыу; растяжение сухожилия һеңер тартылыу
РАСТЯЖИМОСТЬ ж 1. һуҙылмалылыҡ, һуҙылыусанлыҡ; растяжимость пружины сиртмәнең һуҙылмалылығы 2. перен. төрлөсә аңларлыҡ; растяжимость понятий төрлөсә аңларлыҡ төшөнсә
РАСТЯЖИМЫЙ, -ая, -ое 1. һуҙылмалы, һуҙылыусан, һуҙыла (тартыла, киңәйә, йәйелә) торған, киңәйеүсән, йәйелеүсән, тартылыусан 2. перен. төрлөсә аңлап була торған, төрлөсә аңлашылған; растяжимое понятие төрлөсә аңлап була торған төшөнсә
РАСТЯЖКА ж 1. см. растянуть — растягивать, растянуться — растягиваться; растяжка кож тиреләрҙе киреү; говорить слова с растяжкой һүҙҙәрҙе һуҙып әйтеү 2. (трос, с помощью которого крепится что-л.) тарттырылған бау, тартҡы; растяжка палаток палаткалар тартҡыһы
РАСТЯЖНОЙ, -ая, -ое һуҙылмалы, һуҙыла (тартыла, киңәйә, йәйелә) торған
300