АВТОМАТИК ҺҮНДЕРГЕС
Телефон номерын автоматик рәүештә билдәләүсе система. □ Автоматический определитель номера.
АВТОМАТИК ҺҮНДЕРГЕС (Р.: авто матический выключатель; И.: circuit breaker; T.: şalter) и.
Энергосистемаға тоташтырылған электр менән эшләүсе ҡорамалдарҙы автоматик рәүештә һүндереү өсөн тәғәйенләнгән ҡорамал. □ Автоматический выключатель.
АВТОМАТИК ЭҘЛӘҮ (Р.: автомата ческий поиск; И: auto search; T.: otomatik arama) и. инф.
Компьютерҙың автоматик рәүештә теге йәки был мәғлүмәтте, программаны эҙләүе.
□ Автоматический поиск.
АВТОМАТИК ЯУАП ВИРГЕС (Р: ав тоответчик; И.: telephone answering device; T.: telefon cevaplama aygıtı) u.
Телефон, телеграф линияһы буйынса абонент өсөн яуап биреүсе система. □ Автоответчик.
АВТОМАТЛАШТЫРЫЛҒАН ИДАРА СИСТЕМАҺЫ (Р: автоматизированная система управления; И.: automatic control system; T.: otomatik kontrol sistemi) u.
Производствола, предприятиеларҙа төрлө процестар менән идара итеү маҡсатында ҡулланылған аппараттар һәм программалар. □ Автоматизированная система управления.
АВТОМАТСЫ (Р.: автоматчик; И.: automated machine operator; submachine gunner; T.: otomatikte çalışan biri) и.
1. Автомат станокта һ.б. эшләгән кеше.
□ Автоматчик. Автоматсылар бригадаһы.
2. хәрб. Автомат менән ҡоралланған һуғышсы. □ Автоматчик. Автоматсылар ротаһы.
АВТОМАТ ТЕЛЕФОН (Р: телефон-автомат; И.: payphone; T.: ankesörlü telefon) и.
Аҡса, жетон, махсус дебет йәки кредит карталары менән түләп һөйләшә торған дөйөм ҡулланылышлы телефон. □ Телефон-автомат.
АВТОМЕХАНИК (автомеханигы)
[рус.] (Р: автомеханик; И.: car mechanic; T: makineci) и.
Автомобилдәрҙе, машиналарҙы ҡарап йүнәтеүсе, эшләтеүсе. □ Автомеханик. Автомеханик булып эшләү.
АВТОМОБИЛЬ [рус. < фр. automobile, auto ‘үҙе’ + mobilis ‘хәрәкәтләнеүсе’] (Р: автомобиль; И.: automobile; T: otomobil) и.
Рельсһыҙ юлдарҙа йөк һәм кеше ташый торған эске яныуға ҡоролған двигателле үҙе йөрөмәле машина. □ Автомобиль. Бронялы автомобиль. Еңел автомобиль. Йөк автомобиле. Автомобиль сәнәғәте. Автомобиль һалымы. ■ «Волга». Ҡыҙ еңел һулап ҡуйҙы. Ул ошо маркалы автомобиль барлығын хәтерләне. Н. Ғәйетбаев.
АВТОНОМИЯ [рус. < пол. avtonomia < гр. autos ‘үҙе’, nomos ‘закон’] (Р: автономия; И.: autonomy; T.: otonomi) и.
Дәүләттең эске закондар сығарыу һәм идара итеү эштәрен үҙ алдына хәл итеү хоҡуғы. □ Автономия. Дәүләт автономияһы. Автономия алыу. Автономия биреү. Милли автономия. Сикләнгән автономия. ■ Ниһайәт, Совет хөкүмәте Башҡорт автономияһын танырға әҙерлеген һәм Ҡыҙыл Армия составында үҙ аллы башҡорт хәрби частарын булдырыуға ризалығын белдергәс, 1919 йылдың 18 февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм Башҡорт корпусы ҡыҙылдар яғына сыға. Р. Насиров. Автономиялы республикалар министрҙарының Бөтә Союз кәңәшмәһе уҙғарылды. «Ағиҙел», № 11, 2010.
АВТОНОМИЯЛЫ (Р: автономный; И.: autonomous; T.: özerk) с.
Үҙ алдына идара итеү хоҡуғы булған. □ Автономный. Автономиялы әлкә. Автономиялы республика. ■ 83-сө Федераль законға ярашлы, хәҙер ҡайһы бер уҡыу йорттарын, балалар баҡсаларын автономиялы учреждение статусына күсерәләр. Тимәк, улар үҙ аллы аҡса табырға өйрәнергә тейеш. «Башҡортостан», 12 август 2011.
130