Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 140


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҒАР
до, ағаң ҡалһа — тотолдо, Иҙеукәй килер, ҡуймаҫ ул, ҡан ҡойҙормай туймаҫ ул. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». [Атаһы:] «Көн-ҡояш, Ай, ун бер йондоҙ шикелле, ун бер ағаң һиңә баш эйер, ун бере лә һиңә хеҙмәт ҡылыр», — тип юраған. «Йософ менән Зөләйха». • Айыуға ағаң менән бар. Әйтем. Дошман курһә лә уҙ ағаң эттән талатмаҫ. Мәҡәл.
АҒАР (Р.: проточный; И.: flowing; Т.: akar) с.
Туҡтауһыҙ ағып ятҡан, аға торған.
□ Сточный, проточный, текучий. Ағар кул. Ағар һыу. ■ Торло ерҙәр, ағар һыуҙар — барыһын курһен, сәхрәләрҙә төрлө гөлдән сәскә тирһен... «Йософ менән Зөләйха». • Ағар һыуҙың ҡәҙере юҡ. Әйтем.
АҒАРПА и. диал. ҡар. ҡырлы арпа.
АҒАРСАҠ и. диал. ҡар. ағасаҡ.
АҒАРТТЫРЫУ (ағарттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ағартыу 1, 5. понуд. от ағартыу 1, 5. Я Ағарттырып сығарҙы, иҙәнен буятты, келәм тушәне, телевизор ҡуйып, телефон да уткәрттерҙе. Р. Солтангәрәев.
АҒАРТЫЛЫУ (ағартыл-) ҡ. төш. ҡар. ағартыу 1, 5. страд, от ағартыу 1, 5. Ағартылған мейес.
АҒАРТЫУ I (ағарт-) (Р: белить; И.: whitewash; T: kireçlemek) ҡ.
1. Аҡҡа буяу; аҡлау. □ Белить. // Побелка. Мейес ағартыу. Өй ағартыу. ■ Таңһылыу иҙәндәрен балауыҙҙай асыҡ һарыға буятҡан, стеналарын ағартҡан, аҡлаған, тәҙрәләрен йыуған. Р Камал. Элегерәк бөтә ауылдарҙың өйҙәре эстән дә, тыштан да, шул ҡаянан барып алынған аҡбалсыҡ менән ағартылған. Д. Бүләков.
2. Төҫөн алыу, төҫһөҙләндереү; аҡ төҫкә индереү, аҡҡа әйләндереү. □ Отбеливать, обесцвечивать. // Отбеливание, обесцвечивание. Ағарта торған крем. Киндерҙе ағартыу.
3. Кейемдең керен бөтөрөү; таҙартыу.
□ Отстирывать, отбеливать бельё. // Отстирывание, отбеливание. Керҙе ағартыу.
4. Берәй нәмәне йышып таҙартыу, ялтыратыу. □ Чистить; придать блеск; наводить лоск. // Чистка. Самауыр ағартыу. ■ Шул Диләне булһа ла ҡушығыҙ, исмаһам, анау ике еҙ самауырҙы ағартһын. Һ. Дәүләтшина. Яурынына сигелгән һөлгө һалып, йышып ағартылған еҙ тас, еҙ ҡомған тотоп Байрас эҫе һыу менән ҡунаҡтарҙың ҡулдарын йыуҙырып сыҡты. 3. Биишева. Польша ҡышы, Башҡортостандағы кеуек, ҡоро сатлама һыуыҡ тугел: бында таңға табан туңдыра, иртә менән кубәләкләп ҡар яуа, ерҙең өҫтөн ағартып ташлай, төш ауғас, ул ҡар ҡатышлы ямғырға әйләнә. Д. Юлтый. • Баҡырҙы купме ағартһаң да көмөш булмаҫ. Мәҡәл.
5. Сал төҫкә индереү; салландырыу. □ Делать седым, убелять. Сәсте ағартыу. Кай-ғы сәсте ағартты. ■ Шул Уралда куп йөрөнөм, ары-бире артылып. Инде килдем ошбу йәшкә, сәс ағартып, ҡарт булып. Башҡорт халыҡ йырынан. • Мәшәҡәт һаҡал ағарта, ҡайғы сәс ағарта. Мәҡәл.
6. кусм. Таҙа, ғәйепһеҙ итеп күрһәтеү. □ Показать невинным, чистым. ■ Яман әҙәм шул булыр — ауыҙында ике тел булыр: алдыңда һине ағартыр, артыңда һине ҡаралтыр. Ҡобайырҙан. • Хаҡлыҡ — ағарта, ахмаҡлыҡ — ҡарайта. Әйтем.
7. кусм. Аң-белем таратыу; аңлы-белемле итеү. □ Просвещать, просветить кого-л. // Просвещение. ■ [Ғафури / бөтә бәлә, ғазап халыҡтың ҡараңғылығынан килә, тип уйланы. Был ҡәһәр тормоштан ҡотолоу өсөн, милләтте ағартырға кәрәк тигән фекергә килде. 3. Шәрҡи. Аҡ рух тантана итһен! Әҙәбиәт — милләт йөҙөн ағарта торған илаһиәт ул. «Киске Өфө», 8 апрель
2011.
АҒАРТЫУ II (Р: просветительный; И.: educative; T: eğitim) с.
1. Мәғрифәткә бәйле. □ Просветительный, просветительский. Ағартыу эше. ■ 1997 йылдан экологик ағартыу эшмәкәрлегенең яңы формаһы булараҡ, ҡурсаулыҡ
140