Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 139


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҒАҢ
Ҡарағаста үҫә торған ҡаты ағыулы аҡ бәшмәк. □ Лиственничная губка. ■ Ағаланы борон дарыу итеп ҡулланғандар. Т. Байышев.
АҒАЛА II (Р.: утка; И.: duck species; T.: ördek) и. зоол. диал.
Өйрәктең бер төрө. □ Один из видов утки.
АҒАЛАҠАҘ и. ҡар. аласабыр.
АҒАЛАУ (ағала-) (Р.: считать близким; И.: regard as close, near; T.: yakın görmek) ҡ.
Ағай итеп күреү, яҡын күреү. □ Считать близким. • Үҙ ағаһын ағаламаған, кеше ағаһын һағалай. Мәҡәл.
АҒАЛАШ (Р: родные братья; И.: siblings; T.: kardeşler) и.
Бер туған ир балалар. □ Родные братья.
АҒАЛТЫН (Р: платина; И.: platinum; T.: platin) и. хим. геол.
Химик элемент, бик еңел сүкелә һәм һыҙыла торған һорғолт аҡ төҫтәге аҫыл металл (электр һәм радиотехникала, ювелир эшендә һ.б. ҡулланыла). □ Платина. Ағалтын мәғдәне. Ағалтын һауыт-һаба. Ағалтын балдаҡ. ■ Гөлләмәһен үрелеп алғаны ыңғайында һуҡ бармағындағы ағалтын балдаҡтың гәүһәр ҡашы (бәлки яһалма таштыр — кем белһен!), бысаҡтай сатҡыланып, ҡыҙҙы сытырлатып күҙҙәрен йоморға мәжбүр ҡылды. Й. Солтанов.
АҒАЛТЫН ЙҮГЕРТЕҮ (ағалтын йүгерт-) (Р: платинировать; И.: coat with platinum; T.: platin sürmek) ҡ.
Берәй нәмәнең өҫтөн йоҡа ғына итеп ағалтын менән буяу, ҡаплау. □ Платинировать. Ағалтын йүгертелгән беләҙек.
АҒАЛЫ-ҠОТОҠЛО р. диал. ҡар. ағалы-энеле. ■ Ағалы-ҡотоҡло барып ҡайттылар ҡалаға. Экспедиция материалдарынан.
АҒАЛЫ-ҠУСТЫЛЫ р. ҡар. ағалы-энеле. Ике бөйөк бас — ағалы-ҡустылы Абдразаковтар. Ағалы-ҡустылы Радулов -тар. ■ Олуғ ғалимыбыҙ .. Басир Мәһәҙиев ағайҙың раҫлауынса, Ҡаҙмаш ауылында алтын приискылары хужалары, ағалы-
ҡустылы Мөхәмәтзакир (шағир Дәрдмәнд) менән Мөхәмәтшакир Рәмиевтәрҙең йәйге резиденцияларының береһе булған икән. М. Ҡотлоғәлләмов.
АҒАЛЫ-ҺЕҢЛЕЛЕ (Р: старший брат с младшей сестрой; И.: elder brother and younger sister together; T.: kardeşçe) p.
Ағай менән һеңле бергә. □ Старший брат с младшей сестрой. Ағалы-Һеңлеле бик татыуҙар. ■ Консерватория профессоры А. Борханов, гитарасылар ассоциацияһы президенты В. Шувалов, Израилдәге халыҡ-ара гитара конкурсының художество етәксеһе А. Белоусовтар ағалы-һеңлеле Куроч-киндарҙың һәләт-тырышлығын айырым баһаланы, йылы һүҙҙәр әйтте. «Башҡортостан», 16 август 2011.
АҒАЛЫ-ЭНЕЛЕ (Р: старший брат с младшим; И.: elder and younger brothers together; T.: kardeş kardeş)/?.
Ағай менән эне бергә. □ Старший брат с младшим. Ағалы-энеле бергә уҡыйҙар. ■ Аҡсалата эш хаҡы ла алғас, кейенеп, йөҙҙәренә нур ҡунып ҡалған ағалы-энеле Гайса менән Мөхәмәтшәрифте ауылдаштарының береһе осратып, көнсөллөк утында яна. «Даирә», № 98, 2010. Ағалы-энеле биш Ҡорбанғәлиев һуғышта ятып ҡалһа, дүрт Ҡорбанғәлиев Еңеү менән ҡайта. «Башҡортостан», 26 февраль 2011. Шағирә һәм яҙыусы Гөлнур Яҡупова, ғалим Әүбәкер Ишмырҙин, атҡаҙанған медицина хәҙмәт-кәре Таһир Латипов, эшҡыуарҙар ағалы-энеле Закир һәм Хәннән Ишмырҙиндар һәм башҡа бик күптәр ҡатнашты байрамда. «Йәшлек», 20 июль 2010.
АҒАҢ (Р: вот я; И.: here I am; T.: abin) и.
1. шаяр. Маһайған булып һөйләшкәндә, «мин» тигәнде аңлата. □ Вот я (употребляется при самовосхвалении). Ағаң менән ипләп һөйләш.
2. «Ағайың» мәғәнәһендә. □ В значении «твой брат». ■ Ҡотлояр ағаң да япондарҙы туҡмарға китергә ең һыҙғанып ултыра инде... Һ. Дәүләтшина. Атаң ҡасып ҡотол-
139