АҒАСЛЫҠ
АҒАС АТ (Р.: козёл (спортивный снаряд); И.: pommel horse; T.: atlama beygiri) и.
Гимнастикала ҡулланылған спорт ҡулланмаһы. □ Козёл (спортивный снаряд).
АҒАС АУЫҘ (Р: невоспитанный; И.: ill-bred; T.: kaba) с. диал.
Тәрбиәһеҙ, тупаҫ. □ Невоспитанный, грубый. • Ағас ауыҙ, балта тел. Әйтем.
АҒАС АШЛАУ и. диал. ҡар. ашлау 1.
АҒАС АЯҠ (ағасаяғы) (Р: посуда из дерева; И.: ware of wood; T: ahşap eşyaları) и.
Ағастан эшләнгән һауыт-һаба. □ Посуда из дерева. Ағасаяҡтар тип ағас табаҡ, ағас күнәктәрҙе әйтәбеҙ.
АҒАС АЯҠ (аяғы) (Р: деревянный протез; И.: wooden prosthesis; T: protez) и.
1. Зәғиф аяҡҡа ялғанған терәк. □ Деревянный протез. ■ Сатанмын тип торманы ул, ағас аяҡ яһатып кейҙе лә колхоз эшенән ҡалманы. Г. Яҡупова. Бер йәш, арыҡ йөҙлө кеше арбаһына ултырып бара, ..ул — сатан, ағас аяҡлы кеше. Д. Юлтый.
2. Солоҡҡа менгәс, баҫып тора торған ике баулы яҫы ағас. □ Подвесная ступенька, используемая при осмотре борти.
3. миф. ҡар. бапаҡ.
АҒАС БАҒАНА (Р: коновязь; И.: tethering post; T: zincir) и. диал.
1. Килгән кеше атын бәйләй торған бағана. □ Коновязь.
2. миф. Изге урын, донъя үҙәге. □ Священное место, центр мироздания.
АҒАС ЕЛӘГЕ и. диал. ҡар. ҡурай еләге. ■ С витамины ҡабул итергә, ағас еләге емеше (әберсә) менән сәй һәм башҡа шыйыҡсаларҙы йыш эсергә. «Урал», 3 февраль
2011.
АҒАС ИГӘҮ (Р: ворчун; И.: grumbler; T: dırdırcı) и. һөйл.
Мыжыҡ кеше. □ Ворчун. Ағас игәү булыу. Телкәйҙәре ағас игәү. ■ Ағайҙарым, дуҫ-иш, туғандарым, төштөм бит мин хәтәр хәлдәргә! Бисәкәйем, «ағас игәү»ләнеп, тейә генә көн дә йәндәргә. Й. Солтанов.
АҒАС ЙЫРҒЫС и. зоол. ҡар. йырғыс.
АҒАС КҮНӘК (күнәге) (Р: бадья; И.: tup; T: badya) и.
Һыу йәки башҡа нәмә ташый торған тотҡалы ағас һауыт. □ Бадья. ■ Байбулат ҡоҙоҡ журауылына тотондо, моронона ағас күнәк бауланған, шымарып ялтыраған һуйылды һалмаҡ ҡына түбәнгә ыңғайлатты. Й. Солтанов.
АҒАС ҠАҘАУ и. ҡар. ағас сөй.
АҒАС ҠОРТО (Р: непоседа; И.: fidget; T: yerinde durmayan) и. диал.
Тиктормаҫ, тынғыһыҙ кеше. □ Непоседа.
АҒАСЛАНЫУ (ағаслан-) (Р: деревенеть; И.: stiffen; T: sertleşmek) ҡ.
Ағас кеүек булып ҡатыу. □ Деревенеть, одеревенеть. // Одеревенение. Йәй урталарына ҡаҡы ашарлыҡ булмай, ағасланып китә.
АҒАСЛЫ (Р: заросший деревьями; И.: woody; T: ağaçlı) с.
1. Ағасы булған, ағас менән ҡапланған. □ Заросший, покрытый, обсаженный деревьями, с деревьями. Ағаслы урын. ■ Тауҙы ауылдан айырып торған ағаслы уйпат ойө ҡаршыһынан уҡ башлана. Б. Рафиҡов. Ерәнсә сәсән убаһы ағаслы Үрген йылғаһының уң яғынан, Наҙый йылғаһының Үргенгә ҡойған еренә яҡын, йылғаны уң яҡлап, Ҡоро Урсай уяҙына барған юлдың өҫ яғында, тәпәш кенә һырт өҫтөндә. «Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән».
2. Ағастары, урманы күп булған. □ Изобилующий деревьями, лесом. Ағаслы яҡ. ■ Алтынбай олатай дегет ҡайнатыу менән шөғөлләнгән. Ҡотҡор йылғаһы буйын был тирә ҡайын ағаслы булған өсөн һайлағандыр, сөнки дегет ҡайнатыу өсөн һыу һәм ҡайын туҙы кәрәк. «Урал», 27 сентябрь
2010.
АҒАСЛЫҠ (ағаслығы) (Р: густые заросли; И.: small wood; thickets; T: ağaçlık) и.
1. Бик күп ағас үҫкән урын. □ Густые заросли, дебри. Ҡуйы ағаслыҡ. ■ Ә бына был ағаслыҡ беҙҙең Ағиҙел ярына бара торған
143