Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 135


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АГРЕГАТ
1. Берәй үҙәк ойошманың, учреждениеның урындағы аралашлыҡ йәки мәғлүмәт бүлеге. □ Агентство.
2. Ойошмаларҙың, шәхси кешеләрҙең йомошон үтәгән ойошма. □ Организация, выполняющая определённые поручения частных лиц, учреждений. Туристик агентлыҡ.
3. Мәғлүмәт йыйыу, эшкәртеү, тикшереү, киң мәғлүмәт сараларына, дәүләт учреждениеларына еткереү менән шөғөлләнгән ойошма. □ Агентство. «Башинформ» мәғлу-мәт агентлығы.
АГЕНТУРА [рус.] (Р.: агентура; И.: agents; T.: ajanlar) и.
1. Агент эшмәкәрлеге йәки вазифаһы. □ Агентура.
2. йыйн. Шул эштә йөрөгән кешеләр; агенттар. □ Агенты.
АГИОГРАФИЯ [рус. < гр. agios ‘изге’ + graphein ‘яҙыу’] (Р.: агиография; И.: hagiography; T.: azizlerin hayat öyküsü) и.
«Изгеләр»ҙең тормошо тураһындағы дини әҙәбиәт. □ Агиография.
АГИТАТОР I [рус. < нем. Agitator < лат. agere ‘хәрәкәткә килтереү, ҡыҙыҡһындырыу, теләк тыуҙырыу, сәбәп булыу’] (Р: агитатор; И.: agitator; T.: propagandacı) и.
Өгөт алып барған кеше. □ Агитатор. Агитаторҙар семинары. Агитатор эше. ■ Агитаторҙар халыҡ араһында ацлатыу эштәре алып баралар. Ғ. Үҙбәков. Агитаторҙар һайлаусыларҙы ишек төбөндә ук ҡаршы алып, һәр ҡайһыһы уҙ кандидаты тураһында мәғлумәт таратты, программалары менән таныштырҙы, уның өсөн тауыш бирергә саҡырҙы. «Башҡортостан», 19 август 2011.
АГИТАТОР II [рус. < нем. Agitator < лат. agere ‘хәрәкәткә килтереү, ҡыҙыҡһындырыу, теләк тыуҙырыу, сәбәп булыу’] (Р: агитаторский; И.: agitator; Т.: propaganda) с.
Өгөт алып барыуға бәйле. □ Агитаторский.
АГИТАЦИЯ [рус. < лат. agitatio ‘хәрәкәткә килтереү’] (Р: агитация; И.: agitation; T.: çalkalama) и.
1. ҡар. өгөтләү.
2. Аңға тәьҫир итеү. □ Агитация (воздействие на сознание).
АГЛОМЕРАЦИЯ [рус. < лат. agglomero ‘ҡушам’] (Р: агломерация; И.: agglomeration; T.: toplanma) и.
Үҫешкән етештереү сәнәғәте, рекреа-цион, мәҙәни бәйләнеше булған компакт урынлашҡан ҡалалар. □ Агломерация. Ҡала агломерацияһы.
АГОНИЯ [рус. < гр. agonia ‘көрәш’] и. ҡар. йәнталаш.
АГРАР [рус. < лат. agrarius ‘баҫыуға мөнәсәбәтле’] (Р: аграрный; И.: agrarian; T.: tarımsal) с.
1. Ергә, ауыл хужалығына бәйле. □ Аграрный. Аграр мәсьәлә. Аграр сәйәсәт. Аграр реформа. Аграр капитал. Аграр статистика. ■ Башҡортостан халҡы уҙенең ҡаһарман хеҙмәте менән башлыса аграр булған төбәкте ҡеуәтле индустриялы республикаға әйләндерҙе. «Ағиҙел», № 7, 2010.
2. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. □ Аграрный. Аграр район.
АГРАР-СӘНӘҒӘТ КОМПЛЕКСЫ (Р: аграрно-промышленный комплекс; И.: agro-industrial complex; T.: tarımsal-sanayi kompleksi) и.
Ауыл хужалығы һәм сәнәғәт тармағын үҙ эсенә алған, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү, уларҙы һаҡлау, эшкәртеү, ауыл хужалығын техника, ашлама менән тәьмин итеүсе комплекс. □ Аграрно-промышленный комплекс. ■ [Башҡортостан Республикаһы Хөкумәтендә] аграр-сәнәғәт комплексы мәсьәләләре буйынса 149 (3,4%) мөрәжәғәт ҡаралған. «Башҡортостан», 12 июль 2011.
АГРАТ [рус. ограда] (Р.: двор; И.: courtyard; T.: avlu) и. диал.
Ишек алды, кәртә алды. □ Двор. Аграт-ты таҙалау.
АГРЕГАТ [рус. < лат. aggregatus ‘тоташтырылған, йыйылған’] (Р: агрегат; И.: unit; T.: ünite) и.
1. Дөйөм бер эш башҡарыу өсөн үҙ-ара бәйле бер нисә төрлө машинанан төҙөлгән
135