АҒАЙ
АГРОПРОМ [рус. агрономическая промышленность] и. ҡар. агросәнәғәт.
АГРОСӘНӘҒӘТ (Р.: агропромышленность; И.: agroindustry; T.: tarım sanayi) и.
Ауыл хужалығы менән сәнәғәттең продукция етештереү, әҙерләү, эшкәртеү һ.б. буйынса үҙ-ара бәйле тармаҡтарының йыйылмаһы. □ Агропромышленность. Агросәнәғәт комплексы. Агросәнәғәт банкыһы. ■ Былтыр капитал һалыуҙарһыҙ агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы 8 миллиард һум самаһы тәшкил итте, был элгәрге йыл менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға күберәк. «Башҡортостан панорамаһы», № 2,
2009. А тап әйткәндә, республиканың ауыл биләмәләрендә урынлашҡан агросәнәғәт комплексы ойошмаларында эшләүсе .. йәш белгестәргә — 7 мең һум, урта һөнәри учреждениеларҙы тамамлаусыларға 4 мең һум күләмендә айлыҡ түләүҙәр билдәләнде. «Йәшлек», 4 июль 2009.
АГРОТЕХНИК I |рус. | (Р: агротехник; И.: agrotechnics; T.: Ziraat mühendisliği uzmanı) и.
Агротехника буйынса белгес. □ Агротехник.
АГРОТЕХНИК II (Р: агротехнический; И.: agrotechnics; T.: Ziraat mühendisliğine bağlı) с.
Агротехникаға мөнәсәбәтле, агротехникаға бәйле. □ Агротехнический. Агротехник алым. Агротехник саралар. Агротехник белем.
АГРОТЕХНИКА [рус. < гр. agros ‘баҫыу’ + техника] (Р.: агротехника; И.: agrotechnics; T.: Ziraat mühendisliği) и.
Ауыл хужалығы культураларын үҫтереүҙә ҡулланылған ысулдар системаһы. □ Агротехника.
АҒА [дөйөм төрки аҡа ‘оло кеше’] (Р: уважаемый мужчина; И.: respected male person; elder brother; T.: ağabey) и.
1. ҡар. ағай 1. ■ Ағам китте һул яҡҡа, мин тайпылып уң яҡҡа, айырылып киткәйнек. «Урал батыр».
2. Оло, дәрәжәле ир кеше. □ Почтенный, уважаемый мужчина. ■ Унда йәйләүгә сыҡҡан кешеләр араһындағы иң ҡарт ағаның тирмәһен күтәргәндәр. Ғ. Дәүләтшин. [Салауат: ] Әгәр илде яҡлаһаң, илгә аға булырһың. М. Буранғолов.
3. Оло, дәрәжәле кешегә мөрәжәғәт һүҙе. □ Дядя (почтительное обращение, добавляется к собственному имени). Абдулла аға. ■ «Исмәғил аға сәйәхәтнамәһе »нең үҙәгендә Ҡарғалы ауылының биш кешеһе (Исмәғил аға, Надир мулла, Яҡуп мулла, Ғәбдеррахман һәм Надир мулланың хеҙмәтсеһе) сауҙа эштәре менән Бохараға барыуын һәм, көтмәгәндә батша фарманы килеп төшөп, илсе булып һиндостанға юлланыу ын, унан ҡайтышлай Мәккә, Мәҙинә һәм Истамбул ҡалаларына һуғылыуын хикәйәләү ята. «Башҡорт әҙәбиәте антологияһы».
АҒАЗ ҠЫЛЫУ (ағаз ҡыл-) (Р: начинать; И.: start; T.: başlamak) ҡ.
Башлап ебәреү. □ Начинать.
АҒАЙ [дөйөм төрки аға] (Р: старший брат; И.: elder brother; T.: ağabey) и.
1. Йәшкә үҙеңдән оло булған бер туған ир-ат. □ Старший брат. Оло ағай. Кесе ағай. Бер туған ағай. ■ Кисә сельсовет Ташбулат яман асыулы ине, — тип этенә-төртөнә хәбәр һалды кесе ағайым Сәлих, һүҙ һөйләй башлаһа, ул әллә нисек ҡаушап төшә. М. Кәрим. Төлкөсура ағайымды күрмәнегеҙме? Ҡайҙа икән? — тип һораны [Мин^егөл], һүҙенә ышанмаҫтар һымаҡ күреп, өҫтәне. — Бик кәрәк ине. Н. Мусин. Камалетдинов — минең бер туған ағайым булған. Т. Ғарипова. • Яңғыҙ булһаң, бер яҡшыны ағай ит. Мәҡәл. Йәйләүгә туғай яҡшы, кәңәшкә ағай яҡшы. Мәҡәл. Ағаһы барҙың ырыҫы бар, энеһе барҙың тынысы бар. Мәҡәл.
2. Йәш яғынан үҙеңдән оло, атай, әсә-йеңдән кесе ир кеше. Шул кешегә өндәшеү һүҙе. □ Дядя (старший по возрасту родственник или любой мужчина по отношению к младшим, а также почтительное обраще-
137