АВТОРИТЕТЛЫ
АВТОРИТЕТЛЫ (Р.: авторитетный; И.: authoritative; T.: itibar sahibi) с.
1. Аҡылы, яҡшылығы менән танылған, ихтирам ителгән; абруйлы, дәрәжәле. □ Авторитетный. Авторитетлы кеше. Авторитетлы етәксе. ■ Уҡытыусы халыҡ алдында авторитетлы булырға тейеш. М. Тажи. Ниндәйҙер ижади бәхәстең осона сыға алманылар ҙа, бер-береһенә ҡарашҡандан һуң, Мостайға төбәлделәр: «Һинең авторитетлы яуабыңды көтәбеҙ...» Ғ. Хөсәйенов.
2. Ышаныслы, танылған. □ Авторитетный. Авторитетлы баҫма. Авторитетлы журнал. Авторитетлы фекер.
АВТОРЛАШТЫРЫЛҒАН (Р.: авторизованный; И.: authorised; T.: yetkili) с.
Автор раҫлаған йәки рөхсәт иткән. □ Авторизованный. Картинаның авторлаштырылған күсермәһе. Авторлаштырылған тәржемә.
АВТОРЛАШТЫРЫЛЫУ (авторлаштырыл-) (Р: авторизироваться; И.: authorization; T.: yetki vermek) ҡ.
1. Билдәле бер кешегә ниндәйҙер эште, процесты эшләү өсөн уның хоҡуғын тикшереү процесы. □ Авторизироваться. // Авторизация.
2. инф. Логин, пароль, электрон ҡултамға индереү менән хәүефһеҙлекте тәьмин итеү. □ Авторизироваться. // Авторизация.
АВТОРЛЫҠ I (авторлығы) (Р: авторство; И.: authorship; T: müelliftik) и.
Автор сифатында хеҙмәткә, әҫәргә эйә булған хәл. □ Авторство. Авторлыҡҡа дәғүә итеүсе. ■ Өфөлә йәшәүсе рәссам һәм оҫта Вәкил Шөғәйепов, ағас ҡурай эшләп, уйлап табыусы булараҡ авторлыҡ танытмаһы алды. «Башҡортостан», 25 август 2011. Әлмира Талха ҡыҙы фәнни хеҙмәткә 55 йылдан артыҡ ғүмерен арнаған. Ошо йылдарҙа 160-тан ашыу фәнни, педагогик, философик хеҙмәттәре, 5 монографияһы баҫылып сыҡҡан. 30-ҙан ашыу фәнни асыштары производствоға индерелеүе тураһындағы
авторлыҡ танытмалары тапшырылған уға. «Юшатыр», 22 октябрь 2009.
АВТОРЛЫҠ II (Р: авторский; И.: author; T.: yazar) с. мәғ.
Авторға бәйле, авторға ҡараған. □ Авторский, принадлежащий автору.
АВТОРЛЫҠ АУҘАРМА и. ҡар. автор тәржемәһе.
АВТОРЛЫҠ ДАНА (Р: авторский экземпляр; И.: author’s copy; T.: yazarın kopyası) и.
Ике яҡтың килешеүе буйынса баҫманың авторға бушлай бирелә торған данаһы. □ Авторский экземпляр.
АВТОРЛЫҠ КИЛЕШЕҮЕ (Р: авторский договор; И.: publishing agreement; T.: yayın sözleşmesi) и.
Әҙәбиәт, фән, сәнғәт әҫәре буйынса авторҙың (йәки уның вариҫтарының) театр, нәшриәт, киностудия һ. б. менән төҙөгән килешеүе. □ Авторский договор.
АВТОРЛЫҠ ХОҠУҒЫ (Р: авторское право; И.: copyright; T.: telif hakkı) и. юр.
Ниндәй ҙә булһа бер фән, әҙәбиәт йәки сәнғәт әҫәрен барлыҡҡа килтереү һәм файҙаланыу (баҫтырыу, башҡарыу, күрһәтеү һ.б.) менән бәйле мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыусы граждандар хоҡуғының бер әлкәһе; теге йәки был әҫәрҙең күсермәһен яһауға йәки ҡулланыуға рөхсәт бирмәү хоҡуғы. □ Авторское право. Авторлыҡ хоҡуғын даулау. ■ [23 апрель] донъяның күп илдәрендә Бөтә донъя китаптар һәм авторлыҡ хоҡуғы көнө билдәләнә. «Башинформ» агентлығы сайтынан, 23 апрель 2010. Сайт-та урынлаштырылған бөтә мәғлүмәт һәм мәҡәләләр авторлыҡ хоҡуғы тураһында халыҡ-ара һәм Рәсәй закондары менән яҡлана. «Шоңҡар» журналы сайтынан.
АВТОР ТАБАҒЫ (Р: авторский лист; И.: author's list; T.: yazar listesi) и.
Автор тарафынан яҙылған йәки тәржемәсе, мөхәррир, корректор эшкәрткән материалды үлсәү берәмеге. Автор табағы 40 000 баҫма тамғаға, йәки 700 шиғыр юлына,
132