АВТОРИТЕТ
АВТОНОМ УЧРЕЖДЕНИЕ (Р.: авто номное учреждение, И.: autonomous institution; T.: özerk bir kurum) u.
Үҙ аллы хужалыҡ итеүсе учреждение. □ Автономное учреждение.
АВТОПИЛОТ [рус. < гр. auto + фр. pilote ‘етәксе’] (Р: автопилот; И.: autopilot; T.: otomatik pilot) и.
Осоу аппараты менән автоматик рәүештә идара итә торған ҡулайлама. □ Автопилот.
АВТОПОРТРЕТ [рус.] и. ҡар. уҙһын. Автопортрет төшөрөү. ■ Ә теге ағасты көйҙөрөп эшләгән автопортрет һуң? Тимербай ағайҙың тап үҙе түгелме ни?! 3. Биишева.
АВТОР I [рус. < лат. au(c)tor ‘яҙыусы’] (Р: автор; И.: author; T.: müellif) и.
Әҙәбиәт, сәнғәт әҫәрен, ғилми эш һ.б. ижад итеүсе кеше. □ Автор. Авторҙар коллективы. Автор фекере. Китап авторы. Көй авторы. Опера авторы. Проект авторы. Роман авторы. ■ Ижадыма төрлө яҡлап тәрән анализ яһаған мәҡәләләр авторҙары Назар Нәжми, Әхиәр Хәким, Әмир Әминев, Юрий Андрианов, Факиһа Туғыҙбаева, Берйән Байым, Әхмәҙин Әфтәхтәргә айырата рәхмәтлемен. М. Ямалетдинов.
АВТОР II (Р: авторский; И.: author; T.: yazar) с. мәғ.
1. Авторға бәйле. □ Авторский. Автор кисәләре.
2. Авторға хас. □ Свойственный автору.
3. Авторға ҡараған, авторҙыҡы. □ Принадлежащий автору.
АВТОРАЛЛИ [рус. < гр. auto + ингл. rally ‘йыйылыш’] (Р: авторалли; И.: rally; T.: ralli) и. спорт.
Билдәле маршрут һәм графикта авто йәки мото спорт машиналарының ярышы. □ Авторалли. Автораллиҙа ҡатнашыу. Автораллиҙың еңеүсеһе.
АВТОРҘАШ (Р: соавтор; И.: co-author; T.: ortak yazar) и.
Кем менәндер берлектә бер эштең авторы булған кеше. □ Соавтор. Китаптың
авторҙашы. Мәҡәләнең авторҙашы. ■ Мин Салауат Юлаевты аспирант саҡтан өйрәнә башланым. Уның тураһындағы дүрт китап авторымын, энциклопедияла авторҙаш булып торам, йөҙҙән артыҡ мәҡәләм бар. М. Иҙелбаев. Яҙмыш итте беҙҙе авторҙаш, яҙыу өсөн һуңғы моң-роман. Й. Солтанов.
АВТОРЕФЕРАТ [рус. < гр. autos ‘үҙе’ + лат. ref его ‘хәбәр итеү’] (Р: автореферат; И.: author’s abstract; T.: yapıtın yazarınca yazılan özeti) u.
Ғилми хеҙмәттең автор тарафынан яҙылған рефераты. □ Автореферат. Диссертацияның авторефераты. Авторефераттар залы. Автореферат сығарыу.
АВТОРИТАР [рус. < фр. autoritaire ‘влас-лы’ < лат. autoritas ‘власть, йоғонто’] (Р: авторитарный, И.: authoritarian; T.: otoriter) с.
1. Власҡа бер һүҙһеҙ буйһоноуға нигеҙләнгән, диктатор. □ Авторитарный.
2. Үҙенең власын йәки авторитетын урынлаштырырға тырышҡан. □ Авторитарный.
АВТОРИТАРЛЫҠ (Р: авторитаризм; И.: authoritarianism; T.: otoriterlik) и.
Әхлаҡлылыҡ талаптарын бер генә абруйлы кеше күрһәтмәһе буйынса аңлауға ҡайтып ҡала. □ Авторитаризм. Етәксенең авторитарлығы.
АВТОРИТЕТ [рус. < пол. autorytet < нем. Autoritât < лат. auctoritas ‘хоҡуҡ, йоғонто’] и. ҡар. абруй. Авторитет яулау. Авторитетты күтәреү. Авторитетын төшөрөү. Авторитетты юғалтыу. ■ Сөнки уның өйәҙҙәге кабинет өҫтәле эсендәге һамарҙан килгән «Самойлов кейәүе нәҫеле» тигән ҙур авторитет һүҙҙәрҙе эсенә алған күк конвертлы ҡыҫҡа хат уның күҙ алдынан китмәне. Һ. Дәүләтшина. Новиков, үҙенең шул авторитетынан файҙаланып, һуғышҡа ҡаршы булған фекерен һалдаттар араһында таратырға тотондо. Д. Юлтый. Басариевтың авторитеты, танышлығы булмаһа, үткән айҙа ҡаҡ таҡтаға ултырып ҡалалар ине. Р. Солтангәрәев.
5*
131