Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 142


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҒАС
өйҙәренең ҡапҡаһынан ҡыҙыл «Газел»дең инеп килгәнен куреп, Кәшфи ҡарттың йөҙө ағарып китте. «Ашҡаҙар», № 99, 2010.
АҒАС I [дөйөм төрки агач, йыгач] (Р.: дерево; И.: tree; T.: ağaç) и.
1. Ҡаты олонло, ботаҡлы күп йыллыҡ үҫемлек. □ Дерево. Ылыҫлы ағас. Япраҡлы ағас. Беше ағас. Йомшаҡ ағас. Емеш ағасы. Ағас ботағы. Ағас ҡырҡыу. Ағас сатыры. Ағас ултыртыу. ■ Ямғыр теләп теләк әйткәндә, ағас ботаҡтарына суҡ бәйләйҙәр, ҡиблаға ҡаршы ағып сыҡҡан йылғаға тәңкә һалалар. Халыҡ ижадынан. Ҡарағай ҙа ағас бейек ағас, менеп булмай кирәм булмағас. Халыҡ йырынан. Ағас башына менгәс, Баһау моҙғаны тейәгенән бер ботаҡҡа элде лә кусте шуның эсенә һыпырып төшөрә башланы. Ж. Кейекбаев. • Ағас ағасҡа таяна, әҙәм әҙәмгә таяна. Мәҡәл. Бер ағастан унау уҫкән, ун ағастан урман уҫкән. Мәҡәл. Йығылған ағасҡа балта менән сабыусы куп була. Әйтем.
2. Шул үҫемлектең төрлө маҡсатта ҡулланыу өсөн ҡырҡып алынған өлөшө. □ Лес, древесина. Утын ағасы. Ағас ағыҙыу. Төҙөлөш ағасы. ■ Шәһиҙә әбей соҡалаҡтағы самауырға ағас һалып маташҡан Дилә-гә: «Бешеп ҡуйма, балам», — тип кәңәш бирә лә Мәғфурәне әурәтә. Һ. Дәүләтшина. Юл төҙөуселәр кисә ук, боҙ ҡалын, өҫтөнә ағас тушәнек, йөк менән утерлек, тип хәбәр таратҡандар. Р. Солтангәрәев. Колхоз эше тип йөрөп, ғаиләһен бер ағас утынға кинәндермәгән атаһынан йонсоп уҫкән Дилбәргә оҡшай ине иренең был холҡо. Г. Ғиззәтуллина.
3. тар. Ырыуҙың бер билдәһе. □ Условный знак, атрибут рода. ■ Мерәҫ ауылынан Аҡбулат бабай беҙгә уҙҙәренең ағасы — имән, ҡошо — торна, тамғаһы — йәйә, орандары — муйнаҡ булғанын әйтте. К. Мәргән. Сапай ауылы халҡының этник составы хаҡында һөйләгәндә, риуәйәтсеул ауылда йәшәгән табын һәм ҡаңны ырыуҙарының ағасы, ҡошо, ораны тураһында әйтә: «килгән табындар
ҙың ырыу ағасы — ҡарағас, ҡошо — ҡарағош, ораны — тәнре булған. Ә ерле халыҡ ҡаң-ныларҙың ағасы — ерек, ҡошо — ҡарға, ораны — тәнре. Ф. Нәҙершина.
АҒАС II (Р: деревянный; И.: wooden; T.: ağaç) с. мәғ.
1. Ағастан эшләнгән. □ Деревянный, древесный. Ағас көрәк. Ағас өй. Ағас кумере. Ағас спирты. ■ Шунан һуң, ҙур ағас табаҡҡа һалып тыштан индергән башмаҡтан ҡалған упкә-бауыр, эсәк-ҡарыны эргәһенә теҙләнеп, [курәҙәсе] ниҙер уҡып өшкорҙө. Я. Хамматов. Гөлйөҙөм уға ҡыуыш төбөндәге бәләкәй ағас һандыҡтан ҡатып кугә-реп бөткән икмәк һыныҡтары алып бирҙе. Һ. Дәүләтшина. Кешеләр һуңғы арала ғына тимер рәшәткә йунәтә башланы, элек таш йә ағас бура ултырта ла ҡуя торғайнылар. Р. Камал. • Балта ағасты киҫмәҫ ине, ағас һабы булмаһа. Мәҡәл.
2. кусм. мыҫҡ. Үҙ эшен белмәгән, насар (һәнәр эйәһенә ҡарата). □ Неквалифицированный, незнающий своё дело. ■ Уны яҡындан белеуселәр, айырыуса йәштәр: «Шәуәли ҙә булған икән кеше! Ағас адвокат бит ул», — тип кенә ебәрәләр. Б. Бикбай.
♦ Ағас атҡа атландырыу бик оҫта итеп алдау; һемәйтеү. □ Обвести вокруг пальца; оставить в дураках, соотв. Посадить в галошу.
АҒАС III и. диал. ҡар. талҡыш.
АҒАСАҠ (ағасағы) (Р: жерех; И.: asp; T.: koca ağız balığı) и. зоол.
һаҙандар төркөмөнә ингән, сөсө һыуҙа йәшәй торған аҡһыл төҫтәге эре йыртҡыс балыҡ; ағасъяңаҡ. □ Жерех (лат. Aspius aspius). ■ Өй шарттарында тоҙлау өсөн ағасаҡ, ҡарабалыҡ, һаҙан, сабаҡ, шукә ярай. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 1980. Унда [Шәмсетдин кулендә] 19 төр балыҡ йәшәй. Бөтәһенән куберәк алабуға, ағасаҡ, ҡорман балығы, суртан, сабаҡ, ҡыҙылғанат осрай. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 5, 1969.
АҒАСАТ и. диал. ҡар. салпы. • Ағасатҡа менмә, сабыйға теймә, куккә сөймә. Әйтем.
142