АҒАЙ-ЕҢГӘ
ние к нему). ■ Ҡолтаба ағай, Ҡолтаба ағай, Ҡолйерәнде бирсе, ағай, бирсе, ағай, туғай тулы туры йылҡы, ялан тулы ҡола йылҡы һиңә бирәм, ағай, бирәм, ағай. «Алпамыша». [Ҡәнзәфәр:] «Юлай ағай, әллә һин әйткән дөрөҫкә сыға инде?» — тип мәрәкәләргә иткәс, туҙ, курерһең, тип булдерҙе. Б. Рафиҡов.
3. Үгәй атай. □ Отчим.
♦ Ағай оло, мин ҙур оло кешенән алға сығып берәй нәмә эшләгәндә әйтелә. □ Брат старше, но я — важнее (употребляется при проявлении неуважения к старшему по возрасту). Ағай алғансы, еңгә килгәнсе ағайҙың, кәләш алғас, туғандарына һыуыныуы, еңгә һүҙе менән генә йөрөүе тураһында әйтелә. □ Говорится о брате, который охладел по отношению к родственникам после женитьбы.
АҒАЙ-ЕҢГӘ (Р: братья и невестки; И.: brothers and sisters-in-law; T.: kardeşler) и. йыйн.
Үҙеңдән оло, атай, әсәйеңдән кесе булған ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ. □ Братья и невестки (мужчины и женщины старше тебя, но моложе родителей). ■ Ә Хаят ата-әсәһе, ағай-еңгәһенең ҡайтыуҙары, буләктәре, тәмле кустәнәстәр шатлығы менән, Диләне әллә ҡасан онотоп, аҡ тирмәләр араһында иркәләнеп йугерә, әле атаһы, әле әсәһе янына барып һырлыға, төрлө хәбәрҙәр һөйләй, кулдәктәре, яңы уйынсыҡтары менән маҡтана. Һ. Дәүләтшина. Беҙ бәләкәй саҡта ағастар ҙа бейегерәк ине, тигән шикелле, элек беҙҙең урамда әбей-бабайҙар бихисап ине, ағай-еңгә, anaû-еҙнә тейеш кешеләр ике-өс өйҙә генә йәшәне. «Йәшлек», 20 июль
2010.
АҒАЙРЫҠ (ағайрығы) (Р: тростник;
И.: reed; T.: saz) и. бот.
Ике өлөшлөләр ғаиләһенә ингән, һаҙмат урында үҫә торған һоло башлы эре үлән. □ Тростник (вид камышевого растения) (лат. Saccharum). ■ Ағиҙел буйы ағас араһы гел ағайрыҡ. Ғ. Хөсәйенов.
АҒАЙ-ЭНЕ (Р.: родственники; И.: brethren; T: akraba) и. йыйн.
1. Бер ата-бабанан таралған ир туғандар; туған-ырыу. □ Родственники, родня (мужчины). Ағай-эне менән аралашыу. ■ [Айбулат] биш-алты быуын айырылған булһа ла, бер ырыуҙан булғанлыҡтан, Ныязғолға ағай-эне һанала ине. Һ. Дәүләтшина. • Ағай-эне талаша, атҡа менһә, яраша. Әйтем. Ярлы булыр егет бейәһен атҡа һатыр, яңғыҙ булыр егет ағай-энеһен ятҡа һатыр. Мәҡәл.
2. Йыйылған халыҡ, йәмәғәт (өндәшкәндә әйтелә). □ Друзья, товарищи (при обращении). ■ Ағай-энеләр, ишетегеҙ хуш әҙәптән, нисек хасил булыр ынйылар сәдәфтән. М. Өмөтбаев. Ағай-эне, ваҡытты бушҡа уткәрмәйек. Бөгөн урмандағы аҙаҡҡы бурәнәләрҙе ташып бөтөргә кәрәк. Н. Мусин. Бына, ағай-эне, әйтегеҙ әле, элек бит әгәр көндәр ямғырға инеп китеп, иген эшләп булмай башлаһа, тота ла урман сығарырға китә инек. И. Насыри.
АҒАЙ-ЭНЕЛЕ (Р: имеющий много родственников; И.: having many relations; T: akrabası çok olan) с.
1. Туған-ырыуы күп, нәҫел-нәсәпле.
□ Имеющий много родственников. Ағай-энеле кеше.
2. ҡар. ағалы-энеле. ■ Ағай-энеле бер туғандар Ҡоросйән, Булаттимер, Сынтимер Шаһибәрәковтар башлап бара. Й. Солтанов.
АҒАЙ-ЭНЕЛЕК (ағай-энелеге) (Р: родство; И.: relationship; T: akrabalık) и.
1. Туғандарса мөнәсәбәт. □ Родство. Ағай-энелек тойғоһо.
2. кусм. Әшнәлек, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ.
□ Семейственность, кумовство.
АҒАЙ-ЭНЕЛӘРСӘ (Р: по-родственному; И.: like brothers, brother like; T: kardeşçe) р.
Ағай-энеләргә, туғандарға хас. □ По-родственному, по-братски, по-свойски, как родные. Ағай-энеләрсә ҡарау. Ағай-энеләрсә ярҙам итеу.
АҒАЛА I (Р: лиственничная губка; И.: laricis fungus; T: beyaz kav) и. бот.
138