Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 133


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АВТОХУЖАЛЫҠ
йәки 3000 см иллюстратив материалға (графика, һурәт, таблица) тиң. Ҡағиҙә булараҡ, 1 автор табағы компьютерҙа йыйылған 10-12 биттән (12 кегль, бер интервал аша, яҡынса бер биттә 3500 тамға) тора. □ Авторский лист. Бер автор табағы.
АВТОР ТӘРЖЕМӘҺЕ (Р.: авторизованный перевод; И.: authorized translation; T.: resmi çeviri) и.
Автор килешеүе буйынса йәки автор үҙе ҡарап сыҡҡан һәм хуплаған тәржемә.
□ Авторизованный перевод.
АВТОРУЧКА [рус. автоматическая ручка] (Р.: авторучка; И.: pen; T.: dolma kalem) и.
Эсенә ҡара тултырып яҙа торған ручка.
□ Авторучка. Перолы авторучка. Шариклы авторучка. М Егет ҡулында затлы авторучка ялт итте. И. Солтанов.
АВТОСТАНЦИЯ [рус. автомобильная станция] (Р: автостанция; И.: autostation; T.: araba istasyonu) и.
Ҡала, ҡала яны, ҡала-ара автобустарын, линиялағы персоналдарҙы, хәрәкәт итеүсе составты хеҙмәтләндереү, йөктәрҙе һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән биналар һәм ҡоролмалар комплексы. □ Автостанция. Автостан-цияла туҡтау. Автостанция расписаниеһы.
АВТОСТРАДА [рус. < итал. autostrada] и. ҡар. автомагистраль. Автострадала ел-дереу.
АВТОТОРАҠ (Р: автостоянка; И.: parking; T.: otopark) и.
Автомобилдәрҙе ҡуйып тороу, һаҡлау өсөн махсус йыһазландырылған майҙан.
□ Автостоянка. Автотораҡ майҙансығы. ■ Бында [«Ҡанаттар» торлаҡ комплексында] физкультура уҙәге, врач булмәһе, автотораҡ, балалар майҙансығы ла бар. «Йәшлек», 28 февраль 2008.
АВТОТЕЙӘГЕС (Р: автопогрузчик; И.: autoloader; T.: otomatik yükleyici) и.
Станцияларҙа, складтарҙа, цехтарҙа йөктәрҙе тейәү, бушатыу өсөн ҡулланыла торған үҙйөрөшлө тейәү машинаһы. □ Автопогрузчик. Автотейәгес водителе.
АВТОТРАНСПОРТ [рус. автомобильный транспорт] (Р: автотранспорт; И.: motor transport; T.: motorlu taşıtlar) и.
Рельсһыҙ юлдарҙан автомобиль менән кешеләрҙе һәм йөктө ташыған мобиль, универсал транспорт төрө. □ Автотранспорт. Автотранспорттыц транзит хәрәкәте.
■ Топ иғтибар мәктәптәрҙец техник яҡтан һаҡланырына бирелә. Беренсенән, биләмә тотош ҡойма менән уратылырға, ишек һәм ҡапҡа йоҙаҡҡа бикләнергә, ихатаға автотранспорттыц инеуе сикләнергә тейеш. «Башҡортостан», 23 август 2011. Ниһайәт, был юлдан автотранспорттыц йөрөй башлауы «Михайловка» аша уткән тимер юлындағы, Хоҙайбирҙин урамы менән Вокзал урамы киҫешкән урындағы транспорт тығындарынан арындырасаҡ. «Ашҡаҙар», № 99, 2010.
АВТОУҘЫШ (Р: автопробег; И.: motor rally; T.: ralli) и.
Билдәле бер маршрут буйынса спорт, тикшеренеү һ.б. маҡсат менән автоуҙыш.
□ Автопробег. Автоуҙыш уткәреу. М Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуҙыц 70 йыллығына арналған «Өфө — Берлин» халыҡ-ара авто-уҙышын уткәреу башланғысы менән сығыш яһаны. «Башҡортостан», 30 март 2011.
АВТОҮЛСӘҮ (Р: автовесы; И.: truck scales; T.: kamyon terzisi) и.
Автомобилде йөгө менән үлсәй торған үлсәгестәр. □ Автовесы.
АВТОХТОН [рус. < гр. autochthon ‘ерле’] (Р: автохтон; И.: indigene; T.: yerli) и.
1. ҡар. аҫаба.
2. Тау тоҡомдары комплексы. □ Автохтон.
АВТОХУЖАЛЫҠ (Р: автохозяйство; И.: car fleet; T.: motor sanayi) и.
Автомобиль паркы һәм уларҙы эксплуатациялау менән идара итеүсе предприятие.
□ Автохозяйство. Автохужалыҡ етәксеһе.
■ Махсус автохужалыҡ, торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре .. ҡаланыц матур
133