Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 141


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҒАРЫП КИТЕҮ
сиге буйлап экологик экспедициялар ойошторола. «Таң», 26 сентябрь 2011.
2. Мәғрифәткә хас. □ Просветительный.
АҒАРТЫУСЫ (Р.: маляр; И.: painter; T: boyacı) и.
Аҡлап йөрөүсе. □ Маляр, белилыцик.
АҒАРТЫШЫУ (ағартыш-) ҡ. урт. ҡар. ағартыу 1, 3, 4. взаимн. от ағартыу 1, 3, 4. Өй ағартышыу. Самауыр ағартышыу.
АҒАРЫНЫУ (ағарын-) (Р.: побледнеть; И.: grow pale; T.: benzi atmak) ҡ.
Аҡ төҫкә инеү (йөҙгә, биткә ҡарата)', төҫ ҡасыу, ҡобара осоу. □ Побледнеть, бледнеть, побелеть (о человеке, его лице и т.п.). ■ Ағарынып һуҙһеҙ ултырған Хәйретдин унһыҙ ҙа Һирәк һаҡалдарын бөртөкләп йолҡто. Я. Хамматов. Усман, уҙ яҙмышынан ҡурҡып, дер-дер ҡалтыранды, сырайы ағарынды. Ғ. Ибраһимов. Ҡарабай ни у ле ту гел, ни тере тугел, ағарынып китеп, ҡатҡан да ҡалған, ти. Әкиәттән.
АҒАРЫУ (ағар-) (Р: белеть; И.: grow white; T: ağarmak) ҡ.
1. Аҡ төҫкә инеү. □ Белеть, становиться белым. ■ Арыштан ҡалмай, бойҙай менән һоло ла ағарып етеп килә. М. Кәрим.
2. Аҡ булып күренеү. □ Белеть (виднеться). Ағарып ятыу. ■ Алыҫтарҙан ағарып куренгән Ирәндеккәй тауҙың аҡ ташы. Халыҡ йырынан. Ул баҡса уртаһындағы бейек улән араһынан ағарып ултырған йыуан бер умартаға курһәтте. Ж. Кейекбаев.
3. Төҫтө юғалтыу, төҫһөҙләнеү. □ Бледнеть, линять, терять цвет. К Кешеләр араһынан башына йәмшәйеп бөткән фуражка, өҫтөнә көнгә уҙып ағара башлаған һоро буҫтау гимнастёрка кейгән сандыр буйлы бер йәш кеше куренде. М. Тажи.
4. Төҫ ҡасыу, ҡобара осоу, ағарыныу. □ Белеть, побледнеть. ■ һылыу ҡортҡа бер ағарып, бер ҡыҙарып ултырҙы ла, өйҙә сит кеше лә булғас, ҡаршылыҡ курһәтергә батырсылыҡ итмәне. Т. Йәнәби. Урмансылар йүгерешеп, ҡурҡыуҙарынан төҫтәре ағарып, ул боҫҡан ҡарағай төбөнә килеп етте. Н. Мусин. Әсирҙең ҡулындағы ирәк
төшөп китте, йөҙө бер ағарҙы, бер ҡыҙарҙы, күҙенән ҡайнар йәштәре атылып сыҡты. Ә. Хәкимов.
5. Керҙән, бысраҡтан таҙарыу (тәнгә, кейемгә ҡарата). □ Стать чистым. Kep ағарҙы. ■ Аҡлы ситса күлдәктәрҙе ағарғансы йыуғандар. Бәйеттән. • Канат сыҡмай осоп булмай, ҡара кейеҙ ағармай. Әйтем. Кара һарыҡ тиреһен күпме йыуһаң да ағармаҫ. Әйтем.
6. Йышылып ялтырау (металға ҡарата). □ Блестеть (о металле). ■ Диләнең бик оҙаҡ маташҡанын күргәс, Гөлйөҙөм ваҡыт таба һалып, уҙе самауырҙарҙың ағармай ҡалған ерҙәрен тиҙ генә ағартты. Һ. Дәүләтшина.
7. Сал төҫкә инеү; салланыу. □ Седеть, поседеть. Сәстәр ағарҙы. Я Был инде ун һигеҙгә етә, егермегә етә, ә Зөләйха быға ҡайғырып, һарғайып, сәстәре ағарып, тештәре төшөп бөтә. «Йософ менән Зөләйха». Хәрби генерал-губернатор, фекер туплап, минут самаһы өндәшмәй уйланып ултырҙы. Шунан, һуңғы йылдарҙа ныҡ ағарған ҡуйы бөҙрә сәсен бармаҡтарын тырпайтып артҡа тараны ла Григорьевка ымланы. Я. Хамматов. Барсынбикә ҡапыл яулығын һыпырҙы, Диңгеҙхан уның бөртөгө ҡалмай ағарған сәсенә шаҡ ҡатырға ла өлгөрмәне, ҡатыны уҡтан осло ҡарашы менән бәғерен көйҙөрҙө. Т. Ғарипова.
8. күсм. Яҡшырыу, һәйбәтләнеү (тормошҡа ҡарата). □ Улучшаться (о жизни).
■ Заманға заман уралған, берәү бәхетен бере алған. Алғандың көнө ағарған, алмағандың — ҡаралған. Ҡобайырҙан.
9. күсм. Аҡланыу, аҡланып сығыу. □ Оправдаться. Халыҡ алдында йөҙө ағарҙы. • Кем менән ҡарайғанһың — шуның менән ағар. Мәҡәл.
АҒАРЫП КИТЕҮ (ағарып кит-) (Р: побелеть; И.: become white; T: ağarmak) ҡ.
1. Аҡ төҫкә инеү. □ Побелеть.
2. Төҫ ҡасыу, ҡобара осоу. □ Побледнеть.
■ Кейеҙбай көҙгөгә ҡарау менән ағарып китә, йөрәген ҡурҡыу ала. Әкиәттән. Шул ваҡыт
141