Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 134


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АВТОҺҮРӘТ
лығы, күркәмлеге өсөн тырышҡанда, шәхси йорттарҙа йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәре, уйлап та тормайынса, урамдарҙың торошон, йөҙөн боҙа. «Ашҡаҙар», № 99, 2010.
АВТОҺҮРӘТ и. ҡар. уҙһын. Автоһүрәт төшөрөү.
АВТОҺӘЛӘКӘТ (Р.: автокатастрофа; И.: traffic accident; T: araba kazası) и.
Хәрәкәттәге машиналар бәрелешенән барлыҡҡа килгән фажиғә. □ Автокатастрофа. ■ [Илһөйәр] әсәһен ерләп, етеһен уҡытыуға, Ғаяз автоһәләкәткә осраны. X. Та-паҡов. Башҡортостан Республикаһында 2009 йылдың башынан ике меңгә яҡын ав-тоһәләкәт теркәлгән, уларҙа 200-ҙән ашыу кеше һәләк булған, 2000-дән ашыуы төрлө тән йәрәхәттәре алған. «Йәшлек», 4 июль
2009.
АВТОҺӘҮӘҪКӘР (Р: автолюбитель; И.: motorist; T.: amatör şoför) и.
Машина йөрөтөүсе йәки машина йөрөтөргә яратҡан кеше. □ Автолюбитель. ■ Хөрмәтле автоһәүәҫкәр! Ошо көндән алып юлда иплерәк һәм иғтибарлыраҡ йөрөүеңде һорайбыҙ. «Башҡортостан», 31 август 2010.
АВТОЮЛ (Р: автодорога; И.: highway; T.: otoyol) и.
Транспорт хәрәкәте өсөн юл бәйләнеше, юл инфраструктураһының бер өлөшө. □ Автодорога. ■ Салауат Юлаев проспекты, Калинин районындағы Өфө — Шаҡша автоюлы, Киров районындағы Өфө — аэропорт автоюлын реконструкциялау һәм башҡа эштәр автомашиналарҙың ҡаланан ситтәрәк йөрөүенә килтерҙе. «Йәшлек», 5 июнь 2008.
АГАҺ [фарс. öı£ı] (Р: осведомлённый; И.: knowledgeable; T.: bilgili) с.
Алдан белгән, хәбәрҙар. □ Осведомлённый. Агаһ етәксе.
АГАҺЛАНДЫРЫУ (агаһландыр ) (Р: давать знать; И.: let know; T: bildirmek) ҡ.
Алдан белдереп, һиҙҙертеп ҡуйыу. □ Давать знать.
АГГЛЮТИНАТИВ (Р: агглютинативный; И.: agglutinative; T.: bitişindi) с. лингв.
Һәр бер грамматик мәғәнәнең үҙенә башҡа ялғауы булып, шуларҙы һүҙ артынан бер-бер артлы теҙеп бирә торған. □ Агглютинативный. Агглютинатив телдәр. Башҡорт теле морфологик тибы буйынса агглютинатив телдәр иҫәбенә инә.
АГГЛЮТИНАЦИЯ [рус. < лат. agglu-tinare ‘йәбештереү’] (Р: агглютинация; И.: agglutination; T.: yapıştırma) и.
1. лингв. Бер-бер артлы теҙелгән үҙ аллы ялғауҙар ярҙамында һүҙ һәм грамматик форма яһауҙан ғибәрәт күренеш (төрки, фин-уғыр һ. б. ҡайһы бер телдәргә хас). □ Агглютинация.
2. биол. Бактерияларҙың, эритроциттарҙың һ.б. антиген ташыусы күҙәнәктәрҙең бергә уҡмашып йәбешеүе һәм ултырма биреүе, ҡан төркөмөн билдәләүҙә ҡулланыла. □ Агглютинация.
АГЕНТ [рус. < нем. Agent < фр. agent < лат. agens (agentis) ‘хәрәкәт итеүсе’] (Р: агент; И.: agent; T.: ajan) и.
1. Берәй ойошманың, учреждениеның һ.б. эш башҡарыусы вәкиле. □ Агент. Страховка агенты. Тәьминәт агенты. Һалым агенты. Экспорт агенты. ■ Шуға күрә Өфөнән килеүсе баш агенттарҙы Ташбатҡан ауылдары «һалабаш байҙары» тип йөрөтәләр, ә уларҙың агенты Әхмәдиҙе «бүҙрәтчик Әхмәди», тиҙәр. Ж. Кейекбаев.
2. Кем йәки нимәнеңдер мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән кеше. □ Агент. Агент операциялары.
3. Сит илдә йәшерен эш алып барған кеше; шымсы. □ Агент. Контрразведка агенты. Гестапо агенты.
4. Тәбиғәттәге, организмдағы үҙгәреште булдырыусы сәбәп. □ Причина, вызывающая те или иные явления в природе, организме.
АГЕНТЛЫҠ (агентлығы) (Р: агентство; И.: agency; T.: ajans) и.
134