АГРЕССИВ
ҡатмарлы ҡоролма. □ Агрегат. Сәсеу агрегаты. ■ Комбайн агрегаты баҫыу буйлап килә. Бункерға гәрәбә кеуек саф иген аға. Ә. Вәли.
2. Ниндәй ҙә булһа машинаның билдәле бер эш үтәй торған ҡатмарлы өлөшө. □ Агрегат. Конструкцияһы ҡатмарлы булған машиналар .. агрегаттарға буленә.
АГРЕССИВ (Р.: агрессивный; И.: aggressive; T.: agresif) с.
1. Агрессияға ҡоролған, нигеҙләнгән. □ Агрессивный. Агрессив сәйәсәт. Агрессив кеше. Агрессив ағымдар. ■ Барыбер нарко-манлыҡ, алкоголь, интернеттағы, ТВ-лағы кире куренештәр, компьютер уйындары кеуек агрессив йунәлештәр балаларҙыц психологияһына йоғонто яһай. «Киске Өфө», 20 август 2011.
2. Актив, ныҡышмалы, баҫым яһап атҡарылған. □ Агрессивный. ■ Бер кемде лә бөгөн «агрессив маркетинг сәйәсәте», «һөй-ләшеуҙәр алып барыуҙыц агрессив стиле» тигән һуҙбәйләнештәр аптырашта ҡалдырмай. «Башҡортостан», 11 март 2011.
АГРЕССИЯ [лат. aggressio] (Р.: агрессия; И.: aggression; T.: saldırganlık) и.
1. Законһыҙ рәүештә көс ҡулланып, бер илдең икенсеһенә һөжүм итеүе. □ Агрессия.
2. Ҡурҡытыу, шантаж ярҙамында кемгәлер баҫым яһарға тырышыу. □ Давление, нажим с использованием шантажа, угроз.
АГРЕССОР [рус. < лат. aggressor] (Р: агрессор; И.: aggressor; T.: saldırgan) и. ҡар. баҫҡынсы.
АГРО [рус. < гр. agros ‘баҫыу’] (Р: агро; И.: agro; T.: tarımsal)
«Агрономик», «агрономия» мәғәнәһендәге ҡушма һүҙҙәрҙең тәүге өлөшө. □ Первая часть сложных слов, обозначающих «агрономический», «агрономия». Агросәнәғәт, Агрокомплекс.
АГРОБИЗНЕС [рус.] (Р: агробизнес; И.: agrobusiness; T.: tarım ticareti) и.
Баҙар иҡтисадының ауыл хужалығы менән бәйле секторы. □ Агробизнес.
АГРОБИОЛОГИК (Р: агробиологический; И.: agrobiological; Т.: agrobiologic) с.
Агробиологияға мөнәсәбәтле. □ Агробиологический. Агробиологик фән.
АГРОБИОЛОГИЯ [рус. агро + биология] (Р: агробиология; И.: agrobiology; Т.: agrobiology) и.
Игенселек, үҫемлек үҫтереү һәм малсылыҡ өлкәһендәге фән тармағы. □ Агробиология.
АГРОҒИЛЕМ (Р: агронаука; И.: agronomics; T.: tarımbilim) и.
Ауыл хужалығы өлкәһендәге фән тармағы. □ Агронаука. Рәсәй агроғилеме. Агро-ғилем тикшеренеуҙәре.
АГРОНОМ [рус. < фр. agronome < гр. agronomos] (Р: агроном; И.: agronomist; T.: tarım uzmanı) и. а. х.
Агрономия әлкәһендә эшләгән белгес.
□ Агроном. Баш агроном. Агроном булып эшләу. ■ Шулай ҙа колхоз башлығы Император Вафин урләтмәне — белемле кешене фермала мөдир итеп тота, ә баш агроном урынында — техникум бөткән Хөснуллин. Р. Камал. Районға шылтырата һалғандар, унан килгән баш агроном алтын тапҡандай һөйөнгән, Өфөгә, селекционер ғалимдарға, ебәрәм, тигән. Г. Яҡупова.
АГРОНОМИК (Р: агрономический; И.: agronomic; T.: tarımbilimiyle ilgili) с. а. х.
Агрономияға мөнәсәбәтле, агрономияға бәйле. □ Агрономический. Агрономик фән.
АГРОНОМИЯ I [рус. < гр. agros ‘баҫыу’ + nomos ‘ҡанун’] (Р: агрономия; И.: agronomics; T.: tarımbilimi) и. а. х.
1. Ауыл хужалығы культураларын эшкәртеү тураһындағы фәндәр комплексы.
□ Агрономия. Агрономия лабораторияһы.
2. Ауыл хужалығының төрлө әлкәләре буйынса белемдәр йыйылмаһы. □ Агрономия.
АГРОНОМИЯ II [рус. < гр. agros ‘баҫыу’+ nomos ‘ҡанун’] (Р: агрономический; И.: agronomics; T.: tarımbilimi) с. а. х.
1. Агрономияға бәйле. □ Агрономический. Агрономия факультеты.
2. Агрономияға хас. □ Агрономический.
136