Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 128


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АВТОБУС
АВТОБУС [рус. < нем. Aubtobus < фр. auto < лат. omnibus} (Р.: автобус; И.: bus; T.: otobüs) и.
Кешеләрҙе йөрөтә торған күп урынлы автомобиль. □ Автобус. Автобус хәрәкәте. Автобусҡа ултырыу. Ҡала-ара автобус. Автобус туҡталышы. ■ һәм бына бер көндө элекке ауылдаштар, хәҙер ярты йылға яҡын инде ҡала кешеләре, автобусҡа тейәлешеп тыуған яҡтарына ҡарай юл тотто. Ә. Әминев. Бер көн шулай, аҙыҡ-тулек магазины янынан утеп барғанда, ҡаланан ки-леусе рейс автобусының туҡталыуын курҙе [Сәмиғ]. Т. Ғиниәтуллин. Автобустар булмау сәбәпле, яҡындағы ауылдарҙан, ваҡытлыса ҡоролған палаткаларҙан эшселәргә йәйәу йөрөп эшләргә тура килә. «Ағиҙел», №9, 2010.
АВТОВОКЗАЛ [рус. автомобильный вокзал} (Р.: автовокзал; И.: bus depot; T.: otogar) и.
Автобустарҙағы юлсыларҙы хеҙмәтләндереүгә тәғәйенләнгән бина. □ Автовокзал. Автовокзал кассаһы. Автовокзал перроны. ■ Автовокзал ығы-зығыһына өйрәнә алмайынса, Зәһурә бер талай ширлектә ултырҙы. Ф. Аҡбулатова.
АВТОГЕН [рус. < фр. autogene} (Р: автоген; И.: gas welder; T.: kaynak) и. тех.
Газ менән ҡырҡыу, иретеп йәбештереү ҡорамалы. □ Автоген. Автоген менән ҡырҡыу. Автоген менән иретеп йәбештереу.
АВТОГОЛ [рус. < гр. autos ‘үҙе’ + ингл. goal ‘маҡсат, гол’) (Р: автогол; И.: own goal; T.: kendi kalesine gol) и. спорт.
Хоккей йәки футбол уйынында үҙ ҡапҡаңа индерелгән гол. □ Автогол.
АВТОГРАФ [рус. < фр. autographe < гр. autos grapho ‘яҙам’] (Р: автограф; И.: autograph; T.: imza) и.
1. Иҫтәлекле яҙыу. □ Автограф. Яҙыусының автографы. ■ Лилиә менән Мария уңыштары, шәхси тормоштары тураһында һөйләне, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты, журналистар, ҡунаҡтар һорау
ҙарына яуап бирҙе, автограф таратты. «Урал», 23 октябрь 2009.
2. Авторҙың ҡултамғаһы. □ Автограф. Автограф алыу. Автограф биреу. ■ Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте «Башҡорт китабы йорто »нда «Автографтар көнө» уҙғарҙы. «Ағиҙел», № 4,
2010.
3. Авторҙың үҙ ҡулы менән яҙылған ҡулъяҙмаһы. □ Автограф. ■ Беҙҙең ҡулъяҙмалар фондында Ғ. Соҡоройҙоң, М. Аҡ-мулланың, Г. Кейековтың автографтары һаҡлана. М. Нәҙерғолов.
АВТОГРАФЛЫ (Р: подписанный; И.: with an autograph; T.: imzalı) с.
Автографы булған. □ Подписанный, с автографом. ■ Әле Мәжит Ғафуриҙың беҙҙең ҡулға килеп эләккән бер хатын һәм «Куңел», ике исемһеҙ автографлы шиғырын журнал уҡыусыларына тәҡдим итәм. Ғ. Хөсәйенов.
АВТОДРОМ [рус. < гр. autos + dromos ‘йүгереү урыны’] (Р: автодром; И.: motordrome; T.: otodrom) и.
Автомобилдәрҙе һынау, ярыштар үткәреү өсөн йыһазландырылған урын. □ Автодром.
АВТОИНСПЕКЦИЯ [рус. < гр. autos + лат. inspector ‘тикшереү’] (Р: автоинспекция; И.: car inspection; T.: trafik müfettişliği) и.
Автомобилдәр хәрәкәтенең дөрөҫлөгөн күҙәтеү эше һәм шуны башҡарған дәүләт органы. □ Автоинспекция. Автоинспекция хеҙмәткәре.
АВТОЙЫУЫУ (Р: автомойка; И.: car wash; T.: araba yıkama tesisi) u.
Машиналарҙы йыуыу урыны. □ Автомойка. ■ Һыу ятҡылығынан алыҫ булмаған ерҙә тәулек әйләнәһенә автойыуыу эшләй. «Йәшлек», 10 май 2011.
АВТОКИТАПХАНА (Р: автобиблиотека; И.: auto library; T.: otokütüphane) и.
Автомобиль транспорты менән күсереп йөрөтөлә торған китапхана. □ Автобиблиотека.
128